

Башҡортостан халҡын "Ҙур этнографик диктант” халыҡ-ара мәғариф акцияһында ҡатнашырға саҡыралар. Быйыл ул “Халыҡтар күп, тыуған ил берәү генә!” лозунгыһы аҫтында ойошторола. Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған сара 3-7 ноябрҙә онлайн форматта үткәреләсәк.
Диктантта Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә йәшәгән һәр кем ҡатнаша ала. Эштәр рус, инглиз, испан телдәрендә буласаҡ. Улар 2021 йылдың 3 ноябрендә 00.01 сәғәттә (Мәскәү ваҡыты) "Ҙур этнографик диктант”тың рәсми сайтында (www.miretno.ru) баҫыласаҡ. Был эштәр текст рәүешендә рәсмиләштерелгән һәм диктантта ҡатнашҡан һәр кем өсөн дөйөм федераль (20 һорау), Рәсәй Федерацияһының һәр төбәге өсөн төбәк өлөштәрҙән (10 һорау) тора. Сит илдә йәшәүселәр өсөн айырым утыҙ һорау буласаҡ.
Барлыҡ эштәрҙе башҡарған өсөн ҡуйыласаҡ максималь балл – 100. Диктантты үткәреү ваҡыты – 45 минут. Ошо ваҡыт үткәс, эштәрҙе башҡаса башҡарып булмаясаҡ. Ҡатнашҡан кешенең һөҙөмтәләре күрһәтелгән электрон сертификат электрон почтаға ебәрелә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: беренсе “Ҙур этнографик диктант” 2016 йылың 4 октябрендә уҙғарыла, унда 90000 рәсәйле ҡатнаша. Ә былтыр акцияға 1742661 кеше ҡушыла. "Ҙур этнографик диктант”ты Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Удмурт Республикаһының Милли сәйәсәте министрлығы ойоштора.
Фото: "Башинформ".