Йәмғиәт
15 Октябрь 2021, 14:30

Бөрйәндә яңы төҙөлөштәр башлана

Радий Хәбиров: "Бөрйәндәр – көслө, уйлап эшләүсән һәм тыйнаҡ халыҡ. Уларға ярҙам итәсәкбеҙ".

Бөрйәндә яңы төҙөлөштәр башланаБөрйәндә яңы төҙөлөштәр башлана
Бөрйәндә яңы төҙөлөштәр башлана

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Бөрйән районында булды. "Бында шундай ҡабатланмаҫ матурлыҡ, уны күрһәтер өсөн махсус видео ла төшөрҙөм", – тип яҙҙы ул социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә.

Ғәҙәттәгесә, эш сәфәре барышында район халҡын борсоған мәсьәләләр тикшерелгән, уларҙы хәл итеү юлдары өйрәнелгән. Мәҫәлән, Иҫке Собханғол ауылындағы иҫке балалар баҡсаһы бинаһын ҡарағас, киләһе йылдан уның урынына яңыһын төҙөй башларға ҡарар ителгән. "Ер етерлек, Бөрйәндә тыуым да яҡшы", – тигән Радий Хәбиров.

Нәби ауылында ла төҙөлөш буласаҡ, сөнки ундағы балалар 1959 йылдан бирле файҙаланылған мәктәптә белем алырға мәжбүр икән. 2023 йылдың сентябрендә уҡыусыларҙы яңы бина ҡаршы алырға тейеш.

"Районда электән хәл итеүҙе көткән проблемалар бар, шул иҫәптән – Нәбиҙә Ағиҙел йылғаһы аша һалынған күпер мәсьәләһе. Уны нисек тә булһа сафҡа индереү юлдарын эҙләйбеҙ. Юлдарҙы йүнәтергә кәрәк, ул йәһәттән дә пландар билдәләнде, – тип яҙған республика Башлығы. – Бөрйәндәр – көслө, уйлап эшләүсән һәм тыйнаҡ халыҡ. Уларға ярҙам итәсәкбеҙ".

Бында 2012 йылда төҙөлә башлаған һәм подрядсының үҙ бурыстарын тейешенсә үтәмәүенә бәйле 2014 йылда туҡтатылған, артабан яңы ойошманың проектҡа үҙгәрештәр индереүе сәбәпле йәнә файҙаланыуға тапшырылмай ҡалған күпер хаҡында һүҙ бара. Нәби халҡына уның йәйәү генә түгел, еңел машина менән дә сығып йөрөрлөк булыуы мөһим. Республика етәксеһенең ҡушыуы буйынса Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы бер ай эсендә күпер мәсьәләһе буйынса ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшергә тейеш.

Радий Хәбиров шулай уҡ район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манаповҡа урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһен хәл итергә кәрәклеген әйтте.

Фото: glavarb.ru

Автор:Даян Мазитов
Читайте нас