

Октябрь башында ил Президенты Владимир Путин Рәсәйҙә рәсми рәүештә Атайҙар көнөн булдырҙы. Бынан ары ул йыл һайын ошо уҡ айҙың өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнәсәк. Быйыл байрам 17 октябргә тура килә.
Ә “Башҡортостан” гәзите июндә, Халыҡ-ара атайҙар көнөнә бағышлап, иң-иңдәр араһында конкурс үткәргәйне. Унда еңеүселәр тураһында сайтыбыҙҙа һәм социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә мәғлүмәт биргәйнек. Бөгөн, иҫтәлекле көнгә арнап, улар менән ентекләберәк таныштырмаҡсыбыҙ.
Үҙе уҡытыусы, үҙе спортсы, үҙе диндар...
Конкурста, иң күп тауыш йыйып, Дүртөйлө районының Йүкәлекүл ауылынан Альберт Минислам улы Нурумбәтов еңеп сыҡты. Өс бала атаһы – ауылда ғына түгел, район кимәлендә ҙур хөрмәт ҡаҙанған шәхес. Шуға күрә лә конкурс барышында уны күмәкләп дәррәү хуплап, дәртләндереп торҙолар, ихлас тауыш бирҙеләр. Күрше Һыуыҡҡул мәктәбе уҡытыусыһы дин юлында ла – мәсет уның ҡарамағында, бөтә дини сараларҙы ойоштора. Спорт менән шөғөлләнә, ауылды, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм тәртиптә тотоу буйынса эштәрҙе ойоштора. Урамдарҙы һәм зыяратты таҙартыу маҡсатында йөҙләгән кешене туплап, өмәләр үткәрә. Уның әүҙемлеге менән ауылда балалар өсөн мини-парк йыһазландырылған. Әйткәндәй, еңеүсебеҙ – бик ипле, баҫалҡы кеше. Уның тураһында күберәк ауылдаштары һөйләне.
Тәүҙә яҙмыш Альбертты илдең төрлө төбәктәрендә йөрөтә. Ул 1974 йылда Ҡаҙағстандың Арҡалыҡ ҡалаһында тыуған. 1977 йылда ғаилә Башҡортостанға, Дүртөйлө районына күсеп ҡайта. Беренсе класты Һыуыҡҡул урта мәктәбендә тамамлаһа ла, II – V кластарҙа малайға Һамар өлкәһенең Денискин ауылында уҡырға тура килә. Артабан инде яҙмыш яңынан Һыуыҡҡулға илтә.
1993 – 1998 йылдарҙа Бөрө педагогия институтында белем ала. Унан инде уға бер нисә мәктәптә һәм башҡа урындарҙа төрлө һөнәрҙәр буйынса эшләргә тура килә. 25 йәше тулып уҙғас, ислам ҡабул итеп, дин тота башлай. Әле алты йыл инде Йүкәлекүл ауылы мәсетендә имам-хатип вазифаһын башҡара. Шулай уҡ Һыуыҡҡул мәктәбендә уҡыусыларға йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәренән белем бирә.
2005 йылда Айгөл исемле Өфө ҡыҙына өйләнеп, хәҙерге көндә өс малай тәрбиәләйҙәр. Ҡатыны, еңел сәнәғәт предприятиеһы асып, тегенселек менән шөғөлләнә, ләкин көрсөк арҡаһында уны ябырға тура килә, әле Айгөл Тимерхан ҡыҙы – хужабикә. Ә ғаиләләге уландар – мәктәп уҡыусылары. Өлкәне Тимур – IX, уртансылары Азамат – VII, кинйәләре Әмир IV класта уҡый.
– Малайҙарға бөгөн тәрбиә биреүе еңел түгел, сөнки заман үҙгәрә, талаптар һәм шарттар ҙа башҡасараҡ. Әммә уларҙы һәр ваҡыт ысын кеше булырға, тирә-йүндәгеләргә әҙәпле һәм ихтирамлы мөнәсәбәттә ҡалырға саҡырам. Дини тәрбиәгә килгәндә, һүҙ көсөнә таянам, ирекһеҙләп мәжбүрләү юҡ. Эштәрҙе бергәләп башҡарабыҙ, – ти атайҙары.
Таймаҫтарҙың таймаҫ терәге
Атайҙар конкурсында икенсе урынға Көйөргәҙе районының Яңы Таймаҫ ауылынан Раил Рамаҙан улы Араптанов лайыҡ булды. 1971 йылғы уҙаман – тыуған ауылындағы гимназияның иң тәжрибәле, абруйлы уҡытыусыларының береһе. Йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәренән дәрес алып бара. 2013 йылда районда “Йыл уҡытыусыһы” һөнәри конкурсында ҡатнашып, призер була. Эшендә, аңлашылыуынса, хәрби һәм спорт әҙерлегенә ныҡлы иғтибар бирә – мәктәпкә даими рәүештә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәрен, хәрби хәрәкәттәр ветерандарын, ветерандар советы ағзаларын саҡырып, осрашыуҙар ойоштора.
Ҡатыны, шулай уҡ ошо ауыл ҡыҙы, уҡытыусы Рүзилә Йәбир ҡыҙы менән бер ҡыҙ, ике ул тәрбиәләйҙәр. Барыһы ла, ата-әсәһе кеүек, әүҙемдәр, яҡшы өлгәшәләр, стипендиат исемдәрен йөрөтәләр, үҙҙәрен төрлө йүнәлештә һынап ҡарайҙар, конкурс-бәйгеләрҙә ҡатнашалар. Эльвиналары, медицина университетын тамамлап, Өфөлә табип булып эшләй. Улдары Радик әле Башҡортостан дәүләт медицина университетында табиплыҡҡа уҡый, бер юлы дауаханала эшләп тә йөрөй. Динислам иһә – мәктәп уҡыусыһы.
Араптановтар балаларын тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлә. Уларҙа кешене хөрмәт итеү, иптәшеңә ышаныу, яуаплылыҡ, ярҙамсыллыҡ, рухи ҡиммәттәрҙе ҡәҙерләү, йолаларға тоғролоҡ кеүек сифаттарҙы үҫтерә белгәндәр. Раил Рамаҙан улы, ысын ғаилә башлығы булараҡ, үҙе матур өлгө күрһәтә: бөхтә, уңған, тирә-йүндәгеләргә кешелекле, кеселекле. Сәләмәт йәшәү рәүешен алып бара ул. Бергәләп район һәм республика спорт ярыштарында, ғаилә сараларында ҡатнашалар. “Иң төҙөк шәхси йорт”, “Өлгөлө йорт”, “Яңы йылға иң яҡшы биҙәлгән ихата” конкурстарында ла бер нисә тапҡыр еңеү яулағандар. Атай кеше балаларын ҡышҡыһын – саңғыла йөрөргә, йәйгеһен республиканың хозур ер-һыуы буйлап сәйәхәткә алып сығып китә.
Раил Араптанов йәмәғәт эшенән дә ситтә ҡалмай. “Берҙәм Рәсәй”ҙең урындағы партия ойошмаһы секретары, участка һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары, халыҡ дружиннигы. Ҡыҫҡаһы, бөтә сараларҙың уртаһында ҡайнай, шуға күрә уны ауылында ғына түгел, районда ла яҡшы беләләр, хөрмәт итәләр. Былтыр Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһы номинанты булып, диплом менән бүләкләнгән. Ул ҡыуаныслы яңылығы менән дә уртаҡлашты:
– Көйөргәҙенең Атайҙар һәм ир-егеттәр советы рәйесе итеп һайлап ҡуйҙылар. Тағы бер хыялым бар: тыуған яғымдың иҫтәлекле урындары буйлап ял көндәрендә туристик маршрут булдырырға теләйем.
Тәбиғәт балаһы ул
Конкурсыбыҙҙа өсөнсө урынды яулаған атай – Белорет районының Инйәр ауылында йәшәгән Марат Салауат улы Бәхтийәров. Ул 1984 йылда Ноҡат ауылында тыуа. Өс малай, бер ҡыҙ үҫәләр. Башланғыс кластарҙа тыуған ауылында уҡығандан һуң, Арышпар ауылына йөрөп белем ала, әммә ундағы мәктәп ябылғас, һигеҙенсегә Белорет лицей-интернатына бара. X-XI кластарҙы иһә Инйәр мәктәбендә тамамлай.
Артабан Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология факультетында уҡый. Өфөлә һөнәре буйынса эш тапмай, “Йәншишмә” республика балалар һәм үҫмерҙәр гәзитендә армияға тиклем – ярты йыл, армиянан һуң ярты йыл хәбәрселек йөгөн тарта.
Атаһы ла урмансы булғанғамы, егеттең күңеле барыбер тәбиғәткә тартыла, һәм егет тыуған яғына ҡайтып китә. Көньяҡ Урал ҡурсаулығында һаҡ бүлегендә дәүләт инспекторы, артабан методист була. Экскурсияға килгән мәктәп уҡыусылары, туристар менән эшләй. Туғыҙ йылдан был эште ҡалдырып, 2018 йылда ситкә сығып китә – Калининград, Иркутск, Новосибирск яҡтарында йөрөп ҡайта. 2019 йылдан Инйәрҙә тимер юлда вагон ҡараусыһы булып китә.
– Былтыр умартасылыҡ менән шөғөлләнә башланым. Тәүҙә бер генә күсем булһа, быйыл бишәү инде. Эште киңәйтергә йыйынам, түмәр умарталарға күсергә уйлайым, – ти ул яңы шөғөлө тураһында.
Тағы ла Марат спортты үҙ итә, фотография, видеояҙмалар эшләү менән мауыға. Айырыуса тәбиғәт күренештәрен төшөрөргә ярата. Ҡатыны ла уның был шөғөлөн хуплай, үҙе лә был юҫыҡта оҫтарған.
Бөрйән ҡыҙы Гөлназға өйләнгән Маратты тормош бер өлкәнән икенсеһенә йөрөтһә, кәләше һаман да ҡурсаулыҡта белгес булып эшләүен дауам итә. Бәхтийәровтар өс бала үҫтерә. Рияз – туғыҙынсыла, Сәлимә II класта белем ала, балалар баҡсаһына йөрөгән кескәй Мәликәгә өс йәш. Балаларҙың береһе ҡурайҙа уйнай, икенсеһе йырлай, өсөнсөһө бейей. Кистәрен өйҙә өлкәндәргә концерт та ҡуйып алалар икән. Ата-әсә уларҙың бөтәһен дә эш рәтен өйрәтеп тәрбиәләй.
Марат – ысын тәбиғәт балаһы. Бәләкәйҙән ялан-ҡырҙа йөрөп үҫә ул. Атай-ағайҙары менән палаткаһыҙ ҙа ҡунып ҡалырға тура килә, урмандың күп серҙәрен белә. Юҡҡа ғына мәктәптә уҡығанында яратҡан фәндәре тарих һәм география булмайҙыр, күрәһең. Хатта элекке йыл үҙәк телевидениеларҙың береһе ҡырағай тәбиғәт шарттарында төшөргән “Һуңғы герой” реалити-тамашаһына ғариза ла ебәргән. Һайлап алыу турын үткән булһа, бәлки, бөтә Башҡортостан уны танып-белер һәм дәртләндереп торор ине.
Шуныһы иҫтәлекле: миңә Маратҡа призер дипломын шәхсән тапшырыу бәхете тейҙе. Белеме буйынса филолог булараҡ, телмәренең матур, төҙөк булыуына иғтибар иттем, уның менән әңгәмәләшеү бик еңел. Үҙенең ипле, кеселекле, рухи яҡтан бай ир-егет икәнен күрҙем. Төп теләктәре лә бик көнүҙәк һәм мәңгелек ҡиммәттәрҙән – балалар һау булһын, донъялар имен торһон, һуғыш булмаһын. Хушлашҡанда матбуғат хеҙмәткәрҙәренең дә эшен лайыҡлы баһалап: “Бер ваҡыт Матбуғат йортона барып, иркенләп күрешеп-һөйләшеп сығырға йыйынам”, – тине.
Бына бөгөн һеҙҙе, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, республиканың иң шәп атайҙары сафынан өсәүһе менән генә таныштырҙыҡ. Ундай өлгө алырлыҡ ир-егеттәр һәр ауылда, ҡалала бар. Улар йәмғиәт үҫешен алға ебәрә, йәшәйешкә көс-ҡеүәт бирә. Альберт Нурумбәтов, Раил Араптанов, Марат Бәхтийәров – шундай барлыҡ ир-аттың өлгөлө кәүҙәләнеше ул. Тормошта иң мөһиме – балалар арҡаланып үҫерлек, аҙаҡ ғүмер буйы ғорурланып һөйләрлек ошондай атайҙар күберәк булһын.
- Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА-БИРГӘНОВА.