Йәмғиәт
15 Октябрь 2021, 04:20

Егәрленең ҡулы ете

“Тырыш кешегә ауыл ерендә тормош көтөү бер ҙә ҡатмарлы түгел”, – ти Зәлифә Мөбәрәкова.

Бөгөн ауыл тормошоноң тотҡаһы, башлыса, ҡатын-ҡыҙ ҡулында, тип ҡыйыу әйтергә була. Бының менән ир-егеттәребеҙҙең ролен һис кенә лә кәмһетке килмәй, әлбиттә. Уларһыҙ донъя, һис шикһеҙ, алға бармаҫ ине. Ә шулай ҙа һуңғы ваҡыт ҡайһы ғына өлкәне алма – унда күпселек ҡатын-ҡыҙ әүҙемлек күрһәтә.

 

Ауылда йәшәү – үҙе бер батырлыҡ

 

Ҡала халҡын аҙыҡ-түлек, йәшелсә, еләк-емеш менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә – улар ҡулында. Ауыл халҡы етештергән ит, һөт, икмәк, йәшелсә, еләк-емеш һәм башҡа төр аҙыҡ-түлек менән баҙар кәштәләре көн дә тулып тора. Ошо ысынбарлыҡ ҡына ла ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының хеҙмәт ҡаһарманлығы тураһында һөйләй. Бынан тыш, улар тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек йорт хужалығы мәшәҡәттәре, ғаилә ҡарау хәстәрлектәре менән дә мәшғүл. Әсәлек наҙы, ҡатын-ҡыҙҙың йылы ҡулдары ғына ҡот бирә һәр йортҡа.

Бөгөн ҡатын-ҡыҙ ойошмалары йәки ағинәйҙәр ҡоро әүҙем эш­мәкәрлек алып барған урындарҙа, хатта иң төпкөлдә лә, тормош ҡайнай. Ниндәй генә саралар, байрамдар уҙғармай улар, бер генә мөһим ваҡиға, дата ла билдә­ләнмәй ҡалмай. Онотолоп барған йолаларыбыҙҙы тергеҙеү, милли традицияларыбыҙға таянып, йәш быуынды тәрбиәләүгә һалған өлөштәре баһалап бөткөһөҙ ҙур. Спорт менән дә дуҫ улар: күп ауылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар, секциялар асып, әхирәттәре менән күнекмәләр уҙғара.

Хәҙерге заман технологияларын да күптән үҙләштереп, интернет селтәрендә лә ҡыйыу гиҙә ауыл ҡатындары. Социаль селтәрҙәрҙә тәжрибә уртаҡлашалар, бәхәс ҡоралар, яңы һөнәр үҙләштерәләр.

Зәлифә Мөбәрәкованы тап интернет селтәрендә тап иттем. Уның сәйләндән эшләнгән тиҫтәләгән ижад емештәрен күреп хайран ҡалдым. Учалы районының Иманғол ауылында йәшәгән оҫтабикә менән осрашып, гәзит уҡыусыларҙы ла таныштырыу теләге тыуҙы.

Зәлифә Ғелмитдин ҡыҙы Рысай ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Ун йәш кенә сағында атаһы мәрхүм була. Дүрт ир бала араһында буй еткергән ҡыҙ һауынсы булып эшләгән әсәһенең уң ҡулына әйләнә – ул эштә саҡта өй эсендә булыша, ағаһына, ҡустыларына ашарға бешерә, ҡул эштәренә лә бик оҫта була.

– Бәйләм бәйләргә яраттым. Ул ваҡытта кейем-һалым наҡыҫ булды бит, шуға күрә нимә генә бәйләп кейелмәне, – тип иҫләй ул үҫмер сағын.

Рысай һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, ҡыҙ Илсе ауылында уҡып, урта белемле була. Шунан киномеханик һөнәрен үҙләштерә. Хеҙмәт юлын тыуған ауылы мәктәбендә китапханасы һәм киномеханик булып башлай. Ғаилә ҡороп, әсә булыу бәхетен татый.

Мөбәрәковтар ҡалала төпләнә. Зәлифә Ғелмитдин ҡыҙы бер аҙ ҡатырға-рубероид заводында төргәксе булып та эшләп ала, һуңынан оҙаҡ йылдар ҡалалағы балалар баҡсаһында хеҙмәт итә. Тормош иптәше Вил Шиһап улы комбинатта шахтер була. Ҡайҙа ғына эшләһәләр ҙә, Мөбәрәковтар үҙҙәрен яуаплы, эшлекле хеҙмәткәрҙәр итеп таныта, балаларын да тормошта юғалып ҡалмаҫлыҡ итеп тәрбиәләүгә тырышлыҡ һала. Үҙҙәре ауылда тыуып үҫкәнгәмелер, күңелдәре һәр ваҡыт шунда тартыла, шуға күрә ғаилә башлығының тыуған ауылы Иманғолдан ер майҙаны алып, үҙ ҡулдары менән йорт төҙөргә булалар.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош һин теләгәнсә генә бармай шул. 2008 йылда шахтала өҫтөнә таш төшөп, ғаилә башлығы фажиғәле һәләк була. Зәлифә Ғелмитдин ҡыҙы дүрт балаһы менән тороп ҡала.

– Ҡыҙҙарым ул ваҡытта икеһе лә студент, ә малайҙарҙың береһенә – 8, икенсеһенә 9 ғына йәш ине. Балаларым булмаһа, бындай ҡайғыларҙы күтәреү бик ауыр булыр ине, – тип көрһөнөп ҡуйҙы әңгәмәсем.

Нисек кенә ҡыйын булмаһын, көслө рухлы ҡатын артабан да балаларына таяныс-терәк булып йәшәргә көс таба. Улай ғына ла түгел, ире менән икәүһенең хыялы – яңы йортто ла төҙөп бөтөрә.

– 8х9 кв.м ҙурлығында бура һатып алып, шуны күтәрҙек, һуңынан төкәтмә эшләнек. Үҙем автомобиль йөрөтөргә өйрәнеп алдым, көн һайын эштән һуң балалар менән төҙөлөшкә килә инек. Улдарым күп эште башҡарырға оҫтарып алды. Туғандарым, яҡындарым да ярҙам ҡулы һуҙҙы, – тип хәтирәләргә бирелә әңгәмәсем.

2013 йылда Мөбәрәковтар яңы йорт туйлай. Заманса материалдар менән көпләнгән, ҡупшы, төҙөк йорт ауылға йәм биреп ултыра.

 

Таш өҫтөндә гөлдәр үҫтерер

 

Зәлифә Ғелмитдин ҡыҙының балалары, уҡып белем алып, башлы-күҙле булғандар инде. Өлкән ҡыҙы Рита ҡалала педиатр булып эшләй, ике ҡыҙ әсәһе; Альбина комбинатта флотатор булып хеҙмәт итә, уның ғаиләһендә ике бөркөт ҡанат нығыта. Нил улы ла, күптән түгел ғаилә ҡороп, атай булған. Айнур яңы ғына һалдат бурысын үтәп ҡайтҡан. Улдары икеһе лә сауҙа өлкәһендә менеджер булып хеҙмәт итә.

Бер нисә йыл элек Зәлифә Ғелмитдин ҡыҙы тормош юлында, ҡатыны гүр эйәһе булып, үҙенең дә һаулығы ҡаҡшаған Мәғәсүм Мөбәрәк улын осрата.  Күңел­дәрендә бер-береһенә ҡарата йылы хистәр уянған ир менән ҡатын артабанғы ғүмерҙәрен бергә үтергә ҡарар итә.

– Бер-беребеҙҙе хөрмәт итеп, терәк-таяныс булып донъя көтәбеҙ, ике яҡты ла тиң күрәбеҙ. Бала­ларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ ялға ҡайтһа, өйөбөҙ нурға күмелә, – ти әңгәмәсем.

Хаҡлы ялға сығып, бер аҙ бушағас, Зәлифә Ғелмитдин ҡыҙы сәйләндән төрлө ағастар, сәскәләр эшләргә оҫтарып ала. Ҡул һәм күңел йылыһы һалынып тыуҙы­рылған ижад емештәре тере үҫемлектәрҙән һис ҡалышмай, сағыу һәм күркәм. Сөм һауыт тулған меңләгән ваҡ сәйләндәрҙе, уларҙан яһалған һоҡланғыс сәс­кәләрҙе, һалынып төшкән япраҡлы ағастарҙы, “ап-аҡ бәҫ ҡунған” ҡайындарҙы күргәс, ғәжәпләнеү ҡатыш һоҡланыу тойғоһо кисе­рәһең.

– Декрет ялында саҡта өлкән ҡыҙым топиарий (ҡулдан яһалған “бәхет ағасы”) эшләү менән шө­ғөлләнә башланы. Уның эштәрен ҡараным да, мин дә сәйләндән берәй нәмә яһап ҡарарға булдым. Тәүге эшем – рауза сәскәләре матур ғына килеп сыҡты, уларҙы туғандарыма тараттым. Бүләк­тәрем барыһына ла оҡшағас, тағы ла дәртләнеп китеп эшкә тотондом, – ти оҫтабикә.

Һуңынан интернет селтәрендәге видеояҙмаларға ҡарап, Зәлифә Мөбәрәкова тағы ла оҫтарып, әллә күпме ижад емештәре булдыра, ҡайһы берҙәрен үҙенсә үҙгәртеп тә ебәрә. Эш өсөн материалды Өфөнән, Магнитогорскиҙан, Силә­бенән яҙҙырып ала. Сәйләндәр төрлө ҡалынлыҡтағы сымға теҙелә. Һөҙөмтәлә сағыу төҫтәге, күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр, емеш-еләк хасил була.

Бынан тыш, ул төрлө ағастар яһай. Ап-аҡ бәҫкә “ҡапланған” ҡайындар, толстянка (“аҡса ағасы”), мышар, глициниялар, сирендәр ҙә “үҫә” оҫтаның йортонда.

– Ағастарҙың олоно ныҡлы тимер – электродтың өҫтөнә гипсҡа мансылған бинт менән кәрәкле формала ҡатырылып яһала, шунан ағас ҡабығына оҡшатып, тышын сыймаҡлайым. Һуңынан колерҙар менән оҡшаған төҫ килеп сыҡҡансы бер нисә ҡат буяйым, өҫтөнә ялтырауыҡтар һәм лак һөртәм. Аҙаҡтан ботаҡтарға алдан йыйылған сәйлән-япраҡтарҙы нығытам, шартына килтереп, таштар һалам, – тип яратҡан шөғө­лөнөң серҙәрен уртаҡлашты оҫтабикә.

Күптән түгел Зәлифә Ғелмитдин ҡыҙы интернеттан сәскәләрҙе “һалҡын фарфор” юлы менән эшләү ысулын да өйрәнгән.

– Елем, парафин, глицерин, целлюлоза, лимон кислотаһынан торған махсус ҡатнашма әҙер­ләйһең дә төрлө формалар әүәләп буяйһың. Был ысул менән дә ғәжәйеп матур әйберҙәр яһарға була, – ти ул, ижад өлгөләрен күрһәтеп.

Уңған ҡатын белгәндәрен, өйрәнгәндәрен башҡалар менән дә ихлас уртаҡлаша. Уны йыш ҡына мәктәп уҡыусыларына оҫта­лыҡ дәрестәре үткәрергә саҡы­ралар.

– Тәү ҡарашҡа ғына ауыр күренә ул, ә ысынбарлыҡта бик мауыҡ­тырғыс шөғөл. Ижад менән шөғөлләнеү мине тынысландыра, шулай уҡ бармаҡтарға массаж да яһала. Күҙҙәргә көсөргәнешле булмаһын өсөн, оҙаҡ ултырмаҫҡа тырышам. Тормош иптәшем һәр башланғысымды хуплап тора, материал әҙерләргә ярҙам итә, тимер сыбыҡтарға сәйлән теҙешә, – ти һүрәтләмә геройым.

– Йортоғоҙҙа, ихатағыҙҙа – тәртип, баҡсағыҙ ҙа – мул, күңелегеҙгә ятҡан шөғөлгә лә ваҡыт табаһығыҙ. Берәй мәл “Ниңә ауылға күсеп килдем икән?” тигән һорау тыуманымы, ауылда бигерәк тә ҡатын-ҡыҙға тормош көтөү ауырға тура килә бит? – тип һораным әңгәмәсемдән.

– Үҙ ҡулың менән йорт һалып йәшәү күңелгә ниндәйҙер рәхәтлек тойғоһо бирә бит ул. Ауылда тыныс, һауа таҙа, кешеләр ҙә ябайыраҡ. Егәрле кешегә ауыл ерендә тормош көтөү бер ҙә ҡатмарлы түгел. Эргәңдә һине аңлап, һәр башланғысыңды хуп­лап, ярҙам итергә әҙер торған кешең булһа бигерәк тә, – тип яуап бирҙе Зәлифә Ғелмитдин ҡыҙы.

 

Һандар һәм дәлилдәр

 

l Ауыл ерендә йәшәгән ҡа­тын-ҡыҙҙың хoҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре Берләшкән Мил­ләт­тәр Ойошмаһының махсус конференцияларында бер нисә тапҡыр ҡарала. Уларҙың көн­күрешен яҡшыртыу буйынса резолюциялар 2001 йылдан алып ҡабул ителә, 1995 йылда уҙғарылған дүрт ултырышта Бөтә донъя ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнөн булдырыу мәсьәләһе күтәрелә.

l Был көн БМО Генераль Ассамблеяһының 2007 йылдың 18 декабрендә ҡабул ителгән ҡарары нигеҙендә билдәләнә башлай. Байрамдың маҡсаты – ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының еңел­дән булмаған хәленә иғтибар йүнәлтеү, шулай уҡ уларҙың аҙыҡ-түлек һәм сәнәғәт ин­дустрияһына индергән хеҙмәт өлөшөн лайыҡлы баһалау. Байрам 2008 йылдан башлап билдәләнә.

l Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары Ер шары халҡының дүрттән бер өлөшөнән күберәк, тип иҫәпләнә.

l Донъяла бөтә ҡатын-ҡыҙҙар­ҙың дүрттән бер өлө­шөнән ашыуы ауыл ерендә ғүмер итә.

l Ер шарында аҙ тәьмин ителгән кешеләрҙең 70 проценты ауыл ерендә көн күрә, уларҙың яртыһынан күберәге тейешле медицина ярҙамы һәм белем алыуҙан мәхрүм.

l Рәсәйҙә ауыл ерендә эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың хеҙ­мәт хаҡы тулыһынса һаҡланған. Улар 36 сәғәтлек ҡыҫҡартылған эш аҙнаһына хоҡуҡлы.

l Шулай уҡ ауылда йәшәгән гүзәл зат айына түләнмәгән бер ял көнөнә хоҡуҡлы.

- Римма СОЛТАНОВА.

Читайте нас