Йәмғиәт
15 Октябрь 2021, 07:41

Халҡымдың яҙмышы ҡыҙыҡһындыра

шәхси архивтаншәхси архивтан
Фото:шәхси архивтан

Мин 2002 йылда Ылаҡ йондоҙлоғонда тыуғанмын. Тыуған яғым – Баҡалы районының Урманай ауылы.

Ауылымды иҫ киткес матур тәбиғәте, еләк-емешкә бай урмандары, һайрар ҡоштары, данлыҡлы Ыҡ йылғаһы биҙәй. Йырлы шишмә­ләрҙең һыуын эсеп, ҡоштар һайрауын тыңлап үҫкәнгәлер, бәләкәй сағымдан йыр-моңға ғашиҡмын.

Мәктәп йылдарынан уҡ төрлө сараларҙа даими ҡатнашып киләм. “Туған тел” телеканалы ойошторған “Йондоҙло баласаҡ” фестивалендә – дипломант, “Яҙғы тамсылар” республика конкурсында өсөнсө урынға лайыҡ булдым. Шулай уҡ һәр йыл районыбыҙҙа ойошторолған “Башҡортостан йондоҙсоҡтары” конкурсында икенсе-өсөнсө урындарҙы яуланым.

Тәбиғәтте бик яратам. Йәй айҙарын Ыҡ йылғаһында һыу ҡойоноп, урмандарында еләк-емеш, төрлө шифалы үләндәр йыйып уҙғарам. Спорт менән шөғөлләнәм, волейбол уйнайым, сәскәләрҙе яратам, шуғалыр ҙа йәшәгән йортобоҙ иртә яҙҙан алтын көҙгә ҡәҙәр сәскәгә күмелеп ултыра.

Мин, бала саҡтан йырлап үҫкән, тормошто һөйгән, туған халҡының яҙмышы, өмөт-хыялдары, тарихы, ҡайғы-шатлыҡтары менән ҡыҙыҡһынып йәшәгән ҡыҙ, 11-се класты уңышлы тамамлап, Өфө ҡалаһына юл тоттом. Яҙмыш шулай ҡушҡандыр инде, йыр-моңдо хоббийым итеп ҡалдырып, Өфө финанс университетына уҡырға керҙем. Әле икенсе курста белем алам. Тормош девизым – “Ышаныслы аҙымдар менән ғорур атлап, һәр саҡ алға барырға”.

 

Әдилә ВӘЛИЕВА.

 

Беҙҙең бәйге дауам итә! Конкурста һынау тотор өсөн түбән­дәге талап­тарҙы үтәү мөһим: матур, сифатлы фото­һүрә­тегеҙ менән бергә үҙегеҙ­ҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫе­үегеҙ, ярат­ҡан шөғө­лөгөҙ, ҡаҙа­ныш­тарығыҙ тура­һында хат яҙып ебәрегеҙ.

Беҙҙең электрон адрес:  bashkortostan.gazeta@mail.ru

1-се турҙа һылыу­ҡай­ҙар үҙҙәре менән та­ныш­тыра.  2-се турға сығыу­сылар интернет киңлек­тәрендә тауыш йыясаҡ.

Финалға үтеүселәрҙе жюри ағза­лары баһа­лая­саҡ. Интернет киң­лек­тәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыу­ҡайы” но­ми­нация­һын­да билдә­ләнәсәк.

Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһала­саҡ һәм бәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фоторәсеме гәзит календарын биҙә­йәсәк.

 

Рәзилә Абыҙгилдина

Читайте нас