Йәмғиәт
15 Октябрь 2021, 15:15

Иҫке Собханғолда социаль объекттар төҙөкләндерелә

Радий Хәбиров Иҫке Собханғол ауылындағы социаль объекттарҙа булды.

Иҫке Собханғолда социаль объекттар төҙөкләндереләИҫке Собханғолда социаль объекттар төҙөкләндерелә
Иҫке Собханғолда социаль объекттар төҙөкләндерелә

Бөрйән районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Иҫке Собханғол ауылындағы социаль объекттарҙа булды.

Башланғыс мәктәп – балалар баҡсаһының бер ҡатлы ағас бинаһы район үҙәгендә 1985 йылда һалынған. Ул заман талаптарына яуап бирмәй, шуға күрә күҙәтеү органдарының йыл һайын һорауҙары тыуа. Мәҫәлән, мәктәптә йылылыҡ системаһы ныҡ иҫкергән, ҡулай температураны һаҡлау мөмкинлеге юҡ. Ағас иҙән йоҡарған, ҡыйыҡтан һыу үтә. Аш-һыу бинаһы айырым урынлашҡан. Санитария нормаларына яуап бирмәгәнгә күрә, быйыл “Роспотребнадзор” күрһәтмәһенә ярашлы уның эше туҡтатылған. Балаларға “Бөрйән” ҡулланыусылар кооперативының әҙер ризыҡтарын ашаталар.

Башланғыс мәктәптә 17 уҡыусы белем ала, ә балалар баҡсаһына 49 сабый йөрөй. Уйын бүлмәһе майҙаны санитария талаптарына яуап бирмәгәнлектән, йәнә 20 баланы башҡа мәктәпкәсә учреждениеға күсерергә тура килгән.

Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов әйтеүенсә, яңы балалар баҡсаһы проектын эшләү өсөн 3,5 миллион самаһы аҡса кәрәк. Шул уҡ ваҡытта муниципалитет бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә ошо маҡсатҡа бер миллион һум ғына йүнәлтә ала. Радий Хәбиров баҡса бинаһын проектлауға 2,5 миллион һум бюджеттан тыш аҡса табырға ҡушты. Экспертиза үткәс, киләһе йыл төҙөлөштө башлау өсөн объектты Адреслы республика инвестиция программаһына индерәсәктәр. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ милли проекттарға ярашлы федераль бюджеттан берлектә финанслау мөмкинлеген ҡарау буйынса күрһәтмә бирҙе.  

Быйыл Иҫке Собханғолда “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһы буйынса “Ҡайынтүш” паркы төҙөкләндерелде. Ә сентябрҙә паркта “Дуҫлыҡ аллеяһы” барлыҡҡа килде. Яңы парк район үҙәге халҡының иң яратҡан ял итеү урынына әүерелде.

Радий Хәбиров биләмәне төҙөкләндереү сифатына юғары баһа бирҙе. Шул уҡ ваҡытта ул парк эргәһендәге урамда тротуарҙар булмауға иғтибарҙы йүнәлтте. Төбәк етәксеһе халыҡҡа паркка йөрөү уңайлыраҡ булһын өсөн тротуарҙы төҙөкләндереүгә аҡса бүлергә ҡушты.

1997 йылда асылған Бөрйән район мәҙәниәт һарайына ике йыл элек капиталь ремонт яһалған, эргәһендәге биләмә тәртипкә килтерелгән. Бында төрлө күмәк мәҙәни саралар уҙғарыла. Районда йәмғеһе 200-ҙән ашыу үҙешмәкәр ижад коллективы эшләй. Мәҙәниәт йортонда шөғөлләнгән 20 төркөмгә “халыҡ” һәм “өлгөлө” коллектив исеме бирелгән.

Радий Хәбиров мәҙәниәт һарайында үҙешмәкәрлекте үҫтереү өсөн тыуҙырылған шарттарҙы баһаланы, китапхананы һәм тамаша залын ҡарап сыҡты. Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов әйтеүенсә, ошонда уҡ урынлашҡан элекке спорт залы реконструкцияға мохтаж. Республика Башлығы бинаның профилен үҙгәртеү юлдарын ҡарап, иң ҡулай вариантты тәҡдим итергә ҡушты.

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/146814.html

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/146814.html

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас