Йәмғиәт
15 Октябрь 2021, 07:29

Әллә яҙмыш, әллә ҡарғыш… (Булған хәл)

Ни күрәсәгең маңлайыңа яҙылғанмы?

tolearnall.rutolearnall.ru
Фото:tolearnall.ru

Йәмле Дим йылғаһы буйын төйәк иткән Ҡамышлы* ауылы аша үткәндә, башҡа йорт-ихаталарҙан ситтәрәк етемһерәп ултырған, инде ергә ярайһы һеңеп, ҡасан һыланғаны ла билдәһеҙ, балсыҡтары күпләп ҡубып төшкән өйгә күҙ һалам. Оло юлға яҡыныраҡ урын алған аҙбарҙың да иҫкерәһе иҫкереп, түбәһе ишелеп төшкән. Күптән кеше ҡулы теймәгән ҡоймалар ығышып, ҡайһы бер штакетниктар ерҙә аунап ята. Элекке бәрәңге баҡсаһында ҡотороп ҡырағай үләндәр үҫә…

 

Хыянат

 

Ә бит ҡасандыр бында ла тормош үҙенсә ҡайнап, бер-береһенең үксәһенә баҫып тигәндәй, биш бала үҫә, ата-әсәләре урындағы мәктәптә балаларға белем бирә ине. Тәүҙә яҡты донъя менән 90-сы йылдар урталарында иллеһе лә тулмаған ғаилә башлығы Вәлиша Хөсәйенов бәхилләште. Бер нисә йылдан уның баш балаһы, утыҙы ла тулмаған Рафиҡ, ағаһы артынса тиерлек уға етәгеһе Илзирә лә әруахтар донъя­һынан урын алды. Инде тамам бәлиғ булған өс улы төрлө тарафтарға юлланғас, нигеҙҙә әсәләре Гөлзифа япа-яңғыҙы ҡалып, ул да алтмышын да тултырмай гүр эйәһе булды.

Ни ғиллә менән ошондай әсе яҙмышҡа дусар ителде Хөсә­йеновтар ғаиләһе? Әллә, борон­ғолар әйтмеш­ләй, берәйһенең әсе ҡарғышы төштөмө? Ҡарғыш төшө­рөрлөк ни ҡылған һуң улар? Ниндәйҙер дәрәжәлә туғанлыҡ ептәренә бәйле был ғаилә менән 70-се йылдар аҙағынан таныш булғанлыҡтан, күпме генә фекер йөрөтөп ҡараһам да, һорауҙарға яуап таба алманым.

…Вәлиша Ҡамышлынан ун саҡрым самаһы ғына шул уҡ Дим йылғаһы буйында ултырған Ишле ауылында баш бала булып Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуңғы беренсе йылда донъяға килә. Атаһы Йыһанша – 24 йәшлек һуғыш ветераны, әсәһе, егермеһен яңы тултырған Мәрйәм – урта мәктәптә уҡытыусы. Тыуған ауылында урта мәктәпте тамам­лағандан һуң, әсәһе ихтыяры буйынсалыр инде, Вәлиша Салауат ҡалаһындағы педагогия учили­щеһына уҡырға инә, артабан Совет Армияһында хеҙмәтен тултырып ҡайта һәм Ишле урта мәк­тәбендә уҡытыусы булып эш башлай. Тик буйҙаҡ егет булып оҙаҡ йөрөмәй ул, үҙе менән бер коллективта эшләгән ауылдашы Луиза менән тормош ҡороп ебәрә, Өфөләге педагогия институтына ситтән тороп уҡырға инә. Билдәле, бер йыл да үтмәй, тәүге балалары Ирек донъяға килә.

“Ҡарғыш” төшөнсәһен телгә алырға мәжбүр иткән тәүге осраҡ тап шул йылдарға тура килә, буғай. Коллективта яңыраҡ ҡына институт тамамлаған йәш уҡытыусы Гөлзифа күренгәс, Вәлишаның йөрәгендә уға ҡарата көслө мө­хәббәт ялҡыны ҡабына. Коллегаһы шундай уҡ хис менән яуаплағас, йәшерен генә осраша башлайҙар, һәм ул, әлбиттә, ауылдаштары иғтибарынан ситтә ҡала алмай, һүҙ сыға. Луизаның әсәһе менән яҡын әхирәт булған Мәрйәм апай был хыянатты ауыр кисерә, улын аҡылға килергә саҡы­рып, бик ҡаты әрләй. Әлбиттә, Гөл­зифаның артабан да Ишле урта мәктәбендә эшләй алмаясағы тураһында һүҙ ҙә булмай: “ҡыуырға кәрәк!”

 

Аяныслы хәлдәр

 

Ниндәй ҡөҙрәт Вәлишаны Гөлзифаға бәйләгәндер, йәш ир әле сәңгелдәктә ятҡан улы менән ҡатыны Луизаһын ташлай ҙа, ғүмерҙәре осланасаҡ ошо Ҡамышлы ауылына килеп, һигеҙ йыллыҡ мәктәптә эшкә урынлаша. Бәхеттәренә күрә, мәктәп тарафынан һалынып, буш торған йорт яңы ғаиләнең төйәгенә әүерелә. Ошонда Вәлиша менән Гөлзифаның тәүге балалары – Рафиҡ, унан һуң ҡыҙҙары Илзирә тыуа, артабан – Илгиз, Әхмәт һәм Рәүис…

Луиза иһә бер нисә айҙан тағы ла бер малай әсәһе булғас, был хәбәрҙе ишеткән Вәлиша, сабыйҙан ваз кисергә тырышып, күрәһең, “Ильястың атаһы мин түгел” тип үҙенән бер нисә йәшкә оло ауылдашының исемен атай. Әммә артабанғы тормош был фараздың ялғанлығын раҫлай, Ильяс ҙурая килә бөтөп олатаһы Йыһаншаны хәтерләтә ине. Йәш кенә килеш тол ҡалған Луиза иһә ҡабат кейәүгә сығып торманы, улдарын ата-әсәһе менән бергәләп тәрбиә ҡылды ла 50 йәш тирәһендә ҡапыл ғына ауырып китеп, яҡты донъя менән хушлашты. Әйткәндәй, оло улы Ирек тә бәхет күрмәне, башҡа тиҫ­терҙәре кеүек, Себер тарафтарында эшләп йөрөгән еренән бик иртә гүр эйәһе булды.

Вәлишаның үлеме иһә аяныслы була. Ҡайһы берәүҙәр ише, донъяһын онотоп эсеп-иҫереп йөрөмәһә лә, “төшөрөргә” ярата ул. Ишетелеүенсә, апрель урталарында иҫерек килеш йығыла ла елкәһе менән дивандың ағас башына бәрелеп, ныҡ ҡына имгәнгән ҡан тамырҙары уны иҫенән яҙҙыра. Ни сәбәптәндер ғаилә хужаһын үҙәк ра­йон дауаханаһына оҙатыуҙы хәстәр­ләмәйҙәр, Вәлиша бер нисә көн иҫенә килә алмай өйҙә ята. Аҙаҡ дауаханаға алып барып ҡарайҙар ҙа, тик табиптар ярҙамы һуңлаған булып сыға. Тыуған ауылы яҡында булыуға ҡара­маҫтан, элекке уҡытыусыға урынды Ҡамышлы зыяратынан бирәләр.

Ата-әсәһе юлын һайлаған Рафиҡ Хөсәйенов, Өфөлә Башҡорт дәүләт педагогия институтында белем алыуына ҡарамаҫтан, хеҙмәт биография­һын уҡыу йортонда дауам итеү урынына ул замандарҙа модаға ингән эшҡыуарлыҡ селтәренә урынлаша ла, бер нисә йыл эшләгәндән һуң, ҡапыл ғына ауырып китеп, донъя ҡуя.

Ғәҙеллек өсөн шуны ла иҫкә алырға кәрәктер: үлемгә ваҡытынан күпкә алда дусар ителгән Хөсә­йеновтарҙың спиртлы эсемлектәр менән башҡаларҙан нығыраҡ мауы­ғыуы ишетелмәһә лә, улар яҙмы­шында был яман ғәҙәттең роле бөтөнләй булманы, тип тә әйтергә ярамайҙыр. Йыһанша ағай, 70-се йылдар аҙағында яҙғы ташҡынға эскән килеш ҡолап төшөп, алтмышҡа ла етмәй гүр эйәһе була. Мәрйәм апайҙың бер туған һеңлеһе Ғәлиә иһә тап шул эскелек арҡаһында әжәле етмәй әруахтар араһынан урын ала. Вәлишаның берҙән-бер ҡыҙы Илзирәнең, спиртлы эсем­лектәр менән мауығып китеп, утыҙ йәш өҫтөндә вафат булыуы ишетелде.

Нужаның ағаһыныҡынан бер ҙә кәм булмағанын уның ҡустыһы Заһит кисергәндер, моғайын. Ишетеп белеүемсә, 18 йәше тулмаҫ элек үҙе кеүек егеттәр менән бер ауылдашын туҡмаған өсөн За­һиттың бер үҙен төрмәгә оҙаталар. Билдәле, ул егеттәр өсөн ярайһы фәһемле мәктәп ролен атҡарған Совет Армияһына алынмай, ет­мәһә, төрмәнән үпкә сире эләктереп ҡайта. Нефтселәр ойошмаһында эшләп йөрөгән еренән ҡышҡы сатлама һалҡында яланда ҡалып, Заһиттың ауырыуы тағы ла көсәйә һәм дауахананан-дауаханаға бер нисә ай йөрөп ҡараһа ла, файҙаһын күрмәй, 37 йәшендә әруахтар донъяһына китеп бара.

 

Сәбәп-нигеҙ бармы?

 

Береһенән-береһе бәләкәй өс баланың олоһо Фәйезгә атайһыҙ ҡалғанда 13 йәш тә тулмағайны. Бик иртә урлашырға өйрәнеп (күрәһең, нужа шулай көслө булғандыр), Фәйез бер нисә тапҡыр төрмәлә ултырып сыға, эсергә өйрәнә. Ул да, атаһы кеүек 39 йәшен дә тултырмай, Ишле зыяратына юлланды. Ире вафат булғандан һуң тормош йәмен эскелектә генә тапҡан әсәһе Наилә, тегендә бәрелеп, бында һуғылып йөрөгән еренән ҡыш урталарында юҡ була һәм мәйете яҙғы ташҡындан һуң ғына табыла. Үкһеҙ етем ҡалған ике ҡыҙ баланың кесеһен интернатҡа урынлаштыралар, олоһо туғандары янында йәшәргә мәжбүр була.

Үлемдең был тарафтарға самаһыҙ йышлауы аталғандар менән генә сикләнмәй. Ғәлиә апайҙың оло улы Сәғит, эш урынында ҡазаланып, ҡырҡын да тултырмай донъя ҡуя. Уға етәгеһе Зифа илленең өҫтөндә яман шештән гүр эйәһенә әйләнә. Унан бер нисә йыл элегерәк Хөсә­йеновтарҙың кесе улдары Алмас, улы менән ҡыҙын ҡалдырып, әруахтар донъяһынан урын алғайны. Ә бит ул да, әлеге лә баяғы, үҙ-ара һуғыш арҡаһында төрмәгә эләгеп, һаулығын ҡаҡшатып ҡайтҡас, эскелеккә ныҡлы бирелгәйне.

Ҡасандыр дүрт тиҫтәгә яҡын ағзанан торған өс ғаиләнән ни бары тиҫтә ярым самаһы кеше ҡала. Хәйер, бындай күренештәр беҙҙең “күпте күргән” һуғыш даръяһында ҡолас ташлап йөҙгән Рәсәй өсөн ҙур яңылыҡ та түгелдер. Тик бер һорау асыҡ ҡала: Хөсәйеновтарҙың аяныслы яҙ­мышының сәбәбе ниҙә? Вәли­шаның ике сабыйын ташлап, икенсе ҡатынға өйләнеүендәме? Уға Хоҙай Тәғәлә ҡарғышы төшкәнме? Юҡҡа ғына, ни сәсһәң, шуны урырһың, тиелмәгән бит!

Йылдар төпкөлөнәрәк ҡараш ташлағанда, тағы ла бер хәл асыҡлана: Советтар Союзында күҙәтелгән тиңдәшһеҙ 1921 йылғы аслыҡ ваҡытында донъяға яралған Йыһаншанан ата-әсәһе сабый көйө ваз кисеп, ул ил өҫтөндә тамаҡ­ланып үҫергә мәжбүр була. Ә Мәрйәмдең атаһын ике ҡыҙы бәләкәй саҡта уҡ Совет власы золом ҡорбаны яһай… Дөрөҫ, быларҙың артабанғы яҙмыштарға бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡ кеүек, тик киләсәктә атлай торған тормош һуҡмағының баштан уҡ насар йүнәлешкә төшкәнен инҡар итеп булмай.

Боронғо гректарҙың “йәшлегеңдә ҡартайғас бәхетле булырлыҡ итеп йәшә” тигән кәңәш-аҡылы бар-барлы­ғын да, тик уға ҡолаҡ һалғандар ғына самалы. Хәйер, күп кеше һағынып иҫкә алған йәшлек дыуамаллығы һәм уға көс-ҡеүәт биргән тәжрибә­һеҙлек “ҡайната” ла инде артабан һемерелә торған нужа һурпаһын. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмғиәтебеҙ был хаҡта уйланмай. Күрәһең, традициялар быға булышлыҡ итмәй.

Кеше тыуғанда уҡ уның ни күрәсәге маңлайына яҙылған була, ти торғайны беҙҙең ауыл әбейҙәре. Кем һәм нимәнән сығып яҙыуын, әлбиттә, әҙәм балаһы бер ҡасан да асыҡлай алмаясаҡ, сөнки был хатта фәндең дә ҡулынан килә торған асыш түгел. Әммә шуныһы яҡшы билдәле, тормошҡа яңы аяҡ баҫҡан йән эйәһенә ҡарғыш яҙылмай, сөнки уның өсөн сәбәп-нигеҙ юҡ.

 

- Тимер ЮРМАТИН.

 

* Атамалар һәм исемдәр үҙгәртеп алынды.

Автор:Розалия Абдрафикова
Читайте нас