Йәмғиәт
15 Октябрь 2021, 14:00

Нәби ауылы халҡын ниҙәр борсой?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөрйән районында эш сәфәрендә булды.

Нәби ауылы халҡын ниҙәр борсой?Нәби ауылы халҡын ниҙәр борсой?
Нәби ауылы халҡын ниҙәр борсой?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөрйән районында эш сәфәрендә булды. Ул социаль, инфраструктура һәм туристик объекттарҙы ҡарап сыҡты.

Нәби ауылында республика етәксеһе Иҫке Монасип урта мәктәбе филиалында булды. Филиал 1959 йылда һалынған бинала урынлашҡан. Уҡыу йорто директоры Даян Ҡотлобаев әйтеүенсә, бында 71 бала белем ала, 13 уҡытыусы эшләй. Ағас бина йылдан-йыл ултыра, ҡыйыҡтан һыу үтә, стеналарҙан штукатурка ҡойола.

Республика Башлығы бер нисә класты ҡарап сыҡты, уҡыусылар менән аралашты. Төбәк етәксеһе шулай уҡ спорт залына инеп сыҡты. Ул әле авария хәлендә. Ҡыш бында температура минусҡа төшөп киткән мәлдәр була, балалар башҡа ҡулайыраҡ бүлмәләрҙә шөғөлләнергә мәжбүр.

Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов яңы мәктәп бинаһының проектын әҙерләү тураһында һөйләне. Радий Хәбиров 20 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән берләштерелгән 60 уҡыусылыҡ белем усағы төҙөлөшөн 2022 йылда башларға ҡушты.

– 2023 йылдың 1 сентябрендә Нәбиҙә яңы мәктәп асылырға тейеш, – тине Башҡортостан Башлығы.

Был ауылда республика етәксеһе шулай уҡ урындағы халыҡ менән аралашты, Ағиҙел аша йәйәүлеләр күперен ҡараны. Ул 2012 йылда уҡ һалына башлаған. Подрядсы үҙенең йөкләмәләрен үтәмәүе сәбәпле, 2014 йылда уның менән килешеүҙе өҙгәндәр. Эште дауам иткән яңы ойошма проектҡа үҙ белдеге менән үҙгәрештәр индергән, һөҙөмтәлә ҡоролманы файҙаланыуға тапшырыуға рөхсәт бирмәгәндәр.

Радий Хәбиров Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына бер ай эсендә ҡоролманы ҡабул итергә, транспорт өсөн ауырлыҡ сикләүҙәрен билдәләргә ҡушты.

– Ноябрь уртаһына йәйәүлеләр һәм еңел автомобилдәр өсөн күпер эшләй башларға тейеш, – тине төбәк етәксеһе.

Нәби ауылы халҡы Радий Хәбировҡа үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр тураһында һөйләне. Шуларҙың береһе – яңы йорттарға газ үткәреүҙең ҡиммәткә төшөүе.

– Дәүләт башлығы ҡуйған зәңгәр яғыулыҡты йорттарға тиклем еткереү бурысы республикалағы 2,5 мең биләмәләге 180 мең йортҡа селтәрҙәрҙе еткереүҙе күҙ уңында тота. Беҙ был эште башланыҡ. Газ үткәргестәр участкаларға бушлай еткерелә, йорт эсендәге коммуникацияларҙы ғына һеҙҙең иҫәпкә монтажлайҙар, – тине Радий Хәбиров.

Республика Башлығы Бөрйән районы хакимиәтенә был программаның шарттарын халыҡҡа аңлатырға ҡушты. Әйткәндәй, Башҡортостанда программаны финанслауҙың дөйөм күләме 22 миллиард һум тәшкил итә.

Нәби халҡын борсоған йәнә бер мәсьәлә – Ағиҙел ярын нығытыу. Йыл һайын ташҡын осоронда һыу йорттарға бик яҡын килә. Радий Хәбиров Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына ауылға үҙ вәкилдәрен ебәреп, хәлде баһаларға һәм ярҙы нығытыу йәһәтенән тәҡдимдәр индерергә ҡушты.

Ауыл халҡы ҡайһы бер урамдарҙа яҡтылыҡтың булмауына, балаларҙың мәктәпкә ҡараңғыла йөрөүенә зарланды. Башҡортостан Башлығы район хакимиәтенә был мәсьәләне хәл итергә ҡушты.

Урындағы фельдшер Зәбиҙә Ибәтуллина Радий Хәбировҡа яңы модулле ФАП өсөн рәхмәт әйтте. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы Нәбиҙә былтыр асылған. Башҡортостан Башлығы ауылда вакцинацияның нисек барыуы менән ҡыҙыҡһынды.

– Статистика күрһәтеүенсә, прививка яһатмаған кешеләр сирҙе ауыр үткәрә. Вакцина яһатҡандар араһында бер нисә кеше генә ауырыны. Улар сирҙе еңел үткәрҙе, – тине Зәбиҙә Ибәтуллина.

– Кешеләрҙе вакцина яһатырға күндерергә кәрәк. Коронавирус – бик мәкерле сир, уның эҙемтәләре ауыр. Үҙеңдең һәм яҡындарыңдың һаулығын һаҡлау бик мөһим, – тине Радий Хәбиров.

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/146813.html

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/146813.html

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас