Йәмғиәт
15 Октябрь 2021, 04:02

Салауат вариҫтары еңелеү белмәй

Республика көнө айҡанлы “Торатау” конгресс-холында тантаналы йыйылыш үтте.

11 октябрь – Башҡортостандың төп дәүләт байрамы. Республика көнөн быға тиклем Башҡортостан киң билдәләй ине, быйыл коронавирус пандемияһына бәйле сикләүҙәр сәбәпле күп кенә саралар кисектерелде. Әммә төп сара – тантаналы йыйылыш ойошторолдо. Ул Өфөлә “Торатау” конгресс-холы бинаһында үтте һәм барлыҡ санитар талаптар теүәл үтәлде.

 

“Һәр кемдең ҡулын ҡыҫыр инем”

 

Байрамға республика үҫешенә өлөш индергән бик күп кеше саҡырылды. Улар араһында дәүләт власы органдары вәкилдәре, министрлыҡ һәм ведомство, муниципалитет башлыҡтары, ветерандар, йәмәғәтселек вәкилдәре булды.

“1990 йылдың 11 октябре беҙҙең бөтәбеҙ өсөн дә бик ҡәҙерле. Тап ошо көндә беҙҙең тыуған Баш­ҡорт­останыбыҙҙың өр-яңы тарихы башланды, беҙ уның менән ғорур­ла­набыҙ, бергәләп хәстәрлек күрәбеҙ, ул көслөрәк һәм нығыраҡ булһын тип тырышабыҙ”, – тип башланы сығышын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Радий Фәрит улы яҡташ­тары­быҙға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

– Беҙҙең атҡаҙанған ветеран­дарыбыҙ, намыҫлы хеҙмәткәрҙәр, һә­ләтле йәштәребеҙ, бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәт. Һәр бер башҡортос­тан­лының ҡулын ҡыҫыр һәм тыуған республикабыҙға ҡарата булған мөхәббәтегеҙ өсөн рәхмәт әйтер инем. Намыҫлы хеҙмәтегеҙ, киң кү­ңелегеҙ өсөн рәхмәт. Беҙҙә хеҙ­мәт яратҡан, асыҡ күңелле, көслө характерлы кешеләр йәшәй, – тине ул.

Төбәк етәксеһе белдереүенсә, беҙҙең халыҡты күптәр ихтирам итә. Быға өлгө итеп ул Ҡаҙағстан делегацияһын әйтте. Яңыраҡ ҡына Башҡортостандың рәсми делега­цияһы был илдә булып, бик уңышлы сәфәр ҡылып ҡайтты. Ҡаҙаҡтар беҙҙең менән хеҙмәт­тәшлек итергә һәм дуҫ булырға теләй. Быны дәлилләп Ҡаҙағс­тандың сауҙа һәм интеграция министры Бахыт Солтанов һәм Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе, хакимы Ғәли Искәлиев етәкләгән делегация Башҡортос­танға яуап сәфәре менән килде һәм байрам сараларында ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы республикабыҙҙы данлаған һәм уның мәнфәғәтендә тырышҡан һәр кемде телгә алырға тырышты. Улар араһында спортсылар ҙа бар.

– Беҙҙең республика өсөн мөмкин булмаған бер нимә лә юҡ. Быны беҙҙең олимпия һәм паралимпия спортсылары дәлилләй, улар Токиолоғы Йәйге уйындар геройы булды, – тине ул.

Шулай уҡ Радий Фәрит улы шашкалар батшабикәһе Тамара Танһыҡҡужина, батырыбыҙ Эльбрус Ниғмәтуллин, ике ҡулында донъялағы иң бейек тауҙарҙың береһенә менеп Башҡортостан флагын ҡаҙаған Рөстәм Нәбиев рухына һоҡланыуын белдерҙе һәм уларға ла рәхмәт әйтте.

– Көн һайын ковид-госпитал­дәр­ҙә меңәрләгән кеше ғүмерен ҡотҡарған ҡаһарман табиптарыбыҙ беҙгә ышаныс өҫтәй. Бөгөн беҙ уларға тағы бер тапҡыр профессионализм, ҡаһарманлыҡ һәм кешелеклек өсөн рәхмәт әйтергә те­йешбеҙ. Һеҙгә көс һәм сыҙам­лыҡ теләйбеҙ, ҡәҙерле табип­та­рыбыҙ, – тине республика етәксеһе.

Радий Фәрит улы белдереүенсә, беҙ көстө героик тарихыбыҙҙан алабыҙ, уны Салауат тоҡомо вәкилдәре – Муллайән Халиҡов, Кәрим Хәкимов, Миңлеғәле Шайморатов, Таһир Күсимов, Зыя Нуриев, Миҙхәт Шакиров һәм башҡа бик күп кеше булдырған.

– Ата-бабаларыбыҙ ҡаһарман­лығы һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәйәсәк һәм яңы уңыштарға ҡанатландырасаҡ. Минең өсөн республикала күсәгилешлек һаҡлау бик мөһим. Минән алда килгән шәхестәргә ҙур хөрмәт менән ҡарайым. Республиканың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа ҙур рәхмәт әйткем килә. Уның ваҡытында республика быға тиклем булмаған үҫеш алды. Рөстәм Зәки улы Хәмитовҡа күп ҡаҙаныштары һәм беҙгә артабан хәрәкәт итергә ярҙам иткән эшлән­мәләре өсөн рәхмәтлемен. Бөгөн был залда Рафаэль Ибраһим улы Байдәүләтов ултыра, ул – Баш­ҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһында Башҡортос­тан өсөн бик күпте эшләгән кеше, – тине ул.

Шулай уҡ Радий Хәбиров, республикаға байрамға Донбасс халыҡ республикаһы башлығы Денис Пушилин да килде, тине. Уға беҙҙең легендар яҡташтарыбыҙ, ҡаһарман яугирҙәр һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов рухын һәм хәтерҙе һаҡлауҙа ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт әйтте.

 

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ

 

Һуңғы йылдарҙа Башҡортос­танда шундай принцип барлыҡҡа килде: беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе таш­ламайбыҙ.

– Беҙҙе уртаҡ тарих һәм уртаҡ киләсәк берләштерә. Йәй көнө Көньяҡ Урал райондарында урмандар янған саҡта ҡотҡарыу­сыларға бөтә республиканан меңәрләгән ирек­мән­ ярҙам итте. Берҙәмлек принцибы “Атайсал” проектында ла ята, ул бәләкәй тыуған ере патриоты булған һәр кемгә ҡағылды. Беҙҙең Прези­дентыбыҙ аҡыллы ҡарар ҡабул итте һәм Атайҙар көнө булдырҙы. Беҙ ғаилә таянысы булған атайҙарҙы һаҡларға тейеш­беҙ. Туған телен яратыусылар өсөн уны өйрәнеүгә бөтә шарттар булдыр­ҙыҡ, – тине Радий Хәбиров.

Радий Фәрит улы ил Президенты Владимир Путинға төбәккә Башҡортостан сода компанияһы өҫтөнән контролде ҡайтарғаны өсөн рәхмәт әйтте. Бөгөн пред­прия­тиеның килеме бер нисә тап­ҡырға артты. Шарттар һәм хеҙмәт өсөн түләү яҡшырҙы, хеҙмәт етеш­тереүсәнлеге артты. Шулай уҡ Радий Хәбиров республиканың ауыл хужалығы тармағы эшсән­дәренә лә рәхмәт әйтте. Улар ауыр ҡоро­лоҡ шарттарында ла ике миллион тоннанан ашыу иген йыйыуға өлгәште.

– Һеҙҙең арҡала, ғөмүмән, барлыҡ Башҡортостан халҡының тырышлығы менән республикабыҙ ҙур бер өмәгә әйләнде. Бөтә ерҙә төҙөлөш ҡайнай, тораҡ йорттар, социаль объекттар, предприятиелар, сауҙа үҙәктәре төҙөлә. Һәр районда, ҡалала яңы юлдар, күперҙәр, яңыртылған ихаталар һәм подъездар, парктар, скверҙар барлыҡҡа килә. 13 проектыбыҙ төҙөкләндереү буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңде. Бәләбәй, Бөрө, Нефтекама, Ишембай, Ағиҙел, Өфө һәм башҡа ҡалаларыбыҙ парктарын, майҙандарын яңыртты. Быйыл ғына 146 йәмәғәт киңлеген төҙөклән­дерҙек, – тине Радий Фәрит улы.

Башҡортостан Башлығы белде­реүенсә, республика сәнәғәт үҫеше буйынса лидер булды, илдең инвестиция йәһәтенән ылыҡтырғыс төбәктәре араһында тәүге бишәү иҫәбенә инде. Әле ике мең самаһы ҙур һәм бәләкәй инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Республикала донъя кимәлендәге студенттар кампусы төҙөләсәк, рес­публиканың өс юғары уҡыу йорто “Өҫтөнлөк 2030” програм­ма­һында еңде. Был белем усаҡ­тарына яңы һулыш өрәсәк, беҙҙең студент­та­ры­быҙ үҙебеҙҙә көслө белгес бу­ла­саҡ, тыуған ерендә эшләй аласаҡ.

Әле Башҡортостанда Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына әүҙем әҙерлек бара. Байрамға тиклем баш ҡала күҙгә күренеп үҙгәрәсәк. Радий Фәрит улы белдереүенсә, Өфөлә ҡала төҙөү сәйәсәте яңыртыла.

 – Беҙ Ағиҙел аръяғында 10 миллион квадрат метрлыҡ торлаҡ төҙөйбөҙ тигәйнек һәм быны эшләйәсәкбеҙ. Көньяҡ Уралда яңы тимер юлдар һалынасаҡ, һанлы электр станциялары булды­рыласаҡ. Республиканың төнья­ғында беренсе тапҡыр тиҙ йөрөшлө (сәғәтенә ике йөҙ километр) трасса барлыҡҡа киләсәк, ул Мәскәүҙән Екатерин­бургка тиклемге юлдың мөһим участкаһы буласаҡ. Беҙгә ил Президенты һәм Хөкүмәте ышаныс белдерҙе. “Стимул” програм­маһы буйынса аҡса бүләләр, күп миллиардлыҡ инфраструктура кредиттары бирәләр. Шуныһы мөһим – республикаға башҡа төбәктәрҙә һәм илдәрҙә йәшәгәндәр ҙә ышана. Һуңғы йылдар эсендә тәүге тапҡыр Башҡортостанда йәшәргә, уҡырға, эшләргә теләгән кешеләрҙе күрәбеҙ. Миграция үҫешә. Идея­ларыбыҙға, ҙур һәм бәләкәй эштәребеҙгә һоҡланған яҡташта­рыбыҙ кире әйләнеп ҡайта. Был – Республика көнөнә ҙур бүләк, – тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе белдереүенсә, халҡыбыҙ ышанысы арҡаһында Дәүләт Думаһында ысын патриоттар, республика лоббистары ко­мандаһын формалаштыра алдыҡ. Улар Рәсәй парламентында һө­ҙөмтәле хеҙмәт итә, Башҡортостан һәм уның халҡы мәнфәғәттәрен лайыҡлы алға этәрә аласаҡ.

– Һуңғы йылдарҙа беҙ көнсы­ғыш яҡтан сығыу юлы тоннелен уйып ҡына ҡалманыҡ, бар рес­публикабыҙҙы алға ебәреүгә кәртә булған “емереклектәр”ҙе лә та­ҙарттыҡ. Ышанмауҙы, битараф­лыҡты еңдек, йәмғиәтебеҙҙе берләштерҙек. Тимәк, беҙҙе яңы еңеүҙәр, уңыштар көтә. Улар алда күп буласаҡ. Ҡарағыҙ, ниндәй йәштәр үҫә! Улар үҙҙәрен “Ворлдскиллс” чемпионатында бик сағыу күрһәтте, республикаға еңеү килтерҙе. Миллионлаған йәштәр – улар беҙҙең киләсәк, – тине Башҡортостан Башлығы. 

Шулай уҡ Радий Хәбиров республика халҡын етеп килгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына яуаплы ҡарарға саҡырҙы, уның һөҙөмтәләре дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеү һәм артабан хәрәкәт итеү мөмкинлеге бирәсәк.

– Эйе, тормош тик сағыу күренештәрҙән генә тормай. Әлегә барыһы ла яҡшы түгел. Күп ғаиләләргә еңел түгеллеген беләм. Пандемия ваҡытындағы юғалтыу­ҙар ҙа ауыр кисерештәр килтерә. Әммә бергә саҡта еңәсәкбеҙ, бар ауырлыҡтарҙы үтәсәкбеҙ. Ваҡыты менән нисек кенә ауыр булмаһын, һәр саҡ шуны ҡабатлаясаҡбыҙ: “Салауат вариҫтары еңелеү белмәй!” Һәм еңәсәкбеҙ, яңы үрҙәр аласаҡбыҙ! Алға, тик алға, Башҡортостаным. Байрам менән, республикам. Байрам менән, халҡым! – тип тамамланы сығышын Радий Хәбиров.

 

Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте

 

Артабан ул алдынғы яҡташ­тарыбыҙға дәүләт наградалары тапшырҙы. Өс кеше Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләк­ләнде. Улар – Ҡаҙағстандың сауҙа һәм интеграция министры Бахыт Солтанов, Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе хакимы Ғәли Искәлиев һәм М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов.

Бахыт Солтанов бындай юғары награда өсөн рәхмәт әйтте һәм Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым-Жомарт Тоҡаев ебәргән ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе.

“Республика көнө айҡанлы ихлас ҡотлауҙарыбыҙҙы, изге теләктәребеҙҙе ҡабул итегеҙ. Бөгөн Башҡортостан – Рәсәйҙең ҡеүәтле сәнәғәт өлкәһе, шулай уҡ бай тарихлы, үҙенсәлекле мәҙәни мираҫ­лы лидер төбәк­тәрҙең береһе. Һеҙҙең етәкселек аҫтында республика артабан да иҡтисади йәһәттән тотороҡло үҫешер, граждандарҙың социаль именлеген тәьмин итеүгә бәйле мөһим үҙгәрештәр кисерер. Ҡаҙағстан халҡы һеҙҙең уңыштарға ихлас ҡыуана, ике аралағы арта­банғы хеҙмәт­тәшлеккә ҙур әһәмиәт бирә”, – тигән һүҙҙәр бар Ҡаҙағстан Президенты ҡотлауында.

“Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы менән хеҙмәт ветераны Рифмир Аҡлаев, Башҡортостан Хөкүмәтенең элекке Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов, Башҡорт дәүләт университеты профессоры, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Ғиниәт Ҡунафин, Нефтекама ҡалаһының элекке хакимиәт башлығы Игорь Лим, Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы рәйесе кәңәшсеһе Әмирхан Сәмерханов, элекке спорт министры Владимир Самородов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, элекке Хөкүмәт вице-премьеры һәм элекке Өфө мэры Фидус Ямалтдинов наградланды.

Бүләкләнеүселәр үҙ хеҙмәтен лайыҡлы баһалағандары өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе.

Башҡортостан Республи­каһы­ның Почет грамотаһы менән быйыл юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионы исемен алған Адлан Амриев, республи­каның элекке хәрби комиссары Тимофей Азаров һәм WorldSkills Европа чемпионаты финалсыһы Илнур Шәйхисламов бүләкләнде.

Өфөләге 21-се ҡала клиник дауаханаһының Миловка табип-амбулаторияһы табип-терапевы Татьяна Иванова “Башҡортос­тандың атҡаҙанған табибы” тигән исемгә лайыҡ булды. Дим районы дауаханаһы акушер-гинекологы Флүрә Нурҡаева – Башҡортос­тандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре, ә Жиганов исемендәге Ҡазан дәүләт консерваторияһы уҡытыусыһы Филүс Ҡаһиров Башҡортостандың атҡаҙанған артисы булып танылды.

Республика халҡын байрам менән Рәсәй Федераль Йыйы­лышының Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко ла телеграмма аша ҡотланы һәм республикабыҙға артабан да уңыштар теләне. Тантаналы концерт, һәр ваҡыттағыса, матур, сағыу итеп әҙерләнгәйне. Уны төп телеканалдарҙа бар республика кешеләре ҡарай алды. Унда ла Башҡортостандың бай мәҙәниәте, сәнғәте генә түгел, ҡаҙаныштары һәм уңыштары ла сағылыш тапты. Фольклориада, Ворлдскиллс, спорт һәм башҡа саралар концерт номерҙары аша күрһәтелде. Тарихтан башлап бөгөнгә тиклемге тарих сағылдырылды. Мәскәүҙе шаулатып ҡайтҡан “Дон Кихот” операһынан өҙөк күрһәтелде. Концертта туғандаш Ҡаҙағстан Респуб­ликаһы артистары ла сығыш яһап, уны тағы ла байытып ебәрҙе. 

 

“Алға, Башҡортостан!” алға елә

 

Әйткәндәй, ошо уҡ көндә бында тағы бер мөһим ваҡиға булды – конгресс-холл залынан онлайн рәүештә телекүпер режимында Мәскәү метрополитенының “Төньяҡ” электр депоһында “Алға, Башҡортостан!” тематик поезы ебәрелде. Ул Өфө ҡалаһының 450 йыллыҡ юбилейына арнала. Составҡа стартты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бирҙе.

“Республика көнөндә беҙ мәскәүҙәргә һәм баш ҡала ҡунаҡтарына ошондай һәйбәт поезд бирәбеҙ. Мин Мәскәү мэры Сергей Собянинға һәм метрополитен коллективына был башланғысҡа булышлыҡ иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт әйтәм, – тине ул поезды ебәреү тантанаһында. – Минеңсә, был вагондар – Мәскәү метроһын төҙөүҙә ҡатнашҡан меңәрләгән яҡташыбыҙға хөрмәт билдәһе лә. Поезд беҙҙең тәбиғәтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, йолаларыбыҙ, бар Башҡортостан тураһында мәғлүмәт бирһен тип тырыштыҡ. Уның ярҙамында мәскәүҙәр һәм баш ҡала ҡунаҡтары беҙҙең республика тураһында күберәк белер һәм киләһе ялында Башҡортостанға килергә ҡарар итер, ә кемдер бөтөнләй йәшәргә күсер тип ышанам.

 “Алға, Башҡортостан!” составы Сокольники линияһы буйлап йөрөйәсәк һәм Мәскәүҙәр менән баш ҡала ҡунаҡтарын Башҡорт­остандың тарихы, мәҙәниәте, иҫтә­лекле урындары, иҡтисад һәм сәнәғәт уңыштары менән таныш­тырасаҡ.

Константин ТОЛКАЧЕВ, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе:

– Республика көнө – Баш­ҡорт­остандың төп дәүләт байрамы. Ул беҙҙең күп милләтле тыуған еребеҙҙә йәшәгән ха­лыҡтар дуҫлығын, берҙәмлеген һәм килешеүсәнлеген сағыл­дыра. Яҡшы етештереү һәм интеллектуаль ҡеүәткә эйә булып, Башҡортостан Рәсәй тө­бәктәре араһында лайыҡлы урын биләй, илебеҙҙең социаль-иҡтисади һәм мәҙәни-рухи үҫе­шенә ҙур өлөш индерә. Бөгөн республикала ҙур инвестиция проекттары тор­мошҡа ашырыла, эҙмә-эҙлекле социаль инфраструктура камиллаша, граж­дандар йәм­ғиәте институттары әүҙем­леге арт­ҡандан-арта. Беҙ лайыҡлы рә­үештә республи­кабыҙҙың бай тарихы, иҡти­сади ҡеүәте, үҙенсәлекле мә­ҙәниәте һәм егәрле халҡы менән лайыҡлы ғорурлана ала­быҙ. Ихлас күңел­дән бөтәһенә лә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм барлыҡ яҡшы башланғыс­тарҙа уңыштар теләйем!

 

Рафаэль БАЙДӘҮЛӘТОВ, Башҡортостан Хөкүмәтенең элекке Премьер-министры:

– Бөгөн бында халыҡ ара­һында булыуым менән бик бә­хет­лемен. Икенсе йыл рәт­тән республика был ҙур байрамды коронавирус шарттарында үт­кәрә. Сиргә ҡара­майынса, уны билдәләү бик дөрөҫ тип иҫәп­ләйем. Бай­рамға етәкселек һәр ваҡыт ентекле әҙерләнә, үткәндәргә йомғаҡ яһай, яңы объекттар аса – был халыҡ өсөн кәрәк. Беҙҙе, ветеран­дарҙы, онот­мағанығыҙ өсөн дә ҙур рәхмәт. Бар Башҡортостан халҡын оло байрамыбыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Һәр кемгә уңыштар, һаулыҡ, именлек теләйем.

 

Эльвира АЙЫТҠОЛОВА, Рәсәй Дәүләт Думаһының һигеҙенсе саҡырылыш депутаты, Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы Президиумы рәйесе:

– Республика көнөндә бөтә­һенә лә иң изге теләктәремде еткерәм, тыуған төбәгебеҙгә уңыштар теләйем. Беҙ нисек ҡала һәм ауылдарыбыҙҙың ма­турланғанын, үҙгәргәнен күрә­беҙ. Был үҙгәрештәр – ҙур ко­манданың эшмәкәрлеге һөҙөм­тәһе, беҙҙең күп милләтле, татыу республикабыҙҙа йәшәгән һәр кем был команданың өлөшө булып тора. Алда башҡараһы эштәр бик күп. Яҡташ­тары­быҙҙың талантына таянып, республикабыҙҙың ҡеүәтле мөмкинлектәрен тормошҡа ашырып, беҙҙең тағы ла көс­лөрәк һәм нығыраҡ булы­уыбыҙҙы теләйем. Барығыҙға ла һаулыҡ һәм тиҙерәк коронавирусты еңеүҙе теләйем.

 

Хөрмәтулла ҮТӘШЕВ, Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы:

– Республика халҡын күркәм байрам менән ихлас күңелдән ҡот­лайым. Баҡһаң, 31 йыл да үтеп киткән икән. Беҙҙең театрыбыҙ ул саҡта Фрунзе урамы, 40 адресы буйынса урын­лашҡан ине. Унда 1990 йылдың 11 октябрендә Юғары Совет ултырышы үткәйне. Беҙ, артистар, репетициялар ара­һында шунда халыҡ менән бергә ҡайнашып йөрөнөк, депутат­тарға наказдар бирә инек. Нисәмә йыл үтеп тә киткән! Ошо 31 йыл эсендә рес­пуб­ликабыҙ бик ныҡ алға китте. Сәнғәт буйынса ғына ҡарағанда ла, ни тиклем уңыштарға өлгә­шелде бит! Театрҙар, филармониялар асылды, үҙебеҙҙең театрыбыҙ ҙур төҙөкләндереү кисерҙе, техник базабыҙ ны­ғынды. Сит илдәргә, күрше тө­бәктәргә йөрөйбөҙ, фестивал­дәрҙә ҡатнашып “Алтын битлек”тәр яулайбыҙ, ғөмүмән, гөрләп эшләйбеҙ. Бар республика халҡын байрам менән ҡотлайым. Уңыштар, һаулыҡ теләйем. Һәр саҡ алға барайыҡ.

- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас