Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Октябрь 2021, 22:00
1

Улар - ғаиләһенең дә, илдең дә терәге

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһына лайыҡ булғандарҙы тәбрикләнеләр.

Улар - ғаиләһенең дә, илдең дә терәге
Улар - ғаиләһенең дә, илдең дә терәге

Белеүебеҙсә, октябрь башында ил Президенты Владимир Путин Рәсәйҙә рәсми рәүештә Атайҙар көнөн булдырҙы. Ул йыл һайын ошо айҙың өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнәсәк. Быйыл байрам 17 октябргә тура килә. Уның алдынан Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһына лайыҡ булғандарҙы тәбрикләнеләр. Был конкурсты Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ойошторҙо.

"Атай ҡаһарманлығы" йәмәғәт наградаһы бала тәрбиәләгән, сәләмәт тормош алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен, йолаларын һаҡлау һәм тергеҙеү, йәмғиәттә әхлаҡи мөхитте яҡшыртыу өсөн шарттар булдырған, райондың, республиканың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙарҙы дәртләндереү, уларҙың хеҙмәтен таныу өсөн булдырылған.

Әйткәндәй, донъялағы 50 илдә Атайҙар көнө бар. Быға тиклем Рәсәйҙәге 15 төбәктә рәсми рәүештә билдәләнә ине, тик бындай көн федераль кимәлдә байрам ителмәне. Күп сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре илдә Атайҙар көнөн булдырыу башланғысы менән сығыш яһаны. Уларҙың береһе Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе, Дәүләт Думаһының элекке депутаты, Төбәк-ара ғаилә институттарына, йолаға әүерелгән ғаилә ҡиммәттәренә ярҙам итеү йәмәғәт ойошмаһының беренсе президенты Александр Сидякин булды.

2020 йылда беренсе тапҡыр бүләкләү тантанаһы уҙғарылды. Быйыл II “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһын юллау өсөн 47 муниципальь берәмектән 184 ғариза бирелгән. Бөгөн иһә Өфөләге “Торатау” конгресс-холында балалары уҡыуҙа, спортта, ижадта ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән атайҙар билдәләнде. Байрам сараһында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев ҡатнашты, ул тантанаға йыйылғандарҙы ҡотлағанда тормошта атайҙар роленең ҙур булыуын айырып әйтте.

“Ир-егеттәр советы” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров иһә сығышында “Атай ағасы” тигән акция үткәреләсәге хаҡында белдерҙе.

Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова Атайҙар көнөнөң барлыҡҡа килеүенә бәйле ҡыуанысы менән уртаҡлашты. Балалар хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил Ольга Панчихина иһә конкурста ҡатнашҡан барлыҡ 184 атайҙың да ошондай йәмәғәт наградаһына лайыҡ икәнлеге хаҡында әйтте.

“Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһын беренсе булып Краснокаманан Гавис Әхмәров алды. Ул ваҡытында 27 тапҡыр рәттән үҙ районының иң яҡшы инженер-механигы тип танылған. Ҡатыны Илүсә Мәғфүрйән ҡыҙы менән 60 йылдан ашыу бергә татыу йәшәйҙәр. Өлкән улдары Зенфир – Краснокама районы хакимиәтендәге ауыл хужалығы идаралығының баш зоотехнигы, икенсе улдары Рәмзид – Башҡортостан дәүләт аграр университеты доценты. Илүсә менән Гавис Әхмәровтарҙың өсөнсө улдары Илфаҡ – Яңы Аҡтанышбаш мәктәбе директоры, дүртенселәре Раил – “Йылылыҡ-энергетика компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең баш инженеры, ҡыҙҙары Гүзәлиә иһә - Яңы Ҡабан ауылы мәктәп-интернаты директоры. Төпсөктәре Илнас менән Финас шулай уҡ Яңы Аҡтанышбаш урта мәктәбендә эшләй. Абруйлы атай Гавис Әмир улының барлыҡ балалары ла юғары белемгә эйә.

Туймазы районынан Әлсур Әхмәтов һигеҙ ҡыҙға атай булһа, Ҡалтасы районынан Олег Байдуганов - ете балаға. Олег Викторович менән Снежана Витальевна өс баланы опекаға алған.

Дыуан районынан Алексей Гордеевтың ғаиләһендә - ете бала. Өлкән улдары Антон  Ф.В. Маргелов исемендәге Рязань юғары һауа-десант училищеһын тамамлаған. Ул – халыҡ-ара хәрби уйындар, республиканың һәм илдең өсалыш буйынса чемпионы. Өлкән ҡыҙҙары Оксана ла - көс өсалышы буйынса Рәсәй һәм Европа чемпионы. Уртансы улдары Феоктист – ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге беренсел йәйге әҙерлек дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты кадеты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уртансы ҡыҙҙары ауыр сирҙән яфалана. Әсәһенә дауаханала уның эргәһендә йыш булырға тура килә. Алексей Петрович – ғаиләнең ныҡлы терәк-таянысы.

“Атай ҡаһарманлығы” наградаһына лайыҡ булған Бишбүләк районынан Иван Грешняковҡа, ҡатыны яҡты донъянан китеп барғас, оҙайлы ваҡыт бер үҙенә өс баланы тәрбиәләргә тура килгән. Артабан ул икенсе ҡатыны Нина Трофимовна менән таныша һәм уның ҡыҙы өсөн дә ысын атайға әйләнә. Уларҙың улдары, ҡыҙҙары тормошта үҙ урынын тапҡан, хеҙмәттәре юғары баһалар ала. Иван Михайлович әлеге награданы булдырғандары һәм тапшырғандары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен шиғри юлдар аша еткерҙе.

Өфө районынан Тимур Йыһаншин баш ҡалалағы 21-се дауаханала хирургия бүлексәһенә етәкселек итә. Ул – Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты, ике тапҡыр “Алтын скальпель” наградаһына лайыҡ булған. Бынан тыш, медицина өлкәһендәге уйлап табыу ҡаҙаныштары бихисап. Табип коронавирустан сирлеләргә лә ярҙам итә. Өҫтәүенә Тимур Марат улы – дүрт бала атаһы. Ике йәшенән тәрбиәгә алынған өлкән улдары Александр, ҡыҙҙары Динара, лицей уҡыусыһы Дарина, бәләкәй улдары Риза үҙҙәренең төрлө ҡаҙаныштары менән ата-әсәһен ҡыуандыра. Тимур һәм Кристина Йыһаншиндар – ирекмәндәр, Башҡортостанда “Рәсәйҙең махсус олимпиадаһы” төбәк ойошмаһы бағыусылары ла.

“Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһына лайыҡ булған Владимир Ишмәтов (Өфө ҡалаһынан) – Башҡортостан дәүләт медицина университетының йөрәк-ҡан тамырҙары һәм рентген хирургияһы бүлексәһе етәксеһе, уҡыу йортоноң госпиталь хирургияһы кафедраһы профессоры, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, “Алтын эскулап” медицина премияһы – статуэткаһы эйәһе. Былтыр ул БДМУ-ла коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү буйынса штабты ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан. Ҡатыны Динә Радик ҡыҙы менән дүрт бала баға. Улар спорт менән әүҙем шөғөлләнә.

Учалы районынан Раят Ишмөхәмәтов алты бала тәрбиәләй. Уларҙың икәүһе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғүмере иртә өҙөлгән туғанының балалары. Миндәк урта мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән Раят Килдебай улының балалары Раян, Айрат, Динар, Илнар бик матур бейей, спорт менән әүҙем шөғөлләнә һәм ошо өлкәләрҙә бихисап наградаға эйә. “Байыҡ” республика конкурсында беренсе урынды яулағандар. Ғаилә башлығы һәм уның ҡатының Ләлә Ғәбдрәшит ҡыҙы, барлыҡ тәрбиә үҙ миҫалыңа барып тоташа, тигән фекерҙә.

“Атай ҡаһарманлығы” наградаһына лайыҡ булған Сафа Ишмөхәмәтов – Сибай ҡалаһынан. Ул – Рәсәйҙең дөйөм белем биреү отличнигы, республиканың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, башҡа наградалары ла байтаҡ. Ҡатыны Динә Әхмәтйән ҡыҙы менән бына тигән өс ул тәрбиәләгәндәр. Тик, үкенескә ҡаршы, 2011 йылда хәләл ефетенең ғүмере ваҡытһыҙ өҙөлә. Сафа Вафа улы улдарына, ейәндәренә ярҙам итә, уларҙа ғаилә ҡиммәттәренә ихтирам тәрбиәләй. Улы Артурҙың “Бабич” фильмында Ғәзиз Әлмөхәмәтов ролен уйнағанын хәтерләйһегеҙҙер. Ул – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Уртансы улы Динис “Уралсиб” банкында эшләй. Кесе улы Айнур – Стәрлетамаҡ бейеү театрының балет артисы.

Дәүләкән районынан Айнур Ҡорманаев – ун ҡыҙ һәм ул атаһы! Ҡатыны Гөлназ менән Нурфаяз, Алһыу, Аэлита, Аделина, Динияр, Артур, Ислам, Виктория, Самира һәм Богдан исемле балалар тәрбиәләйҙәр. Иң бәләкәстәренә – ни бары бер ай. Күптәр замандың иҡтисади ауырлыҡтарына һылтанып, хатта ғаилә ҡорорға ашыҡмаған осорҙа, был үҙе ҙур ҡаһарманлыҡ түгелме ни?!

Әбйәлил районынан Байрам Лоҡманов – Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылынан. 1 Май байрамында донъяға килгәнгә шундай исем биргән уға ата-әсәһе. Ул бала сағынан техника менән мауыҡҡан, мәктәптә стена гәзиттәрен сығарған. Алтын ҡуллы ир ғүмер буйы тыуған яғында эшләгән: техниканы бына тигән итеп йүнәтә, мейесте сынъяһау итә, ағас буйынса ла шәп оҫта. Ауылдаштары әйтеүенсә, Фәниә менән Байрам Лоҡмановтарҙың йөрәге алтын. Ғаилә башлығының ҡасандыр ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүе сәбәпле, өс улдары сибек булып тыуһа ла, бирешмәгәндәр, бына тигән итеп аяҡҡа баҫтырғандар. Был ғына түгел, балалар йортонан һигеҙ йәшлек игеҙәктәр Лена менән Ангелинаны тәрбиәгә алғандар. Улар хәҙер үҫкән инде, Өфөлә эшләп йөрөйҙәр, ата-әсәһе йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәйҙәр. Һуңғараҡ Фәниә менән Байрам Лоҡмановтар ике йәшлек Фәрхәт менән бер йәшлек Заринаны тәрбиәгә алырға ҡарар итә. Ниндәй генә тормош ауырлыҡтары килеп сыҡмаһын, яҙмыш һынамаһын, улар бирешмәй, киреһенсә, үҙ юлдарынан тайпылмайынса, бәхетле һуҡмаҡҡа баҫырға ынтыла.

Ғөмүмән, бөгөнгө тантанаға килгәндәрҙең барыһы ла шундай. Улар ысынлап та Атай! Балаларының, ҡатынының, туғандарының, яҡындарының ныҡлы терәге, таянысы улар. “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһына лайыҡ булғандарҙың барыһының да тормошо – үҙе батырлыҡ, күптәргә өлгө-миҫал. Тап бына ошондай атайҙар булғанда йәшәйешебеҙҙең яҡты киләсәгенә, быуын сылбырҙарының өҙөлмәҫенә өмөт-ышаныс арта.

Автор фотолары.

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас