Йәмғиәт
15 Октябрь 2021, 11:00

Йөрәге тибеүҙән туҡтаны...

Баш ҡала вице-мэры менән хушлашыу  16 октябрҙә  сәғәт 9-ҙа ойошторола, матәм митингыһы Ҡала мәҙәниәт һарайында (Октябрь проспекты, 137) үткәрелә.

Йөрәге тибеүҙән туҡтаны...Йөрәге тибеүҙән туҡтаны...
Йөрәге тибеүҙән туҡтаны...

Өфө ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, финанс идаралығы начальнигы Гөлнара Вәлиева ҡапыл ғына яҡты  донъяны ҡалдырҙы... Уның йөрәге 15 октябрҙә тибеүҙән туҡтаны. Баш ҡала мэрияһында хәбәр итеүҙәренсә, илле йәше лә тулмаған ҡатын коронавирустан һуң ауыр өҙлөгөүҙәр кисергән.

Баш ҡала вице-мэры менән хушлашыу  16 октябрҙә  сәғәт 9-ҙа ойошторола, матәм митингыһы Ҡала мәҙәниәт һарайында (Октябрь проспекты, 137) үткәрелә.

Гөлнара Вәлиева 1972 йылда Стәрлетамаҡ районының  Мырҙаш ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ технология техникумын, Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтын, Башҡортостан Президенты эргәһендәге  Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идараһы академияһын тамамлай. Стәрлетамаҡ ҡала  финанс бүлегендә ревизор-инспектор булып эш башлай, Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығының иҡтисад һәм финанс мәсьәләләре буйынса  урынбаҫарына тиклем хеҙмәт юлы үтә. 2017 йылда Өфө ҡала хакимиәтенә эшкә тәғәйенләнә. Мәрхүмәнең яҡындарына сабырлыҡ теләйбеҙ, ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ.

Фото: Өфө ҡала хакимиәте.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас