Йәмғиәт
15 Октябрь 2021, 06:45

Йөрәк ҡушыуы буйынса

35 йыл газ таратыу өлкәһендә хеҙмәт иткән кешенең тыуған яҡты өйрәнеүгә ынтылышы ҡайҙан килә?

Әүҙем милләттәшебеҙ, Уран ырыуы вәкиле Винер Фәррәхов – Яңауыл районынан. Ул тыуған ауылы Султый тарихы тураһында барыһын да белә тиерлек. Шулай ҙа әле булһа яңы мәғлүмәттәр өйрәнә, асыштар яһай. 35 йыл буйы газ таратыу өлкәһендә хеҙмәт иткән кешенең тыуған яҡты өйрәнеүгә ынтылышы, тарих менән ҡыҙыҡһыныуы ҡайҙан килә? Эш шунда: Винер Фәррәхов оҙаҡ йылдар “Газпром трансгаз” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең урындағы бүлексәһендә эшләй, маҡтау билдәләренә лайыҡ булған. Эше ауыр һәм яуаплы. Шулай ҙа үҙенең төп мауығыуҙары өсөн һәр саҡ ваҡыт таба. Винер Ирек улы менән әңгәмәлә һүҙ ошо хаҡта.

 

– Барыһы ла нимәнән башланды?

– 2006 йылда атайым вафат булды. Шул ваҡыт күңелдә бығаса борсомаған һорау тыуҙы: ни өсөн ҙур булмаған Султый ауылында ике зыярат? Әйткән­дәй, уларҙың икеһендә лә бөгөн һаман мәрхүмдәрҙе ерләйҙәр.

Был һорауыма яуап эҙләргә тотондом – фәнни һәм тарихи китаптарға мөрәжәғәт иттем. Архивтарҙа эҙләндем, тарихсылар, профессорҙар менән осраштым.

 

– Бер юл асылһа, асыла бит ул...

– Ысынлап та шулай. Атайым мәрхүм булған йылда мине Өфөгә квалификацияны камиллаштырыу курсына ебәрҙеләр. Мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға булдым: быға тиклем телевизорҙан ғына күреп белгән ғалимдар менән танышыу юлдарын эҙләй башланым. Иң тәүҙә билдәле лингвист, профессор Фирҙәүес Хисамитдинованың телефонын эҙләп таптым. Мин, ябай эшсе, уның эш кабинетына ҡыйыуһыҙ ғына килеп керҙем. Фирҙәүес апай ул ваҡытта республиканың Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры ине. Минең ниндәй маҡсатта килгәнемде иғтибар менән тыңлап бөткәс, төплө кәңәштәр бирҙе, республика архивына шылтыратты. Шулай артабан мин ғалим-тарихсы Рәйес Ҡотошов һәм Әнүәр Әсфәндиәров менән таныштым. Арҙаҡлы шәхестәре­беҙҙең ябайлығы, киң күңелле­леге, ярҙамсыллығы таң ҡал­дырҙы. “Үҙ тарихын өйрәнгән­дәрҙе хөрмәт итәм”, – тип Әнүәр Закир улы ул осрашыуҙа  миңә үҙенең “История башкирских сел и деревень Янаульского района” тигән китабын бүләк иткәйне. Ә китапты асып ебәрһәм – беҙҙең Султый ауылының тарихы! Ожмах ҡошон ҡулға эләктергәндәй килеп сыҡтым шул саҡта Ә.З. Әсфәндиәровтың кабинетынан.

 

– Китапта ниндәй һорауҙа­рығыҙға яуап таптығыҙ?

– Тәүге сиратта ауылыбыҙҙа ни өсөн ике зыярат икәнлегенә яуап таптым: элек ике ауыл булған – Султый һәм Үрге Бәләкәй Ҡалмаш (халыҡта уны Нарат аҫты тип тә атайҙар). Бына ҡайҙан ике зыярат.

 

– Бына ошолай бәләкәй генә һорауҙан башлап, ҙур эшкә тотоноп киттегеҙ, тимәк?

– Эйе, төбәкте өйрәнеү өлкәһендә эш шулай башланды. Йылдар үткән һайын таныштарым артты, теге йәки был һорауҙар менән ғалимдарға ла ҡыйыу мөрәжәғәт итә башланым.

Пугачев ихтилалында Султый ауылынан 31 яһаҡлы татар ҡатнашҡан. Тимәк, ауылға 1763 – 1770 йылдар араһында нигеҙ һалынған. Яһаҡлы татарҙар Уран улысы башҡорттарының аҫаба ерҙәренә һалым (оброк) киле­шеүе буйынса килеп урынлаш­ҡан. Ошо ауылда йәшәгән Муса Абзаев аҫаба башҡорттар исеменән тикшерелгән ышаныслы кеше булып, Уртауыл, Янбарис, Кесе Ҡурған ауылдарынан 45 йорттоң вәкиле булған шундай уҡ кешеләр менән, 1784 йылдың 2 мартында капитан Ф.И. Прагер исеменә ерҙәрҙе һатыу буйынса купчий ҡағыҙы төҙөйҙәр.

Ата-бабаларҙың аҫаба ерҙәре тураһында һүҙ бара. Документта ошондай сик билдәләнештәре бар: “Әмзә йылғаһы буйынан, тарлауыҡтар буйлап барған урындар; Әмзә йылғаһы ағышының беренсе ыҙаны; яңы суҡын­дырылған сирмештәр ауылынан юғарыраҡ бер саҡрым, ҡайын күпере һәм һаҙлыҡ булған ергә тиклем; ошо һаҙлыҡтың уң яғынан тамғаланған ҡарағайға тиклем; ошо ҡарағайҙан Әмзә йылғаһы буйлап иҫке ауыл Иҫәнбай (хәҙерге Краснокама районының Мырҙа ауылы) ҡаршыһындағы күпергә тиклем; ошо күперҙән оло юл буйлап Имәнлек ауылына тиклем; Имәнлек ауылы юлынан Сәйет йылғаһы үренә тиклем; ошо үрҙән урман буйлап һәм шишмә үренән тамғаланған ҡарағайға тиклем алты саҡрым самаһы”. Әйткән­дәй, ололарҙан был капитан Прагер тураһында ишеткәнем булды. Ул Пугачев ихтилалынан һуң, мөмкинлектән файҙаланып, башҡорт ерҙәрен бик арзанға һатып алған. Шулай уҡ һыу тирмәне төҙөгән кеше булараҡ та билдәле.

 

– Тарихи мәғлүмәттәр күпте һөйләй шул...

– Статистика буйынса, бер ауылда башҡорттар һәм яһаҡлы татарҙар йәшәгән, әммә уларҙың йәшәү урындары үҙҙәренсә билдәләнгән. 1775 йылда Үрге Кесе Ҡалмашта 10 йортта 58 уран башҡорто йәшәгән, ауылдың сите Султый тип йөрөтөлгән, һәм унда 144 типтәр, яһаҡлы татарҙар йәшәгән. Рәүиз яҙмаларында Үрге Кесе Ҡалмаш юҡ, Султый хаҡында ғына һүҙ бара.

Атайым – Султый ауылынан. Ул – типтәр. Ишмырҙа Ишма­ҡаевтан башлап 12 быуынымды беләм. Ишмырҙа 1710 – 1715 йылдар самаһында тыуған. Күреп тораһығыҙ, исеме – саф башҡорт­са, шуға күрә әле эҙләнергә урын бар, тип уйлайым. Әсәйем Кесе Ҡорҙан, ул – башҡорт, уның яғынан ун быуынымды беләм. Эҙләнеүҙәр ваҡытында ололар менән күп һөйләштем, ҡәбер таштарын өйрәндем, архивтарҙа күп ваҡыт үткәрҙем. Ғалим Миңле­ғәле Нәҙерғоловҡа, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих тел һәм әҙәбиәт институтының ғәрәп теленән тәржемәсеһенә рәхмәт­лемен. Документтарҙан мин, ғөмүмән, күп һорауҙарыма яуап таптым.

 

– Ауылдаштарығыҙ тура­һында бер аҙ һөйләгеҙ әле.

– Султыйҙа халыҡ дошмандары булмаған, кулактарҙы ғына атарға мөмкин. Халыҡ электән бында берҙәм, дуҫ, татыу йәшәй. Ололар һөйләүенсә, ауылға ингән урында ҡара бағана торған. Нимә аңлатҡан һуң ул? Баҡһаң, “Һаҡлан, юлсы” тигән мәғәнәлә иҫкәртеү булған икән. Әгәр ҙә насар һауа торошо ваҡытында йәки ҡараңғы осорҙа ошонда берәй бай туҡтаһа, ундайҙарҙы йыш ҡына талап киткәндәр, ә эҙҙәре юғалған. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та тарихи факттар бар.

 

– Ә күрше-тирә ауылдар хаҡында ни әйтерһегеҙ?

– Төбәкте өйрәнгән саҡта күрше ауылдар тарихын да төплө үҙләштерҙем. Султый һәм Янбарис ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ветерандар исемлеген төҙөнөм. Берен­сеһендә исемдәр һәйкәлгә яҙыл­ды, икенсеһендә – зыярат эсен­дәге баннерға. Әлеге ваҡытта Кесе Ҡор һәм Янбарис ауылда­рының тарихын өйрәнәм. Яңауылдың төбәкте өйрәнеүсе­ләренә генә түгел, республика­лағы һәм унан ситтәге белгес­тәргә лә мөрәжәғәт итәм.

 

– Ғәҙәти булмаған табышы­ғыҙ хаҡында матбуғат сараларында яҙылғаны булдымы?

– Эйе, Яңауыл районының Султый ауылы халҡы күптән түгел ғәжәйеп табылдыҡҡа юлыҡ­ҡанын, ағас олононан яһалған мәсет ярым айын табып алыу­ҙарын, оҙаҡ йылдар ул юғалған тип иҫәпләнгәнен яҙып сыҡтылар. Был хаҡта ентекләберәк  бәйән итәйем.

Йыл да яҙын ауыл халҡы ме­нән өмәләр үткәрәбеҙ – зыярат­тарҙы тәртипкә килтерәбеҙ. Шулай, 2015 йылда өмә ваҡытында зыярат эсендәге ҙур тирәккә берегеп үҫкән ай урағын күреп ҡалдым. Ағасҡа зыян килте­рербеҙ тип уйлап, унан алырға йөрьәт итмәнек. Быйыл, кәңәш­ләш­кәндән һуң, артефактты алырға булдыҡ. Артур Бәкиров был эште оҫта итеп башҡарҙы.

 

– Ә мәсет тарихы билдә­леме?

– Султый ауылында мәсет 1857 йылда төҙөлгән. Был турала үҙенең яҙмаларында яҙыусы-мәғрифәтсе, ғалим-тарихсы Ғарифулла Кейеков та яҙған. Билдәле шағир Ғәли Соҡоройҙоң улы ауылға 1911 йылда килгән. Ғарифулла Кейеков үҙ яҙмала­рында Ғәбделғәни улы, Байғужа улысы Султый ауылының 80 йәшлек имамы Әйүп хәҙрәттең “ҡурҡыныс ваҡыттарҙан ҡалған ҡағыҙҙарҙы һаҡлауы”, уларҙы мәсет манараһы аҫтына йәшереп ҡуйыуы тураһында иҫкә ала. “Беҙ мәсеткә килеп, бөтә ерҙән яҡшы итеп эҙләгәндән һуң, күп нәмәләргә юлыҡтыҡ”, – тип яҙа ғалим. Был яҙмалар, мәғлүм булыуынса, Санкт-Петербург һәм Өфө архивтарында һаҡлана. Әйткәндәй, уларға таянып, тарихтағы күп кенә ҡыҙыҡлы факттарҙы донъяға сығарырға мөмкин.

Мәсет күп йылдар халыҡҡа ышаныс һәм дөрөҫлөк менән хеҙмәт иткән, әммә үткән быуаттың 30-сы йылдарында ул күпселек иман йорттарының яҙмышына дусар булған: тәүҙә уның бинаһында мәктәп асҡандар. Ә үткән быуаттың 60-сы йылдарында манараһын киҫкәндәр. Манара емерелгән, ә уның менән бергә ай урағы ла ҡолап төшкән. Беҙҙең ауылда йәшәгән Мансур Мөхәмәтйәров тигән кеше иһә төнөн ярым айҙы алған һәм, апаһы Нәсимәнең ҡәберенә тупраҡ һибеп, йәшереп ҡуйған... Йылдар үткән. Күреүебеҙсә, ай урағы ерҙә ятып ҡалмаған, ә ағас менән бергә юғарыға, күккә үрләгән.

Бөтә ауылдаштарым кеүек, был табышҡа сикһеҙ шатмын. Артефактты таҙарттым. Әйткән­дәй, ул бик яҡшы һаҡ­ланған. Дөрөҫ, ярым айҙы эш­ләгән оҫтаның исеме лә, ҡасан яһағаны ла билдәһеҙ. Ай урағы тағы ла боронғораҡтыр, тип иҫәпләйем).

 

– Был үҙенсәлекле ҡомарт­ҡы менән нимә эшләргә уйлайһығыҙ?

– Ауыл халҡы кеүек үк, мәсет­тең ҡатмарлы яҙмышын уртаҡ­лашҡан ярым ай ауылда ҡалырға тейеш, тигән фекер­ҙәмен.

Мәсет бинаһы күптән юҡ инде – 70-се йылдар аҙағында уны һүтеп, бүрәнәләренән Иҫке Ҡоҙаш ауылында уҡытыусылар өсөн торлаҡ төҙөгәндәр. Шул сәбәпле Султый ауылы халҡы был ғәжәйеп табышты зыярат йорто ҡыйығына  ҡуйырға ҡарар итте.

 

– Башҡа мауығыуҙарығыҙ хаҡында ла һөйләгеҙ әле.

– Мин китаптар уҡырға яратам, өйөмдә ҙур китапхана бар. Күпселеге – тарихи баҫмалар. Әйткәндәй, “Башҡорт ырыуҙары тарихы”ның бөтә томдары ла миндә бар. Бала саҡтан уҡырға яраттым. Был мауығыуым әсәйемдән килә, ул да уҡырға ярата ине.

Мәктәп йылдарында бөтә китапхананы уҡып сыҡтым, ҡайһы бер китаптар, ҡабат-ҡабат уҡый торғас, хатта тишелеп сыға ине. Һуңынан ауыл китапханаһына йөрөй башланым. Шул ваҡытта уҡ тарихи романдар оҡшай торғайны. Малайҙар рәхәтләнеп фантастика, алыҫ йондоҙҙар тураһында әҫәрҙәр уҡығанға аптырай инем, шулай ҙа Андромеда тураһында повесть хәтергә инеп ҡалған.

 

– Тирә-йүндә һеҙҙе алтын ҡуллы кеше тип тә беләләр.

– Ваҡыт булғанда ағастан, металдан төрлө әйберҙәр эшләргә яратам. Айыу, урман йәнлектәре, томбойоҡло фонтан, аҡҡоштар һәм башҡалар. Ошо эштәр менән йорт-ихатамды биҙәйем. Һәр эшемдә 37 йыл иңгә-иң терәп йәшәгән тормош иптәшем Әлфиә Әхнәф ҡыҙы һәм дүрт ейән-ейәнсәрем илһамландыра.

Ҡыҙым Зөлфиә менән улым Земфир ҙа тыуған яҡты өйрә­неүемде хуплай, үҙҙәре лә ҡыҙыҡһына.

 

– Хыялдарығыҙ хаҡында ла кәлимә һүҙ әйтһәгеҙ ине.

– Грузияла хеҙмәт иткәндә ундағы матурлыҡҡа хайран ҡала инем. Ул – иң ғәжәп пейзаждар һәм ихлас ҡунаҡсыллыҡ иле. Шул саҡта уҡ, өйләнгәс, балаларым тыуғас, түбәһендә ҡар ятҡан тауҙарҙы, тау-йылғаларын һәм күлдәрҙе мотлаҡ күрһәтәсәкмен, тип үҙемә һүҙ биргәйнем. Алла бирһә, хыялым тормошҡа ашыр, тип уйлайым.

 

- Раушания ҒАРИФУЛЛИНА әңгәмәләште.

Читайте нас