

17 октябрҙә Өфөнөң Октябрь проспектында коммуналь техниканың ҡышҡы шарттарҙа эшләүен тикшереү булмаясаҡ.
Сара коронавирус инфекцияһының таралмауы һәм граждандарға, баш ҡала ҡунаҡтарына Октябрь проспектында транспорт хәрәкәтенең ябыу менән бәйле ҡыйынлыҡтарҙы булдырмау өсөн эшләнә.
Ҡыш осоронда торлаҡ-коммуналь хеҙмәт эшен тәьмин иткән коммуналь техниканы ҡарау ҡала һәм район торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары базаларында ойоштороласаҡ. Был сара ваҡыты, үткәреү урындары хаҡында өҫтәмә хәбәр ителәсәк.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.