Йәмғиәт
16 Октябрь 2021, 08:00

“Меркурий”ҙа хәл нисек?

Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы хакимиәтенән Елена Новаева һәм тағы бер нисә белгес менән “Меркурий” сауҙа үҙәгендә булдыҡ.

“Меркурий”ҙа хәл нисек?“Меркурий”ҙа хәл нисек?
“Меркурий”ҙа хәл нисек?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың санитар-эпидемиологик талаптарҙы көсәйтеү буйынса указы нисек үтәлә? Халыҡ күп йыйылған урындарҙа битлек кейәләрме, юҡмы?

Ошо һорауға яуап табыу маҡсатында Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Елена Новаева һәм тағы бер нисә белгес менән “Меркурий” сауҙа үҙәгендә булдыҡ.

Ул иртәнге унынсы яртыла асылды. Ошо ваҡытҡа хәтлем сауҙа үҙәгенең ишек төбөндә битлек кейгән унлаған кеше көтә ине. Алға китеп шуны әйтәйек, “Меркурий”ға һигеҙ урындан инергә мөмкин. Һаҡсы Нина Шуматбаеваның талапсанлығы күҙгә салынды. Ул һәр кешенең тән температураһын үлсәй, битлек, бирсәткә кейеүҙәрен талап итә, ҡулдарына махсус шыйыҡса һиптерә, вакцина эшләтеүе тураһында сертификат ҡағыҙын ҡарай. Йәштәр кеҫә телефонынан QR-код күрһәтә, өлкәндәр бөкләнгән ҡағыҙҙы аса.

"Миңә ҡушҡандар икән, бөтәһенән дә быны талап итәм, – ти Нина Шуматбаева. – Һүҙ ҙә юҡ, әрләп тә китәләр, янау осраҡтары ла булманы түгел".

Ә бына сауҙа үҙәгенең икенсе ишегендә һаҡта торған Анатолий Хорин әйтеүенсә, ул ир кеше булғанғалыр, ҡурҡытыу кеүек осраҡтар теркәлмәгән.

Беҙ “Меркурий”ҙың аҙыҡ-түлек һәм көндәлек тауарҙар корпустарында, кино залында, бүтән төрлө урындарында булдыҡ. Халыҡтың күпселеге санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәй.

Автор фотоһы.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас