Йәмғиәт
17 Октября 2021, 11:30

Хәл шәптән түгел...

Коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса оператив штабтан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы тәүлектә тағы 35 кеше вафат.

Добавить в предпочтительные источники Google
Хәл шәптән түгел...Хәл шәптән түгел...
Хәл шәптән түгел...

Коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса оператив штаб белгестәре биргән мәғлүмәттәр шәптән түгел. Сирҙе йоҡторғандар һаны 76 мең 813-кә етте, һуңғы тәүлектә был ауырыуҙы тағы ла 661 кеше эләктергән.

Бөгөн стационар дауалауҙы 1071 кеше үтә, шул иҫәптән 60 йәштән өлкәндәр – 674. Уларҙың 49-ы бик ауыр хәлдә, 16-һы яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Амбулатор дауалауҙа 6 мең 799 сирле, шул иҫәптән 60 йәштән өлкәндәр - 5 мең 412.

Тәүлектә 687 кеше дауахананан сығарылған, дөйөм алғанда, 66 мең 819 пациент һауыҡҡан. Һуңғы тәүлектә сирҙән 35 кеше үлгән. Ғөмүмән, ауырыу башланғандан алып 2 мең 124 сирле вафат булған, шулар араһынан 1816-һы – 60 йәштән өлкәндәр.

Республикабыҙға бөтәһе 1 910 449 доза вакцина килтерелгән. Уның беренсе компонентын 1 433 089 кеше яһатҡан, был - 57,7 процент. Прививканы тулыһынса 1 262 670 граждан эшләткән (50,8 процент).  

Фото: media.healthkurs.ru

Автор:Илдар Акьюлов