Йәмғиәт
17 Октября 2021, 12:00

Һөнәри байрамығыҙ менән!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен байрамдары менән ҡотланы, тармаҡтағы эшмәкәрлекте юғары баһаланы.

Һөнәри байрамығыҙ менән!Һөнәри байрамығыҙ менән!
Һөнәри байрамығыҙ менән!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы.

"Автомобиль юлдары беҙҙә бик күп - 49 мең километр тирәһе, шуның 800 километры федераль әһәмиәтле, – тип яҙҙы Радий Фәрит улы. – Ошо күрһәткес буйынса Башҡортостан илебеҙҙә икенсе урында. Беҙҙең республикала “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты нигеҙендә 2021 йылда 237 төп объектта эш алып барҙыҡ. Уларҙың оҙонлоғо – 300 километрҙан ашыу. Бының өсөн алты миллиард һумдан күберәк аҡса бүленде, шул иҫәптән 1,7 миллиард һум – федераль бюджеттан. Дөйөм алғанда, йыл аҙағына хәтлем 1 260 километр юлды ремонтлау бурысы тора".

Радий Хәбиров билдәләүенсә, 2022 йылда Ҡариҙел һәм Дыуан райондарындағы “Бөрө – Таҫтүбә – Һатҡы” юлын реконструкциялау тамамланасаҡ. Өфөнән көнсығыш яҡтан сығыу юлында йылдам эш бара. Тиҙҙән тиҙ йөрөшлө М-12 юлын һалыу башланасаҡ. Нуғай йүнәлешендә тимер юл аша эстакада, Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер төҙөлә, иҫкеһе ремонтлана.

"Башҡортостандың юл-транспорт комплексы - Рәсәйҙә иң ҡеүәтле, тотороҡло эшләгәндәрҙән. Уның хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлайым. Был тармаҡта республикабыҙҙа 28 мең самаһы кеше эшләй. Барығыҙға ла тыныслыҡ һәм изгелек!" - тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фото: vedtver.ru

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас