Йәмғиәт
17 Октябрь 2021, 12:30

Сауҙа үҙәгенә барам тиһәң...

Башҡортостандың ҡала һәм район редакциялары хәбәрселәре полиция органдары, хакимиәт белгестәре менән берлектә сауҙа үҙәктәрендә булып, санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлеү-үтәлмәүен тикшерҙе.

Сауҙа үҙәгенә барам тиһәң...Сауҙа үҙәгенә барам тиһәң...
Сауҙа үҙәгенә барам тиһәң...

Башҡортостандың ҡала һәм район редакциялары хәбәрселәре полиция органдары, хакимиәт белгестәре менән берлектә сауҙа үҙәктәрендә булып, санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлеү-үтәлмәүен тикшерҙе.

Билдәле булыуынса, бындай йәмәғәт урындарына инеү өсөн вакцина яһатыу тураһындағы справканы йәки коронавирус менән ауырыу хаҡында белешмә ҡағыҙын күрһәтергә кәрәк. Ә 18 октябрҙән тейешле документтарҙы матурлыҡ салонына, бөҙрәханаға, фитнес-үҙәктәргә барғанда күрһәтеүҙе талап итәсәктәр.

Мәҫәлән, Ауырғазы районының Талбазы ауылындағы сауҙа үҙәгенең ишеге төбөндә һәр кемде инспектор ҡаршы алып, вакцина тураһындағы сертификатты, коронавирусты үткәреү хаҡындағы справканы йәки ПЦР-тесты һорай. Кемдер сертификатын телефондан күрһәтә, икенселәр ҡағыҙҙағы белешмәһен һона. Берәү ҙә низағҡа инмәй, һәр кем был эште аңлап ҡабул итә.

“Асиль-Хан” сауҙа үҙәгендә иһә ҡатын кеше граждандарҙың температураһын ғына тикшергән, ә вакцина тураһындағы сертификатты һорамаған. Һуңынан асыҡланыуынса, ул бында ни өсөн һаҡта торғанын да аңламаған.

Белгестәр Дыуан районының Мәсәғүт ауылында 16 сауҙа үҙәгендә булды, ә Нефтекама ҡалаһында “Рубин”дағы хәл-торош тикшерелде.

Фото: "Башинформ".

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас