

Бөгөн, 17 октябрҙә, рәсми рәүештә Атайҙар көнөн билдәләйбеҙ. Һеҙҙең иғтибарға тормош һынауҙарына бирешмәй яңғыҙы биш бала тәрбиәләгән һоҡланғыс атай тураһында яҙма тәҡдим итәбеҙ.
Фәнүр Фидаил улы Хужиндың ҙур, татыу ғаиләһе Яңауыл районының Тартар ауылында йәшәй. Бынан ете йыл элек, Яңы йыл байрамы алдынан, ғаилә ауыр ҡайғы кисерә: Фәнүрҙең һөйөклө ҡатыны, балаларҙың әсәһе Лилиә мәрхүмә булып ҡала. Бәләкәстәре Ландышҡа был ваҡытта бер йәш тә ете ай ғына була. Бөгөн ҡыҙыҡай – икенсе класс уҡыусыһы. Ағалары Илнур, Илназ һәм Фидан менән күрше Киҫәкҡайын мәктәбенә йөрөп уҡый. Ә ғаиләләге иң өлкән бала Линур – Башҡортостан дәүләт аграр университеты студенты, ул - бәләкәй туғандары өсөн ысын өлгө.
Фәнүр балаларына лайыҡлы тәрбиә бирергә тырыша, хеҙмәт һөйөргә өйрәтә. Балалар ҙа атайҙарын яҡшы уҡыуы, матур тәртибе менән һөйөндөрә. Бергәләп баҡсала эшләйҙәр, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, йорт эштәрен башҡаралар.
Хужабикә мәрхүмә булғас, ғаилә башлығына балаларҙы ҡарау өсөн эштән китергә тура килгән. Көн һайын атай кеше улдарының һәм ҡыҙының мәктәптән ҡайтыуын тәмле аштар бешереп көтөп ала, ә киске ашты бергәләп әҙерләйҙәр.
“Миңә балалар менән һис тә ҡыйын түгел, улар булмаһа, ҡыйын булыр ине. Минең урында һәр атай ҙа тап ошолай эшләр, йәшәр ине”, - ти үҙе тураһында һөйләргә яратмаған күп балалы атай.
Фәнүр Фидаил улына рухи ныҡлыҡ, балаларының уңыштарына ҡыуанып ғүмер итеүен теләйбеҙ.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: “Янаульские зори” гәзите.