Йәмғиәт
18 Октября 2021, 08:00

Гөлназ Асаева менән бәпестең хәле нисек?

Гөлназ менән Вилдан ҡыҙҙары тыуыу уңайынан Инстаграмдағы яҙылыусыларына ниндәй бүләк әҙерләгән? 

Гөлназ Асаева менән бәпестең хәле нисек?Гөлназ Асаева менән бәпестең хәле нисек?
Гөлназ Асаева менән бәпестең хәле нисек?

Билдәле йәш йырсылар Гөлназ Асаева менән Вилдан Шәмсетдиновтың (Вилли) ғаиләһендәге ҡыуаныслы ваҡиға – ҡыҙҙары тыуыуы тураһында хәбәр иткәйнек.

Гөлназ Инстаграмда яңы сторис һалып, үҙенең һәм бәпесенең хәле менән таныштырҙы. “Үҙемдең дә, ҡыҙымдың да хәлебеҙ бик яҡшы, Аллаға шөкөр. Күптәр бәпесте нисек табыуым, ауырлығы, буйы менән ҡыҙыҡһына. Ҡыҙымды үҙем, йәғни операцияһыҙ таптым. Ауырлығы өс килограмға саҡ ҡына етмәй – 2985 грамм, буйы 51 сантиметр”, - тигән мәғлүмәттәр еткерҙе Гөлназ.

Йырсының тормош иптәше Вилдан кәләше менән ҡыҙы янында. Гөлназ уларҙың фотоһы аҫтына “Атай ҡыҙы” тип тә яҙып ҡуйған. Видеояҙмала шулай уҡ йәш атайҙың бәпесен ҡараған матур мәлдәр ҙә төшөрөлгән. “Ғаиләбеҙҙәге иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотлап, шундай матур ҡотлауҙар, сәскә гөлләмәләре алдыҡ, барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт!” – ти бәхетле йәш әсә.

Шулай уҡ Гөлназ менән Вилдан ҡыҙҙары тыуыу уңайынан Инстаграмдағы яҙылыусыларына үҙенсәлекле бүләк әҙерләгән: яҡын арала “iPhone” (“Айфон”) йәки 70 мең һум аҡса уйнатырға уйлайҙар. Бының өсөн уларҙың яҙылыусыһы ғына булырға кәрәк.

Йәш ғаиләгә бәхетле ғүмер, бәләкәскә ныҡлы һаулыҡ теләйек!

Фото: Инстаграмдан скриншот. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас