

Республика Башлығы Радий Хәбиров Әбйәлил районының Йәнекәй ауылынан биш йәшлек Рамаҙан Хызыров менән бергә төшкән фотоһын социаль селтәрҙә урынлаштырғас, малай ҙур танылыу яулағайны.
Сираттағы командировкала юлыбыҙ Йәнекәй ауылына төшкәс, төбәк Башлығы менән осрашҡан Рамаҙанды күрмәйенсә китмәнек. Хәҙер инде ул ҙурайған.
"Икенсе класта уҡыйым. Һеңлем Ириада беренсегә килде. Хәҙер әсәйем дә мәктәпкә эшләй. Көн дә бергәләп киләбеҙ, ҡайтабыҙ", - тип ихлас бәйән итте малай.
Рамаҙан Радий Хәбиров менән осрашҡанын йылылыҡ менән бәйән итте. Был матур күрешеү, һис шикһеҙ, уның күңелендә оҙаҡ йылдар һаҡланыр. Ә беҙ уның мәктәптә яҡшы уҡыуын, киләсәктә үҙенә оҡшаған һөнәрҙе һайлап, республикабыҙға кәрәкле кеше булып үҫеүен теләйбеҙ.
Автор фотоһы.