

Бөгөн Башҡортостан юлдаш каналында Әлиә Таһирова алып барған “Киске Телеүҙәк” тапшырыуында һүҙ милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәле, уны ремонтлау эштәре һәм башҡалар хаҡында барҙы.
Сарала Өфө ҡалаһы хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү буйынса идаралығы етәксеһе Рөстәм Хәмитов, йәмәғәт эшмәкәре Азамат Ғәлин, Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса дәүләт идаралығы етәксеһе Олег Пустовалов, Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллин, Йәмәғәт палатаһы Аппараты етәксеһе Шамил Вәлиев ҡатнашты.
Милли батырыбыҙға 54 йыл элек ҡуйылған һәйкәлдең реставрацияланғаны юҡ ине әле. “2019 йылда уны комплекслы тикшергәйнек, – тине Рөстәм Хәмитов. – Эш реставрациялау графигы буйынса бара”. Ул шулай уҡ экспертизаның техник өлөшөн үткәреү кәрәклеге хаҡында әйтте. Был эштәрҙең ҡасан башланып, ҡасан тамамланасағы хаҡында пландары менән уртаҡлашты. “Ҡыҫҡа ваҡытта башҡарылһа, яҡшы булыр ине, - тине ул. - Ҡаяның техник мөмкинлектәрен дә иҫәпкә алырға кәрәк”.
Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, скульптор Салауат Щербаков дистанцияла үҙ фекерҙәрен белдерҙе. “Ваҡыт үтә. Геология буйынса белгес түгелмен. Был йәһәттән әйтә алмайым. Ҙур күперҙәр эшләйҙәр хәҙер. Шуға был һәйкәлде тергеҙеү ҙә артыҡ ҡыйын булмаҫ”, - тине ул.
Данир Ғәйнуллин барлыҡ мәҙәни мираҫ объекттарының тикшерелеүе һәм башҡалар хаҡында һөйләне. Шамил Вәлиев иһә: “Һәйкәлде реставрациялау кәрәклеге минең өсөн саҡырыу кеүек булды. Ҡоролманың тарихы менән ҡыҙыҡһына башланым. Һәйкәлдең актуалләшеүе мөһим”, - тине.
Телевизор ҡараусылар “Салауат Юлаев һәйкәлен ремонтлау барышын онлайн тәртиптә күҙәтәсәкһегеҙме?” тигән һорауға тауыш бирҙе. Күпселек “эйе” тип яуапланы.
Ауырлығы 40 тонна булған һәйкәлгә ремонт башланһа, кешеләр бында килеп, эш барышын күрә аласаҡ. Шуныһы көн кеүек асыҡ: һәммәбеҙ яратҡан был урын, һәйкәл киләсәк быуындарҙы ла һоҡландырырға тейеш.
Автор фотоһы.