Йәмғиәт
18 Октябрь 2021, 04:00

Тәүге кино экипажы Ергә әйләнеп ҡайтты

Станцияла режиссер Шипенко һәм актриса Пересильд "Вызов" кинолентаһын төшөрөү өҫтөндә эшләгән

Тәүге кино экипажы Ергә әйләнеп ҡайттыТәүге кино экипажы Ергә әйләнеп ҡайтты
Тәүге кино экипажы Ергә әйләнеп ҡайтты

Режиссер Клим Шипенко һәм актриса Юлия Пересильд Халыҡ-ара йыһан станцияһында булғандан һуң Ергә әйләнеп ҡайтты.

"Ю.А.Гагарин" осоу карабы Ҡаҙағстанға 7.35-тә килеп төшә. Киноэкипаж космонавт Олег Новицкий оҙатыуында осҡайны.
Пересильд ергә баҫҡас, тәьҫораттары менән уртаҡлашып: "Моңһоуыраҡ булып тора. Ун ике көн, бер яҡтан, күп һымаҡ ине, ә эш тамамланғас, айырылғы килмәне", тигән.
Киноэкипаж йыһанда ун ике тәүлек булған. Ергә төшкәндә сәйәхәтселәрҙе Роскосмос башлығы Дмитрий Рогозин һәм Беренсе каналдың гендиректоры Константин Эрнст ҡаршы алған.
Станцияла режиссер Шипенко һәм актриса Пересильд "Вызов" кинолентаһын төшөрөү өҫтөндә эшләгән (сюжеты буйынса - космонавтарҙы ҡотҡарыу маҡсатында табип орбитаға оса). Йәмғеһе 40 минутлыҡ кино төшөрөлгән.


Фотолар:47news.ru
lifestyle.rusdialog.ru

Тәүге кино экипажы Ергә әйләнеп ҡайтты
Тәүге кино экипажы Ергә әйләнеп ҡайтты
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас