Йәмғиәт
18 Октябрь 2021, 17:30

"Йыйылыштарҙы бөгөндән үткәрә башларға кәрәк"

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә 2021 йылда күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы капиталь ремонтлау программаһын тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙеләр.

"Йыйылыштарҙы бөгөндән үткәрә башларға кәрәк""Йыйылыштарҙы бөгөндән үткәрә башларға кәрәк"
"Йыйылыштарҙы бөгөндән үткәрә башларға кәрәк"

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә 2021 йылда күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы капиталь ремонтлау программаһын тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙеләр.

"2019 йылдан, был программа тормошҡа ашырыла башлағаны бирле, төбәктә дөйөм хаҡы ике миллиард һумлыҡ 6181 подъезд ремонтланды, – тине торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев. – Быйыл беҙ ремонтланасаҡ йорттар исемлеген булдырыу, капиталь ремонт башҡарыуҙың башҡа программалары менән берләштереүгә комплекслы ҡараш булдырҙыҡ. Мәҫәлән, быйыл ремонтланған 115 йорттоң 98-ндә быға тиклем ҡыйыҡтар яңыртылған, эске һыу менән тәьмин итеү, электр һәм йылылыҡ системалары алмаштырылған, яңы лифттар ҡуйылған. Иң мөһиме – 2019-2020 йылдар менән сағыштырғанда эштең сифаты үҙгәрҙе.

Быйыл Өфөлә, Баймаҡ районында һәм Бәләбәйҙең Приют ҡасабаһында 306 подъезд комплекслы ремонтланды. Шулай уҡ экономия иҫәбенә пландан тыш Ағиҙел ҡалаһында өс йортта алты подъезды ремонтлау сараһы табылды. Унда эштәр тамамланған тиерлек".

Алан Марзаев инвалидтар йәшәгән йорттарға пандустар ҡуйыу темаһына ла туҡталды. Быйыл Өфөлә биш подъезға ҡуйылған улар. Йәнә өсәү оҙаҡламай Ағиҙел ҡалаһында барлыҡҡа киләсәк.

"Беҙ пандустарға мохтажлыҡты тикшерҙек һәм улар 1371 подъезда кәрәк тип иҫәпләнек. Бының өсөн 200 миллион һум самаһы аҡса талап ителәсәк", – тине Алан Марзаев.

Радий Хәбиров уларға Финанс министрлығы менән бергә 2022 йылға эштәр һәм финанслау күләмен билдәләргә, ә Контроль идаралығына башҡарылғандың сифатын тикшереүҙе дауам итергә ҡушты.

– Быйыл подъездарҙы ремонтлауҙы ойошҡан рәүештә үткәрҙек. 2022 йылда эш башҡарыласаҡ йорттарҙа йәшәүселәр менән бөгөндән йыйылыштар үткәрә башларға кәрәк, – тине Радий Фәрит улы. – Пандус ҡуйыуға килгәндә, бында һәр ыңғай һәм кире фекерҙе үлсәргә кәрәк. Тик эш өҙлөкһөҙ дауам итергә тейеш. Йылына биш-алты пандус түгел, ә күпкә күберәк. Тәү сиратта улар үтә ныҡ кәрәк урындарға ҡуйылһын.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас