

Бөгөн, 19 октябрҙә, сәғәт 11-ҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Республикаға идара итеү үҙәге һәм республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы менән берлектә тура эфир үткәрәсәк. Уның темаһы ҙур проблема – алданған өлөшсөләр мәсьәләһен хәл итеүгә бәйле.
Программала ҡатнашыусылар республика властарының оҙаҡ төҙөлгән йорттар һәм намыҫһыҙ төҙөүселәр менән нисек көрәшеүе тураһында һөйләйәсәк. Шулай уҡ халыҡҡа сираттағы тапҡыр торлаҡ һатып алғанда үҙеңде һәм аҡсаңды нисек һаҡларға кәрәклеген дә өйрәтәсәктәр.
Әгәр был тема буйынса һорауҙарығыҙ булһа, уны социаль селтәрҙәрҙә Республикаға идара итеү үҙәге сәхифәһендә ҡалдырырға була. Интернет ҡулланыусыларҙың һорауҙарына брифингта яуап бирәсәктәр. Тура трансляцияны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында һәм Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә ҡарарға була.