

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөрйән районында эш сәфәрендә булды. Ул социаль, инфраструктура һәм туристик объекттарҙы ҡарап сыҡты. Ауылдарҙа халыҡ менән осрашты, “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы төҙөлөшө менән ҡыҙыҡһынды.
Нәбиҙә яңы мәктәп буласаҡ
Нәби ауылында республика етәксеһе Иҫке Монасип урта мәктәбе филиалында булды. Ул 1959 йылда һалынған бинала урынлашҡан. Ағас бина йылдан-йыл ултыра, ҡыйыҡтан һыу үтә, стеналарҙан штукатурка ҡойола.
Республика Башлығы уҡыусылар менән аралашты, бер нисә класс бүлмәһенә, шулай уҡ спорт залына инеп сыҡты. Ул әле авария хәлендә. Ҡыш бында температура минусҡа төшөп киткән мәлдәр була, балалар башҡа ҡулайыраҡ бүлмәләрҙә шөғөлләнергә мәжбүр.
Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов яңы мәктәп бинаһының проектын әҙерләү тураһында һөйләне. Радий Хәбиров 20 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән берләштерелгән 60 уҡыусылыҡ белем усағы төҙөлөшөн 2022 йылда башларға ҡушты.
– 2023 йылдың 1 сентябрендә Нәбиҙә яңы мәктәп асылырға тейеш, – тине Башҡортостан Башлығы.
Ауылда республика етәксеһе шулай уҡ урындағы халыҡ менән аралашты, Ағиҙел аша йәйәүлеләр күперен ҡараны. Ул 2012 йылда уҡ һалына башлаған. Подрядсы үҙенең йөкләмәләрен үтәмәүе сәбәпле, 2014 йылда уның менән килешеүҙе өҙгәндәр. Эште дауам иткән яңы ойошма проектҡа үҙ белдеге менән үҙгәрештәр индергән, һөҙөмтәлә ҡоролманы файҙаланыуға тапшырыуға рөхсәт бирмәгәндәр.
Радий Хәбиров Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына бер ай эсендә ҡоролманы ҡабул итергә, транспорт өсөн ауырлыҡ сикләүҙәрен билдәләргә ҡушты.
Нәби ауылы халҡы Радий Хәбировҡа үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр тураһында һөйләне. Шуларҙың береһе – яңы йорттарға газ үткәреүҙең ҡиммәткә төшөүе.
– Дәүләт башлығы ҡуйған зәңгәр яғыулыҡты йорттарға тиклем еткереү бурысы республикалағы 2,5 мең биләмәләге 180 мең йортто селтәрҙәргә тоташтырыуҙы күҙ уңында тота. Газ үткәргес участкаға тиклем бушлай еткерелә, йорт эсендәге коммуникацияларҙы ғына һеҙҙең иҫәпкә монтажлайҙар, – тине Радий Хәбиров.
Республика Башлығы Бөрйән районы хакимиәтенә был программаның шарттарын халыҡҡа аңлатырға ҡушты. Әйткәндәй, Башҡортостанда программаны финанслауҙың дөйөм күләме 22 миллиард һум тәшкил итә.
Иҫке Собханғолда социаль объекттар төҙөкләндерелә
Радий Хәбиров Иҫке Собханғол ауылындағы социаль объекттарҙа булды. Башланғыс мәктәп – балалар баҡсаһының бер ҡатлы ағас бинаһы район үҙәгендә 1985 йылда һалынған. Ул заман талаптарына яуап бирмәй: мәктәптә йылылыҡ системаһы ныҡ иҫкергән, ҡулай температураны һаҡлау мөмкинлеге юҡ, ағас иҙән йоҡарған, ҡыйыҡтан һыу үтә, аш-һыу бинаһы айырым урынлашҡан.
Башланғыс мәктәптә 17 уҡыусы белем ала, ә балалар баҡсаһына 49 сабый йөрөй. Уйын бүлмәһе майҙаны санитария талаптарына яуап бирмәгәнлектән, йәнә 20 баланы башҡа мәктәпкәсә учреждениеға күсерергә тура килгән.
Радий Хәбиров баҡса бинаһын проектлауға 2,5 миллион һум бюджеттан тыш аҡса табырға ҡушты. Экспертиза үткәс, киләһе йыл төҙөлөштө башлау өсөн объектты Адреслы республика инвестиция программаһына индерәсәктәр.
Быйыл Иҫке Собханғолда “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһы буйынса “Ҡайынтүш” паркы төҙөкләндерелде. Ә сентябрҙә паркта “Дуҫлыҡ аллеяһы” барлыҡҡа килде.
Радий Хәбиров биләмәне төҙөкләндереү сифатына юғары баһа бирҙе. Шул уҡ ваҡытта ул парк эргәһендәге урамда тротуарҙар булмауға иғтибарҙы йүнәлтте.
1997 йылда асылған Бөрйән район мәҙәниәт һарайына ике йыл элек капиталь ремонт яһалған, эргәһендәге биләмә тәртипкә килтерелгән. Радий Хәбиров мәҙәниәт һарайында үҙешмәкәрлекте үҫтереү өсөн тыуҙырылған шарттарҙы баһаланы, китапхананы һәм тамаша залын ҡарап сыҡты. Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов әйтеүенсә, ошонда уҡ урынлашҡан элекке спорт залы реконструкцияға мохтаж. Республика Башлығы, бинаның профилен үҙгәртеү юлдарын ҡарап, иң ҡулай вариантты тәҡдим итергә ҡушты.
Шүлгәнташ туризм үҙәгенә әйләнә
“Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы киләһе йылдан халыҡты ҡабул итә башлаясаҡ. Эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уны ҡарап сыҡты.
Мәғлүм булыуынса, диуарҙарға төшөрөлгән боронғо һүрәттәрҙе һаҡлау маҡсатында мәмерйәгә туристарҙы индереү сикләнгән. Хәҙер инде, ошо биләмәлә заманса музей комплексы төҙөп, Шүлгәнташ менән ҡыҙыҡһыныусыларға әлеге тарихи-мәҙәни ҡомартҡыларҙың күсермәләрен генә күрһәтәсәктәр.
Киләһе йыл башында, эске биҙәкләү эштәрен тамамлағас, комплекс техник яҡтан әҙер буласаҡ, әммә халыҡты йәйгә генә ҡабул итә башлаясаҡ. Музей коллективы 38 кешенән тора.
Радий Хәбиров фәнни-тикшеренеү эшенә йәштәрҙе нығыраҡ йәлеп итергә кәрәклеген билдәләне. Быйылдан төбәктә белгестәргә грант нигеҙендә ярҙам иткән “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы тормошҡа ашырыла, яңы музей хеҙмәткәрҙәренә унда ҡатнашырға мөмкин, тине ул.
– Был тарихи, мәҙәни, белем биреү комплексында ғилми симпозиумдар, мәғариф һәм мәҙәниәт саралары үткәрелеп торасаҡ. Музей янында ҡунаҡхана, заманса инфраструктура ла буласаҡ, Шүлгәнташ республиканың көньяғындағы туризм үҙәгенә әйләнәсәк, – тине республика етәксеһе.
Ырғыҙлыла амбулатория асыласаҡ
Бөрйән районында Радий Хәбиров Ырғыҙлы ауылы халҡы менән дә осрашты.
Был тораҡ, күрше Мәҡсүт һәм Ҡотан кеүек үк, Ырғыҙлы ауыл биләмәһенә ҡарай, район үҙәгенән алыҫта урынлашҡан. Өсәүһендә бергә 900-гә яҡын кеше йәшәй.
“Беҙҙә фельдшер-акушерлыҡ пункты бар, әммә ул ғына етмәй. Стационар дауахана булмағас, 40-50 километрҙағы район үҙәгенә барырға тура килә. Ә ауырыу кешегә бындай алыҫ араға, өҫтәүенә ошондай насар юлдан йөрөүе бик ауыр”, – тип һөйләне ауылдаштар.
Башҡортостан Башлығы республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына Ырғыҙлы ауылының үҙәк урамын ремонтларға ҡушты.
Республика етәксеһе 2023 йылда Ырғыҙлыла амбулатория – көндөҙгө стационары һәм лабораторияһы булған дөйөм практика табибы офисы төҙөләсәген белдерҙе. Ауыл халҡы газ үткәреү мәсьәләһен дә күтәрҙе.
Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА, Даян МӘЖИТОВ, Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне.

