

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Йәштәр йортонда булды. Ул “Йәшлек House” ижад киңлеген асыуҙа ҡатнашты, йәштәрҙең төрлө йәмәғәт ойошмалары әүҙемселәре менән осрашты.
Мәғлүм булыуынса, Радий Хәбировтың ирекмәндәр менән онлайн-осрашыуында ошондай үҙәк ойоштороу тураһында һүҙ барғайны. Былтыр июндә Йәштәр көнөнә арналған “Беҙ бергә” фестивалендә Башҡортостан Башлығы был объектты урынлаштырыу өсөн Өфөнөң тарихи үҙәгендә – Пушкин урамында бина һайлауҙары тураһында хәбәр иткәйне. Элегерәк унда Башҡортостан таможняһы урынлашҡан була.
Республика Башлығы Йәштәр йортон ҡарап сыҡты, “Аврора” таланттарҙы үҫтереү үҙәге, “Лиза Алерт” эҙләү ойошмаһы, “Юнармия” йәмәғәт хәрәкәте вәкиллектәрендә булды. Ул йәштәр берләшмәләренең әүҙемселәре менән аралашты, яңы бинала эш һәм ижад шарттары менән ҡыҙыҡһынды.
“Йәшлек House”ты ҡарағас, Радий Хәбиров йәштәр хәрәкәттәре лидерҙары менән уларҙы борсоған мәсьәләләр буйынса фекер алышты.
– Һеҙҙе өй туйы менән ҡотлайым. Йәштәрҙең бергә йыйылып, идеяларҙы, проекттарҙы тикшереү өсөн үҙ урыны булыуын күптән теләй инек. Бер йыл элек ошо бинаны асырға ҡарар иттек, сөнки был киләсәккә ысын инвестицияны тәшкил итә, – тине төбәк етәксеһе, осрашыуҙы асып. – Хәҙер эш һеҙҙә. Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетына эште иртәнән алып кискә тиклем тормош ҡайнап торорлоҡ итеп ойошторорға кәрәк. Бындағы һәр хәрәкәт артында бөтә республика буйынса меңдәрсә кеше тороуын иҫәпкә алғанда, ошондай уҡ үҙәктәрҙе Башҡортостандың башҡа ҙур ҡалаларында ла асырға кәрәк.
Йәштәр бинаның әлегә буш торған һәм ремонт талап ителгән подвалын тәртипкә килтерергә тәҡдим итте. Унда сәхнә һәм бейеүселәрҙең репетициялары өсөн көҙгөлө зал эшләү ниәте бар.
– Подвалдың майҙаны ярайһы уҡ ҙур – 400 квадрат метр. Минеңсә, унда иркенләп аралашыу, байрамдар, концерттар зонаһы булырға тейеш. Шуға күрә, әлбиттә, сәхнә лә, репетициялар залы ла буласаҡ. Ҡапҡылап алыу һәм ҡәһүә эсеү өсөн ҙур булмаған кафе ла кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Иң мөһиме – фекер алышып, киңлекте нисек күҙаллауығыҙ хаҡында белдерегеҙ. Был үҙенсәлекле ижади тормош залы буласаҡ.
Йәштәр сәйәсәте лигаһы вәкиле Башҡортостан йәштәре башланғыстарына грант ярҙамы күләмен арттырырға тәҡдим итте. Әле ул өс миллион һум самаһы, әммә төрлө хәрәкәттәрҙең һәм ойошмаларҙың күп булыуын иҫәпкә алғанда, был аҡса ғына етмәй.
– 2022 йылда грант күләмен 20 миллион һумға тиклем арттырырға тәҡдим итәм. Шуға күрә ғаризаларҙы һәм тәҡдимдәрҙе әле үк әҙерләй башларға мөмкин, – тине Радий Хәбиров. – Шул уҡ ваҡытта грантты эш менән шөғөлләнгән, әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырғандарҙың алыуы мөһим.
Ҡайһы бер йәштәр берекмәләре ҙур форумдар үткәреүҙә ярҙам һораны. Республика Башлығы Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетына был башланғыстарҙы иғтибар менән өйрәнергә, тормошҡа ашырыу юлдарын күҙалларға ҡушты. Төбәк етәксеһе республикала коронавирусҡа бәйле хәлдең ҡатмарлы булыуы тураһында иҫкәртте һәм күмәк сараларҙы коллектив иммунитет булғанға тиклем күсереп торорға йәки сикләргә тәҡдим итте.
Ирекмәнлекте үҫтереүгә, уға булышлыҡ итеүгә килгәндә, Радий Хәбиров Башҡортостанда ведомство-ара ирекмәндәр советы ойошторолоуы тураһында хәбәр итте.
– Волга буйы федераль округында иң күп йәштәр – беҙҙә. Улар һәләтле һәм инициативалы. Һеҙҙең һәр изге башланғысығыҙҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәкбеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы.
Радий Хәбиров Йәштәр йортон асыуҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә телгә алды. “Былтыр йәштәрҙең лидерҙары менән осрашыуҙа беҙ Йәштәр йортон асырға ҡарар иткәйнек. Мин вәғәҙә бирҙем һәм һүҙемдә торҙом. Хәҙер Башҡортостан йәштәренең үҙ йорто бар. Беҙ уны “Йәшлек Хаус” тип атаныҡ.
Яна Гайдук, хәҙер инде был йортто йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы, республикаға кәрәкле идеялар һәм проекттар менән байытырға кәрәк. Йәштәр хәрәкәттәре лидерҙарына күп нәмә бәйле. Беҙҙә йәштәр сағыу, ижади, көслө. Ижад итегеҙ, тәүәккәл булығыҙ, беҙ ярҙам итербеҙ”, – тип яҙҙы төбәк етәксеһе.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/146947.html
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/146947.html