

Беренсе Этҡол ауылында йәшәгән Хәлимә менән Йомағужа Ғәзизовтар быйыл гәүһәр туйҙарын билдәләне. 60 йыл ғүмер күҙ асып йомғансы үтеп тә киткән, тип йылмая улар. Уйлап ҡараһаң, Йомағужа Рамаҙан улы менән Хәлимә Далха ҡыҙының тормош ҡороуы үҙе бер тарихҡа тиң булырлыҡ.
Йомағужа буласаҡ кәләшен бер тапҡыр күргәс тә оҡшатып, уны һоратырға ебәрә. Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡҡан олатай, бөгөн сал ҡунған мыйығын бер аҙ һыпырғылап, йылмая биреп, йәштәргә үҙенән үрнәк алырға ҡуша. Тәү күреүҙән ғашиҡ булған Йомағужа ағай ҡартлыҡтағы бәхетле тормош нигеҙе йәшлектәге мөхәббәттә икәнлеген инҡар итмәй, әммә бер-береңә ҡарата ихтирам һәм иғтибар булмағанда, һөйөүҙе һаҡлап булмауы хаҡында ла иҫкәртә.
Йәштәр ғаилә ҡорғанға ҡәҙәр бер-береһен бөтөнләй белмәй. Уларҙы Йомағужаның Ҡаратал ауылында йәшәгән һеңлеләре таныштыра. Алдан әйтеүебеҙсә, егет тәү күреүҙә үк ғашиҡ иттергән ҡыҙҙы кәләшлеккә һората, һәм Буранбай ауылы һылыуы Беренсе Этҡолға килен булып төшә.
Йәш килен ҡәйнәһе һәм иренең ике апаһы менән бергә йәшәй башлай. Биш кешегә бәләкәй йортта бергә көн итеүе еңелдән булмағандыр, әммә йәштәр һыр бирмәй. Ҡышты сығыуға, улар үҙҙәренең яңы йортона нигеҙ һала. Ҡулынан бөтә эш килгән етеҙ Йомағужа тиҙ арала яңы йорт күтәрә, ҡатыны ла бик егәрле булып сыға. Ике уңғандан эш үҙе лә ҡурҡып тора, тигәндәй, ата-әсәһен, туғандарын ҡыуандырып, гөрләтеп донъя көтә йәштәр. Тормоштарын йәмләп, бер-бер артлы биш балалары тыуа. Бөгөн уларҙың туғыҙ ейән-ейәнсәре, ун ике бүлә-бүләсәре бар.
Бәхетле ҡартлыҡтарын кисергән Ғәзизовтар йыш ҡына йәш саҡтарын хәтерләп алырға ярата. Тәүге көндән тормош мәшәҡәттәренә сумған ир менән ҡатын никахтарын рәсмиләштереү хаҡында уйламай ҙа тиерлек. Бигерәк тә Хәлимә инәй: “Әллә йәшәйем, әллә юҡ – ЗАГС ҡөҙрәт ҡанаты түгелдер әле...” – тип быға ҡул һелтәп ҡарай. Өс балаға атай-әсәй булғас ҡына никахты теркәтәләр.
Хәҙер күп йәштәрҙең гөрләтеп туй үткәреп, күп тә үтмәй айырылышып ҡуйыуын өнәмәй Ғәзизовтар. “Ана, беҙ нисә йыл буйы никахһыҙ йәшәнек, әммә айырылырға тигән һүҙ ҙә булманы. Ауыл хакимиәтенә барып, никах теркәтергә хатта ваҡытыбыҙ ҙа юҡ ине”, – ти улар. Бар ғүмерен эштә үткәргән Ғәзизовтар донъяларын бағырға, балаларына юғары белем бирергә өлгөргән, күпләп мал аҫрай, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та, тик ултырыуҙы хуп күрмәгән Йомағужа Ғәзизов, дини белем алып, Беренсе Этҡол мәсетенең имам-хатибы булып хеҙмәт итә, ауылдаштарын иман юлына әйҙәй, дини ғәмәлдәрҙе атҡара. Ул фатиха биргән йәш парҙарҙың, исем ҡушҡан сабыйҙарҙың иҫәбе-хисабы юҡ.
Хәлимә Далха ҡыҙының да ҡулынан килмәгән бер эш юҡ: әллә күпме селтәр сигә, бәйләм бәйләй, ҡорама тегә, тәмле-татлы ризыҡтар әҙерләй. Бынамын тигән оҫта баҡсасы ла ул.
Ике егәрле бергә тап килеп, бар ауылдаштарына өлгө булып ғүмер иткән Хәлимә менән Йомағужа Ғәзизовтарҙың гәүһәр туйҙарында гәүһәр кеүек балҡып, бер-береһенә терәк һәм кәрәк булып, балаларының һәм ейән-ейәнсәрҙәренең һөйөүенә ҡойоноп ултырыуҙары – үҙе үк оло бәхеттең бер үрнәге. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, бер-береһенә һөйөү тулы күҙҙәр менән баҡҡан, терәк-таяныс булған матур парға ҡарап, сикһеҙ дәрт алаһың, бәхеттең йәнә бер ҡат татыу ғаиләлә икәненә инанаһың.
Кәримә Усманова.