

Белеүебеҙсә, октябрь башында ил Президенты Владимир Путин Рәсәйҙә рәсми рәүештә Атайҙар көнөн булдырҙы. Ул йыл һайын ошо айҙың өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнәсәк. Быйыл байрам 17 октябргә тура килде. Уның алдынан Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһына лайыҡ булғандарҙы тәбрикләнеләр. Был конкурсты Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ойошторҙо.
“Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһы бала тәрбиәләгән, сәләмәт тормош алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен, йолаларын һаҡлау һәм тергеҙеү, йәмғиәттә әхлаҡи мөхитте яҡшыртыу өсөн шарттар булдырған, райондың, республиканың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙарҙы дәртләндереү, уларҙың хеҙмәтен таныу өсөн булдырылған.
Күп сәйәсмән, йәмәғәт эшмәкәре илдә Атайҙар көнөн булдырыу башланғысы менән сығыш яһағайны. Уларҙың береһе Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе, Дәүләт Думаһының элекке депутаты, Төбәк-ара ғаилә институттарына, йолаға әүерелгән ғаилә ҡиммәттәренә ярҙам итеү йәмәғәт ойошмаһының беренсе президенты Александр Сидякин булды. 2020 йылда беренсе тапҡыр бүләкләү тантанаһы уҙғарылды. Быйыл 47 муниципаль берәмектән 184 ғариза бирелгән.
Байрам сараһында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ҡатнашты, ул, тантанаға йыйылғандарҙы ҡотлап, тормошта атайҙар роленең ҙур булыуын айырып әйтте.
– Был – сәләмәт тормош алып барған, ғаилә йолаларын һаҡлауға, йәмғиәттә әхлаҡи мөхитте яҡшыртыуға булышлыҡ иткән, иң мөһиме – бөйөк ҡиммәттәрҙе үҙҙәренең һәм уллыҡҡа алған балаларына күсереүселәр, – тине ул.
“Ир-егеттәр советы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров иһә сығышында “Атай ағасы” тигән акция үткәреләсәге хаҡында белдерҙе. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова Атайҙар көнөнөң барлыҡҡа килеүенә бәйле ҡыуанысы менән уртаҡлашты. Балалар хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил Ольга Панчихина иһә конкурста ҡатнашҡан барлыҡ 184 атайҙың да ошондай йәмәғәт наградаһына лайыҡ икәнлеген әйтте.
“Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһын беренсе булып Краснокаманан Гәүис Әхмәров алды. Ул ваҡытында 27 тапҡыр рәттән үҙ районының иң яҡшы инженер-механигы тип танылған. Ҡатыны Илүсә Мәғфүрйән ҡыҙы менән 60 йылдан ашыу бергә татыу йәшәйҙәр. Өлкән улдары Зенфир – Краснокама районы хакимиәтендәге ауыл хужалығы идаралығының баш зоотехнигы, икенсе улдары Рәмзид – Башҡортостан дәүләт аграр университеты доценты, өсөнсө улдары Илфаҡ – Яңы Аҡтанышбаш мәктәбе директоры, дүртенселәре Раил – “Йылылыҡ-энергетика компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең баш инженеры, ҡыҙҙары Гүзәлиә иһә – Яңы Ҡабан ауылы мәктәп-интернаты директоры. Төпсөктәре Илнас менән Финас шулай уҡ Яңы Аҡтанышбаш урта мәктәбендә эшләй. Абруйлы атайҙың барлыҡ балалары ла юғары белемгә эйә.
Юғары наградаға лайыҡ булған Бишбүләк районынан Иван Грешняковҡа, ҡатыны яҡты донъянан китеп барғас, оҙайлы ваҡыт бер үҙенә өс баланы тәрбиәләргә тура килгән. Артабан ул икенсе ҡатыны менән танышып, уның ҡыҙы өсөн дә ысын атайға әйләнә. Иван Михайлович әлеге награданы булдырғандары һәм тапшырғандары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен шиғри юлдар аша еткерҙе.
Өфө районынан Тимур Йыһаншин баш ҡалалағы 21-се дауаханала 1-се хирургия бүлексәһенә етәкселек итә. Ул – Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты, ике тапҡыр “Алтын скальпель” наградаһына лайыҡ булған. Бынан тыш, медицина өлкәһендәге уйлап табыу ҡаҙаныштары бихисап. Өҫтәүенә Тимур Марат улы – дүрт бала атаһы. Улар үҙҙәренең төрлө ҡаҙаныштары менән ата-әсәһен ҡыуандыра. Йыһаншиндар – ирекмәндәр, Башҡортостанда “Рәсәйҙең махсус олимпиадаһы” төбәк ойошмаһы бағыусылары ла.
Владимир Ишмәтов (Өфө ҡалаһынан) – Башҡортостан дәүләт медицина университеты клиникаһының йөрәк-ҡан тамырҙары һәм рентген хирургияһы бүлексәһе етәксеһе, уҡыу йортоноң госпиталь хирургияһы кафедраһы профессоры, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, “Алтын эскулап” медицина премияһы лауреаты. Былтыр ул БДМУ-ла коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү буйынса штабты ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан. Ҡатыны Динә Радик ҡыҙы менән дүрт бала баға, спорт менән әүҙем шөғөлләнәләр.
Учалы районынан Раят Ишмөхәмәтов алты бала тәрбиәләй. Уларҙың икәүһе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғүмере иртә өҙөлгән туғанының балалары. Миндәк урта мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән Раят Килдебай улының балалары бик матур бейей, спорт менән әүҙем шөғөлләнә һәм ошо өлкәләрҙә бихисап наградаға эйә. “Байыҡ” республика конкурсында беренсе урынды яулағандар.
“Атай ҡаһарманлығы” наградаһына лайыҡ булған Сафа Ишмөхәмәтов – Сибай ҡалаһынан. Ул – Рәсәйҙең дөйөм белем биреү отличнигы, республиканың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, башҡа наградалары ла байтаҡ. Ҡатыны Динә Әхмәтйән ҡыҙы менән бына тигән өс ул тәрбиәләгәндәр. Тик, үкенескә ҡаршы, 2011 йылда хәләл ефетенең ғүмере ваҡытһыҙ өҙөлә. Сафа Вафа улы улдарына, ейәндәренә ярҙам итә, уларҙа ғаилә ҡиммәттәренә ихтирам тәрбиәләй. Улы Артурҙың “Бабич” фильмында Ғәзиз Әлмөхәмәтов ролен уйнағанын хәтерләйһегеҙҙер. Ул – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Уртансы улы Динис “Уралсиб” банкында эшләй. Кесе улы Айнур – Стәрлетамаҡ бейеү театрының балет артисы.
Дәүләкән районынан Айнур Ҡорманаев – ун бала атаһы! Ҡатыны Гөлназ менән биш ул һәм биш ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Иң бәләкәстәренә – ни бары бер ай. Күптәр замандың иҡтисади ауырлыҡтарына һылтанып хатта ғаилә ҡорорға ашыҡмаған осорҙа, был үҙе ҙур ҡаһарманлыҡ түгелме ни?!
Байрам Лоҡманов – Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылынан. Ул бала сағынан техника менән мауыҡҡан, мәктәптә стена гәзиттәрен сығарған. Алтын ҡуллы ир ғүмер буйы тыуған яғында эшләгән: техниканы бына тигән итеп йүнәтә, мейесте сынъяһау итә, ағас буйынса ла шәп оҫта. Ауылдаштары әйтеүенсә, Фәниә менән Байрам Лоҡмановтарҙың йөрәге алтын. Өс улдары сибек булып тыуһа ла, бирешмәгәндәр, аяҡҡа баҫтырғандар. Етмәһә, балалар йортонан һигеҙ айлыҡ игеҙәктәр Лена менән Ангелинаны тәрбиәгә алғандар. Улар хәҙер үҫкән инде. Һуңғараҡ Лоҡмановтар ике йәшлек Фәрхәт менән бер йәшлек Заринаны тәрбиәгә алырға ҡарар итә. Ниндәй генә тормош ауырлыҡтары килеп сыҡмаһын, яҙмыш һынамаһын, улар үҙ юлдарынан тайпылмайынса, бәхетле һуҡмаҡтан бара.
Ғөмүмән, тантанаға килгәндәрҙең барыһы ла ысын Атай! Балаларының, ҡатынының, туғандарының, яҡындарының ныҡлы терәге, таянысы улар. Ошондай атайҙар булғанда йәшәйешебеҙҙең яҡты киләсәгенә, быуын сылбырҙарының өҙөлмәҫенә өмөт-ышаныс арта.
Айһылыу НИЗАМОВА.