

Филология фәндәре кандидаты, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Рәүеф Вәли улы Шаһиевты студент йылдарынан уҡ яҡшы беләм. “Башҡортостан пионеры”, “Ленинсы”, “Совет Башҡортостаны”, “Кызыл таң” гәзиттәрендә, радио тапшырыуҙарында мәҡәләләре, репортаждары, сығыштары даими рәүештә уҡыусы иғтибарында булды.
Т. Килмөхәмәтовтың “Йондоҙ төҫө”, Ф. Иҫәнғоловтың “Батырҙар утрауы” тигән повестарына, Б. Ноғомановтың “Йылбабай һәм сәғәттәр” китабына яҙған рецензиялары йәш әҙәби тәнҡитсенең киләсәгенә өмөтлө генә юл да ярып ҡуйҙы. Районына ҡайтып, уҡытыусы, мәктәп директоры, ауыл советы рәйесе, хакимиәт башлығы, Учалыла йәш ҡәләм тирбәтеүселәр өсөн сыҡҡан “Өлкәр” журнал-альманахының мөхәррире вазифаларын башҡарҙы. Был йылдарҙа уның ижад эше туҡтап торҙо, тәжрибә тупланды. “Өлкәр”ҙә эшләгәндән алып уның яҙыуы әүҙемләште лә инде.
Р. Шаһиевтың республика матбуғатында ҡала һәм райондың социаль-иҡтисади хәлен яҡтыртҡан очерктары, һүрәтләмәләре, ижади портреттары донъя күрҙе. Ижади әүҙемлеге күренеү менән Р. Шаһиевты 1996 йылда БР Журналистар союзына ағза итеп ҡабул иттеләр.
Яҡташы, мәшһүр педагог, әҙәби тәнҡитсе һәм маһир фольклорсы Марат Минһажетдиновтың ғилми ижады хаҡында “Ижади маһирлыҡ”, урыҫ телендә “В памяти народной” тигән китаптарын нәшерләне.
Уҡытыусыларға арнап “Мәғариф баҫҡыстары буйлап”, “Йөрәгемде балаларға бирәм” исемле педагогик портреттар серияһын ижад итте. “Райондың йәшел ҡалҡаны” исемле китабы ла үҙ уҡыусыһын тиҙ тапты, йәнтөйәгебеҙҙе ҡурсалау, үҫтереү проблемаһы ваҡытында ҡуйылыуы менән дә авторҙың уңышлы аҙымы ине. 2002 йылда Рәүеф Шаһиев әҙерләп баҫтырған “Алтын бишегем – Учалы” энциклопедияһы райондаштарына ҙур бүләк булды. Был хеҙмәт уҡытыусыларҙың, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең өҫтәл китабына әйләнде, сит тарафтарҙан килгән ҡунаҡтарға бүләк ителде.
Авторҙың йөҙҙән ашыу публицистик мәҡәләһе, рецензиялары һәм очерктары донъя күргән. Ул – әҙәби тәнҡит өлкәһендә лә әүҙем эшләгән ижадсы. “Ағиҙел”, “Ватандаш”, “Шоңҡар”, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналдарында нәфис әҙәбиәткә, бигерәк тә проза жанрында, герой проблемаһына арналған рецензиялары, әҙәби байҡауҙары, арҙаҡлы шәхестәр яҙмышына арналған яҙмалары йыш баҫыла. “Күңел көҙгөһө”, “Башҡорт прозаһында герой орбитаһы” рецензиялар йыйынтыҡтары “Китап” нәшриәтендә донъя күрҙе.
Марат Минһажетдиновтың тормошона һәм ғилми ижадына арналған “Яҡты хәтер” китабы 2015 йылда нәшер ителде. Әлеге көндә нәшриәттә үҙ сиратын көтөп ятҡан “Хәҙерге башҡорт прозаһында герой концепцияһы” монографияһы ла – Рәүеф Шаһиевтың төплө әҙәбиәт белгесе булыуына дәлил. Байтаҡ йылдар эсендә яҙылған “Замандаштар. Кеше күңеленә сәйәхәт” йыйынтығы ла баҫмаға әҙер кимәлдә. Иманым камил, ул да үҙ уҡыусыһын табыр.
Быйыл Граждандар һуғышы геройы, легендар полководец, ике тапҡыр Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, дәүләт эшмәкәре, беренсе хәрби комиссар, БашЦИК рәйесе, автономия өсөн аяуһыҙ көрәштә ҡатнашҡан тарихсы һәм яҙыусы Муса Лут улы Мортазиндың тыуыуына – 130 йыл. Был тантаналы хәтер юбилейына Рәүеф Шаһиев райондаштарына “Халыҡ улы Муса Мортазин” исемле тарихи-документаль китабын тапшырҙы. Оло, изге аманатҡа тоғролоҡ орлоҡтары һибелде, тип уйлайым.
Мине Рәүеф Шаһиевтың егәрле, ябай, ихлас булыуы, үтә лә ярҙамсыллығы һоҡландыра. Уның ижад юлы, кешелек сифаттары, аң-зиһен кимәле Марат Минһажетдиновтың, Ишмөхәмәт Ғәләүетдиновтың йәшәү рәүешенә тап килеүе ғәжәпләндерә лә, хайран да ҡалдыра. Өсәүһе лә бер райондан, заманында береһе белем биргән, икеһе олуғ ғалимдан белем алған.
Уйлап ҡуям: иң матур сифаттарын – тура һүҙлелекте, саялыҡты, итәғәтлелекте, ғорурлыҡты Марат Хәләф улы шәкерттәренә күмәртәләп, йомарт өләшкән икән дәбаһа! Милли әҙәбиәтебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә тоғролоҡ ҡылып, донъяла иң тәүҙә һүҙ булғанын аныҡ төшөнөп, уның ҡәҙерен белеп эш иткән Рәүеф Вәли улы Шаһиев 1999 йылда филология фәндәре докторы, профессор, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Роберт Нурмөхәмәт улы Байымов етәкселегендә “Хәҙерге башҡорт прозаһында герой концепцияһы” тигән темаға диссертацияһын уңышлы яҡлай. Районда йәшәп, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эшкә сумып, ғилми дәрәжәгә өлгәшеү – бик һирәктәр өлөшөлөр. Үҙ ваҡытында күренекле тел белгесе Вәли Шәғәле улы Псәнчиндең уҡыусыһына ҡарата: “Рәүеф Шаһиевтың был тәүәккәллеге ижади ҡаһарманлыҡҡа тиң”, – тиеүендә дөрөҫлөк ята, тип уйлайым.
Рәүеф Шаһиевтың тынғыһыҙ, баш баҫып ижад итеүе әле лә дауам итә. Быйыл ул үҙенең Наурыҙ мәктәбендә уҡытҡан Әсмә Әхмәтвәли ҡыҙы Мөслимова хөрмәтенә “Йөҙөк ҡашы Әсмә апай”, Зөмәрә Вәли ҡыҙы Хисмәтуллинаның тынғыһыҙ тормошона, эшмәкәрлегенә арнап, “Зөмәрә апай балҡышы” исемле хәтер китаптарын нәшер итте. Ҙур, иманлы һәм изге хеҙмәт башҡарылды, БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыларына Хәтер даны яңғыраны. Билдәле табибә, Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау отличнигы Рима Хәйҙәр ҡыҙының 90 йәшенә арналған “Сәләмәт рух һағында” тигән китабы – бөгөн уҡыусыһы ҡулында.
Рәүеф Вәли улы Шаһиевтың булмышы – кешеләр күңеленә ҡолас ташлап сәйәхәт итеү, уларҙан матурлыҡ эҙләү, рухи күперҙәр һалыу, изгелек, иман нурҙары өләшеү. Был фани донъяла шунан да бөйөк миссия бармы икән? Юҡтыр! Ә эш өҫтәлендә “Атайсалдың ғилем йондоҙҙары”, “Икмәк булһа, йыр ҙа була”, “Ижад алиһәләре”, “Әҙәби тәнҡиткә фекер арғымағы”, “Ялҡынлы патриот. Милләт һаҡсыһы”, “Ижад офоҡтары киңәйә”, “Марат Минһажетдинов. Тормошо һәм ижады”, “Учалы ынйылары”, “Мәғариф йондоҙо”, “Ғилем һәм әҙәп илселәре”, “Лира Яҡшыбаеваның 12 йондоҙо” йыйынтыҡтары, монографиялары нәшерләүгә әҙер.
Иҫең китер, ҡасан өлгөрәлер ул. Был тиклем ижадҡа сумыу – үҙе үк, Вәли Шәғәле улы әйтмешләй (ҡабатлауҙан доға иҫкермәй), ысын мәғәнәһендә ауыр, яуаплы йөк тартыу – ҡаһарманлыҡ, эйе, көнләшерлек ихтыяр көсө үә ватансылыҡ!
Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА,
яҙыусы, Һ. Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.