Йәмғиәт
19 Октябрь 2021, 04:59

Күңелгә ятҡан һөнәр кешене бәхетле итә

Кәримә Усманова.  Юғары категориялы табип Гүзәл Ҡадаева.Кәримә Усманова.  Юғары категориялы табип Гүзәл Ҡадаева.
Юғары категориялы табип Гүзәл Ҡадаева.Фото:Кәримә Усманова.

Юғары категориялы табип Гүзәл Ҡадаева тураһында “табиплығы уның – Хоҙайҙан” тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Үҙ эшен яҡшы белгән, сирлеләргә һәр саҡ яғымлы ҡарашта булған Гүзәл Рәхимйән ҡыҙы менән Иҫке Сибай ауылы дауаханаһында осраштыҡ. Кабинеты янында пациенттарҙың күп булыуына ҡарамаҫтан, ул беҙҙе лә ҡабул итергә ваҡыт тапты. Һуңғы көндәрҙә “ковидтың дүртенсе тулҡыны килә, уның бик ауыр эҙемтәләргә килтереүе бар” тигән һүҙҙәрҙе һәр беребеҙ һағайып ҡаршылағандыр, шуға күрә юғары категориялы терапевҡа күптәрҙе хафаға  һалған ошо һорауҙы бирмәй булдыра алманым.

– Вакцина яһатҡан икәнһегеҙ, борсолорға урын юҡ. Шулай ҙа һаҡланыу сараларын инҡар итмәгеҙ, хәүефһеҙлек ҡағиҙә­ләрен теүәл итегеҙ. Миҙгелле сир – киҙеүҙән дә һаҡланыу сараһын күрһәгеҙ, дүртенсе тулҡын һеҙҙе урап үтер, – тигән һүҙҙәре күңелдә өмөт уятты.

Оҙаҡ йылдар табип булып эшләгән Гүзәл Ҡадаева  күптән  инде психолог та булып бөткән. Үҙе әйтмешләй, ауыл дауаха­наһында терапевт ҡына түгел, кәрәк саҡта гинеколог та, невролог та, кардиолог та ул. Шунһыҙ булмайҙыр ҙа. Берен­сенән, ауыл еренә барырға ашҡынып торған медицина белгестәре етмәй. Икенсенән, пандемия осоронда табиптар ғына түгел, шәфҡәт туташтары ла аҙ.

Гүзәл Рәхимйән ҡыҙы етәк­селегендәге коллектив 100 процент кимәлендә вакцина яһат­ҡан. Әйткәндәй, табиптың үҙенә лә Сибай ҡалаһы ковид-госпиталендә эшләргә тура килгән.

– Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, ковид бер кемде лә аямай. Ул һау-сәләмәт тормош алып барғанды ла, олоно ла, йәшен дә урап үтмәй. Яңы тулҡындағы коронавирус күпкә аяуһыҙыраҡ, ул балаларға, хатта сабыйҙарға ла йоға. Шуға йәнә бер тапҡыр ҡабатлайым: прививка яһатып ҡына, беҙ был сирҙе еңә аласаҡбыҙ, шунлыҡтан вакцинанан ҡасырға кәрәкмәй, киреһенсә, яҡындарың, ғаиләң, туғандарың иҫән-һау ҡалһын өсөн прививка эшләтегеҙ. Ковид менән сирләгән осраҡта ла уны күпкә еңелерәк үткәрәсәкһегеҙ, – ти Гүзәл Рәхимйән ҡыҙы.

Һәр сирлене ентекләп ҡарап, уға дарыуҙар яҙып, ихлас аралашҡан табипты ситтән күҙәтеп, халыҡ һаулығы һағында торған был мөләйем ханымға һоҡланмау мөмкин түгел. Күңелгә ятҡан һөнәр генә кешене бәхетле итә, тигәндәре хаҡтыр, күрәһең. Ә бит күңеленә оҡшаған ошо һөнәргә эйә булыу өсөн Гүзәл Ҡадаеваға күпме ауыр­лыҡтар аша үтергә, күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәрергә, ял көндәрендә лә, һис иҫәпләш­мәйенсә, сабыр һәм түҙемле рәүештә алға барырға тура килә.

Баймаҡ районының Өмөтбай ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ IX кластан һуң Сибай медицина училищеһының фельдшер бүлеген тамамлай. Хеҙмәт юлын Һаҡмар ауылында фельдшер булып башлай. Биш йыл эшләгәндән һуң, юғары белем алыу теләге уны Өфөгә Башҡортостан дәүләт медицина институтына илтә. Үҙенән күпкә йәшерәк ҡыҙ һәм егеттәр менән көндөҙгө бүлектә белем алырға тура килә уға. Уҡыу бер аҙ ауырыраҡ тойолһа ла, эш тәжрибәһе күп осраҡта ярҙам итә. Уҡытыусылары ла һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә сыныҡҡан фельдшер-студентты шунда уҡ күреп ҡала, йыш ҡына уны курс­таштарына өлгө итеп ҡуя. “Бала саҡтан табип булыу хыялым тормошҡа ашты. Төп бурысым – кешеләргә ярҙам итеү, уларҙы дауалау, сәләмәтлеге һағында тороу”, – тип йылмая әңгәмәсем.

Иҫке Сибай ауылы дауа­ханаһының юғары категориялы табип-терапевы Гүзәл Ҡадаева, донъялағы меңәрләгән табип кеүек, коронавирусҡа ҡаршы көрәштең тәүге көндәренән алып алғы һыҙыҡта эшләй. Уның кеүек аҡ күңелле фәрештәләребеҙ яныбыҙҙа булғанда, бер сир ҙә ҡурҡыныс түгел, “тажлы зәхмәт” беҙҙе урап үтәсәк, ти уның пациенттары.

Кәримә Усманова.

Читайте нас