Йәмғиәт
19 Октябрь 2021, 12:50

“Миловка паркы” ҡасан төҙөлөп бөтөр?

Был торлаҡ комплексында тәүҙә дөйөм майҙаны 100 мең квадрат метрҙан ашыуыраҡ 2022 фатирлыҡ 28 йорт төҙөлөргә тейеш ине. Ә әле хәлдәр нисек?

“Миловка паркы” ҡасан төҙөлөп бөтөр?“Миловка паркы” ҡасан төҙөлөп бөтөр?
“Миловка паркы” ҡасан төҙөлөп бөтөр?

Бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһының Республикаға идара итеү үҙәге һәм Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы менән берлектә үткәргән брифингында “Миловка паркы” тураһында ла һүҙ булды. Был Өфө районындағы әллә ҡасандан билдәле проблемалы объект әле һаман төҙөлөп бөтмәй.

Билдәле булыуынса, “Миловка паркы”нда тәүҙә дөйөм майҙаны 100 мең квадрат метрҙан ашыуыраҡ 2022 фатирлыҡ 28 йорт төҙөлөргә тейеш ине. Уларҙың 1442 фатирын (дөйөм майҙаны 68 мең квадрат метр) өлөшсөләргә һатҡандар. Торлаҡ комплексын “КилСтройИнвест” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөргә тейеш ине. Әммә компания үҙ өҫтөнә алған йөкләмәләрҙе үтәмәне һәм өлөшсөләргә фатирҙарын һаман тапшырмаған.

2020 йылда Өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау фондының Күҙәтеү советы 1431 өлөшсө фатир алыуҙы күҙаллаған 20 йортто төҙөргә ҡарар итте. Ике йортта 11 өлөшсө компенсация түләүе алған, уларҙың дөйөм суммаһы - 25 миллион һум.

20 йортто төҙөп бөтөү өсөн 2 миллиард 961 миллион һум аҡса бүленде. Әле бында сифатһыҙ башҡарылған ҡоролмаларҙы емерәләр, шунда уҡ төҙөлөш-монтаж эштәре бара, терәк конструкцияларҙы нығыталар.

– Объект этаплап тапшырыласаҡ. Был йылдың аҙағына тиклем 10-сы кварталда 4 һәм 5 литерлы ике йорт тапшырыласаҡ, 2022 йылда – 14 объект һәм 2023 йылда – тороп ҡалған дүрт йорт. “Миловка паркы” өлөшсөләренең һуңғылары фатир асҡыстарын 2023 йылдың аҙағында аласаҡ, – тине Өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау фондының төҙөлөш буйынса генераль директоры урынбаҫары Игорь Шутов.

Әйткәндәй, был комплексты төҙөгән “КилСтройИнвест” компанияһы етәкселегенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды.

Фото: ВКонтакте

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас