

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2021 йылдың 7 октябрендәге 1706-сы ҡарарына ярашлы, иҡтисадтың айырым тармаҡтарында хужалыҡ алып барған ойошмалар өсөн сит ил граждандарын эшкә йәлеп итеү буйынса сикләүҙәр индерелде.
"Ҡайһы бер эшмәкәрлек төрҙәре бар, уларға сит илдән килгәндәрҙе алыу бөтөнләй ярамай. Шулай итеп, 2021 йылда махсус магазиндарҙа дарыуҙарҙы берәмләп һатыуға, санкцияланмаған сауҙа объекттарында, палаткаларҙа, баҙарҙарҙа һәм башҡа урындарҙа күмәртәләп сауҙа итеүгә сит ил граждандарын йәлеп итеү тыйыла", - тип белдерҙе республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының миграция сәйәсәтен координациялау буйынса бүлек етәксеһе Нина Вишневская.
Быйыл хужалыҡ объекттарына йәшелсә үҫтереүгә йәлеп ителгән сит ил граждандарының һаны – 50 процент. Ошо кимәл 2022 йылда ла һаҡланасаҡ. Төҙөлөш тармағында сит ил граждандары иҫәбе иң күбендә 80 процент тәшкил итә ала.
Ошо әйтелгән ҡағиҙәләрҙе боҙған өсөн 800 мең һумдан бер миллион һумға тиклем штраф һалыныуы йәки эшмәкәрлектең 14-тән 90 тәүлеккә ҡәҙәр туҡтатылып тороуы ихтимал. Вазифалы кешеләргә 45-50 мең һум штраф ҡаралған.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53091