

Беҙ “Алағуз һылыуҙары” төркөмөн ойошторҙоҡ. Ошо хаҡта гәзит уҡыусыларға ла һөйләге килә. Төркөмдә дүрт ҡыҙ: Эмилия менән Диана Рәхимовалар, Элина һәм Вилена Фәссәховалар. Ижади төркөмдө төҙөү фекере көтмәгәндә килде.
2020 йылда коронавирус пандемияһы арҡаһында барлыҡ концерт-конкурстар кисектерелде, ә беҙгә ижадһыҙ, сағыу тәьҫоратһыҙ күңелһеҙ ине. Шуға ла үҙебеҙ йырҙар яҙып, социаль селтәрҙәр аша уртаҡлаша башланыҡ.
Йырҙар яҙҙырабыҙ, видеоларға төшәбеҙ һәм уларҙы социаль селтәрҙәргә һалабыҙ. Бөгөн яҙмаларыбыҙ ҙа, яҙылыусыларыбыҙ ҙа бик күп! Төркөмөбөҙҙөң барлыҡ сығыштары аудиторияла популярлыҡ яуланы, сөнки вокаль һәм хореографик оҫталыҡҡа эйә булырға, ҡабатланмаҫ стиль булдырырға тырышабыҙ.
Бөтәбеҙ ҙә уҡып йөрөйбөҙ. Эмилия – Һатҡы медицина техникумының өсөнсө курсында, Элина – Абзай урта мәктәбендә – Х, Вилена һәм Диана IХ класта белем ала.
Яҡындарыбыҙ беҙҙең менән ғорурлана һәм ярҙам итә. Беҙҙе яратып ҡараған дуҫтарыбыҙ, класташтарыбыҙ, курсташтарыбыҙ ҙа бик күп. Киләсәктә төркөмөбөҙҙөң билдәлелек яулауы тураһында хыялланабыҙ. Видеоклип төшөрөргә лә ниәтебеҙ бар.
“Алағуз һылыуҙары”.
Ҡыйғы районы.