Йәмғиәт
19 Октябрь 2021, 05:30

Табаны нисек таҙартаһығыҙ?

Һәр берегеҙҙҙең өйөндә бик уңайлы иҫке таба барҙыр. Уны нисек таҙартырға һуң? 

Табаны нисек таҙартаһығыҙ?Табаны нисек таҙартаһығыҙ?
Табаны нисек таҙартаһығыҙ?

Мин бөгөн һеҙгә уны нисек итеп яңыртырға өйрәтәм.

Кер һабынын эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Таба һыйырлыҡ ҙур һауытҡа һыу йылытабыҙ ҙа, ҡырылған һабынды, елемде ҡушабыҙ. Ирегәнсе һәйбәтләп бутайбыҙ.

Шунан ул һауытҡа табаны һалабыҙ. Талғын ғына утта һыу ҡоя-ҡоя ҡайнатабыҙ. Ике сәғәттән шыйыҡсаны түгеп, йылы һыу ҡоябыҙ. Янған май йомшара, шул ваҡытта уны тимер йыуғыс менән таҙартырға кәрәк.

 

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас