

Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Елена Новаева һәм тағы бер нисә белгес менән баш ҡалабыҙҙың “Меркурий” сауҙа үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың санитар-эпидемиологик талаптарҙы көсәйтеү тәңгәлендәге Указының үтәлешен тикшерҙек. “Меркурий” тип заманса әйтәбеҙ, ул – элекке “Колхоз баҙары”.
Алдан һөйләшкәнсә, Елена Александровна менән “Меркурий” сауҙа үҙәгенең үҙәк майҙанында иртәнге сәғәт 9-ҙа осраштыҡ.
– “Меркурий”ҙың һигеҙ ишеге бар, барыһын да ҡарап өлгөрөргә кәрәк, сауҙа үҙәгенә эске яҡтан да, тыштан да күҙ һалырбыҙ, – тине Елена Новаева. – Әгәр ҙә кешеләр бер ишектән генә инеп-сығып йөрөһә, беренсенән, көслө тығын барлыҡҡа киләсәк, икенсенән, ана шул коронавирус тырнағына эләкмәһендәр өсөн һатып алыусылар ағымын көйләргә кәрәк тә инде.
“Меркурий” теүәл 10-сы яртыла асылды, ошо ваҡытҡа унлаған кеше ишек төбөндә тапана ине. Күпселек битлектә, шул уҡ ваҡытта уны кеймәгәндәр ҙә күҙгә салынды...
Һаҡсы Нина Шуматбаеваның талапсан булыуы тәү күреүҙән үк иғтибарҙы йәлеп итте. Ул һәр кешенең тән температураһын үлсәргә лә, битлек кеймәгәндәргә иҫкәртеү яһарға ла, ҡулдарына махсус шыйыҡса һиптертергә лә, ҡыҫҡаһы, барыһына ла өлгөрә. Иң мөһиме – вакцина эшләтеү тураһында сертификат ҡағыҙын күрһәтеүҙәрен талап итә. Тейешле документы булмағандарҙы ишектән үк кире бороп сығара. Әлбиттә, йәштәр кеҫә телефонынан QR-код күрһәтә, өлкәндәр бөкләнгән ҡағыҙ документтарын асып һона.
– Халыҡтың минең талаптарға ҡарашы төрлөсә: кемдер быны аңлап ҡабул итә, вакцина эшләткәне тураһында ҡағыҙы була тороп та, йөҙҙө йыртып әрләп киткәндәр ҙә осрай. Хатта янау осраҡтары ла булды, – тип һөйләй Нина ханым. – Бына ошо һуңғыларҙың ҡылыҡтары һис кенә лә аңлашылмай. Миңә нимә ҡушылған, шуны ғына һорайым, артығын талап итмәйем. Ә, дөйөм алғанда, Указды үтәүселәрҙең күплеге ҡыуандыра.
Бер аҙҙан Нина Шуматбаеваның кем менәндер һүҙгә килешкәнен шәйләп, шул яҡҡа ашыҡтыҡ. Вәкил Сәфәрғолов Благовещен районынан килгән. Уға эскә үтергә кәрәк, әммә һаҡсы юлына ҡаршы торған.
– Миңә вакцинациялау ҡағыҙы артынан хәҙер районға ҡайтып килергәме ни? – тип сауҙа үҙәгенә индереүҙәрен ялынып һорай ул. – Инәм дә сығам, оҙаҡ булмайым.
Ир ни хәтлем генә инәлмәһен, Нина Шуматбаева уның үтенесен ҡәнәғәтләндермәне. Уға кире боролоп китеүҙән башҡа сара ҡалманы.
Ә бына сауҙа үҙәгенең икенсе ишегендә һаҡта торған Анатолий Хорин әйтеүенсә, ул көслө зат булғанғамы, ҡурҡытыу кеүек осраҡтар бер тапҡыр ҙа теркәлмәгән.
Һаҡсы янында 15 минут тирәһе баҫып торғанбыҙҙыр. Яҡынса алғанда, ун кешенең береһе генә кеҫә телефонынан QR-код күрһәтте, ә бүтәндәр барыһы ла кеҫәһенән ҡағыҙ вариант сығарҙы.
– Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәрен сит планетаға килеп эләккәндәй хис итә, – ти һаҡсы. – Битлек кеймәгән, вакцинациялау тураһында документы юҡ, һорауға яуап бирмәй, ә эскә үтергә маташа.
– Вакцина яһатыуым тураһында документты һәр саҡ кеҫәмдә йөрөтәм, ул паспортымдың эсендә ята, – тип Альбина Иғдиева. – Республика етәксеһенең талаптарҙы көсәйтеү тәңгәлендәге ҡарарын хуплайым.
Беҙ “Меркурий”ҙы арҡырыға-буй йөрөп сыҡтыҡ. Аҙыҡ-түлек, көндәлек тауарҙар, көнкүреш техникаһы бүлеге, кинозал, кафе, ресторан һәм бүтән төрлө урындарҙа һатыусыларҙың да, һатып алыусыларҙың да санитария-эпидемиология талаптарын үтәүенә шаһит булдыҡ.
Илдар АҠЪЮЛОВ.