Йәмғиәт
19 Октябрь 2021, 04:16

Яңыса йәшәргә өйрәнәбеҙ

Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк, коронавирусҡа бәйле хәлдәр ҡатмарлы булып ҡала. Сирлеләр күбәйә, үлгәндәр һаны ла кәмемәй, ә кешеләр һаман прививка эшләтергә ашыҡмай. Был властарҙа ҙур борсолоу тыуҙыра. Кисә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә лә әлеге темаға ҙур иғтибар бүленде.

Әле республикала коронавирустан вакцина яһатмаған кешеләр өсөн сикләүҙәр ғәмәлдә. Кешеләр билдәләнгән документтарһыҙ сауҙа үҙәктәренә, мәҙәниәт һәм спорт учреждениеларына, ҡала-ара автобустарға, поездарға инә алмай. 18 октябрҙән яңы үҙгәрештәр ғәмәлгә инде.

Был сикләүҙәр бөтәһенә лә оҡшап етмәй, әлбиттә. Вакцина эшләтмәгән кешеләр указ талаптарын үтәмәҫкә тырыша һәм провокация яһай, һөҙөмтәлә полицияға көс ҡулланырға тура килә. Үткән аҙнала, мәҫәлән, Өфөнөң Дим районындағы сауҙа үҙәгендә полиция бер ирҙе ҡулға алған, Стәрлетамаҡта пенсионер ҡатынды автобусҡа ултыртмағандар.

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡағиҙәләрҙең мөһимлеген бөтәһе лә аңлап бөтмәй. Беҙгә быны кешеләргә аңлатырға кәрәк. Ҡарарҙарҙың үтәлешен мотлаҡ талап итергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

Ул шулай уҡ Ишембай ҡалаһындағы сауҙа үҙәге тураһында ла әйтте. Бында хеҙмәткәрҙәр, нормаларҙы бөтөнләй үтәмәйбеҙ, тип белдергән.

– Үтәмәйһегеҙ икән – кәрәкмәй, ти­мәк, ябасаҡбыҙ. Беҙ бик ҡатмарлы ваҡытта йәшәйбеҙ. Сирлеләр һаны үҫә, кешеләр күпләп үлә, – тине Радий Фәрит улы. – Беҙҙең эшмәкәрлек вакцинация үткән кешеләр һанын артты­рыуға йүнәлтелгән. Сараларҙың файҙаһын күрә башланыҡ – ял көндә­рендә прививка яһатҡандар күбәйҙе.

Әле Башҡортостанда был сир 77473 кешелә асыҡланған, һуңғы тәүлектә – 660 осраҡ. 67 меңдән ашыу пациент һауыҡҡан, һуңғы тәүлектә – 294 кеше.

– 7138 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана, 1062-һе дауаханала ята. 52 пациенттың хәле ауыр тип баһалана, 16 кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған, – тине вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.

Вице-премьер белдереүенсә, Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы менән һөҙөмтәле көрәшер өсөн 2 миллион 484 мең кешегә прививка яһатырға кәрәк. Бөгөнгә ҡарата вакцинаның беренсе компонентын – 1 миллион 436 мең, икенсеһен 1 миллион 260 мең кеше һалдырған. Бөтәһе 1 мил­лион 910 мең доза вакцина килгән.

Әле һуңғы аҙнала индерелгән сикләүҙәр арҡаһында вакцинациялау тиҙлеге артты. Тик маҡсатҡа етергә йыраҡ әле. Коллектив иммунитет булдырыу өсөн тағы бер миллион кешегә прививка эшләтергә кәрәк.

“Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе Анна Казак:

– Мәктәптәрҙә һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларында сирләү осраҡтары артыуын дауам итә. Бөгөн 242 мәктәп карантинға ябылған, был – 543 класс. Урта һөнәри белем биреү учреждениеларында ла хәлдәр ҡатмарлы, 222 ошондай уҡыу йортонда сир осраҡтары асыҡланған, – тип белдерҙе.

Кәңәшмәлә ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, доклад менән сығыш яһап, республикала реабилитация үҙәктәре булдырыу тураһында һөйләне.

Башҡортостанда социаль йүнәлешле биш дәүләт реабилитация үҙәге эшләй, улар Өфө (икәү), Белорет, Күмертау һәм Нефтекама ҡалаларында урынлашҡан. Уларҙа комплекслы реабилитация, абилитация һәм һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль адаптация тормошҡа ашырыла. Был үҙәктәрҙең ҡала һәм райондарҙа 19 филиалы бар.

Былтыр реабилитация үҙәктәрендә 13,9 мең бала, шул иҫәптән 11,3 мең инвалид бала һәм 2,5 мең һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгән бала хеҙмәтләндерелгән, быйылғы йылдың туғыҙ айында – 11,1 мең бала. Барлыҡ социаль хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә.

Ленара Иванова белдереүенсә, һуңғы йылдарҙа илдә һәм республикала инвалидтарҙы социаль яҡлау йәһәтенән ҙур үҙгәрештәр булған. Әммә ҙур ғына алға китеш күҙәтелеүенә ҡарамаҫтан, проблемалар ҙа ҡала килә. Күптәргә сифатлы комплекслы реабилитация һәм абилитация үтеүе ауырға төшә.

Кәңәшмәлә Башҡортостанда Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Флүр Әсәҙуллин туғыҙ айлыҡ эшмәкәрлек йомғаҡтары тураһында һөйләне. Уның белдереүенсә, вәкилдең төп эше – эшҡыуарҙар мөрәжәғәттәре менән эшләү. Йыл башынан уға 381 мөрәжәғәт килгән, был былтырғы йылдың ошо ваҡыты менән сағыштырғанда өстән бер өлөшкә әҙерәк.

Мөрәжәғәттәрҙең сирек өлөшө – ер-мөлкәт мәсьәләһе буйынса. Бында ҡуртым килешеүен оҙайтмау, уны бер яҡлы өҙөү һәм башҡалар инә. 33 эшҡыуар дәүләт контракттары буйынса түләүҙе көтә. 30 мөрәжәғәт киоск һәм павильондар буйынса килгән. 79 эшҡыуар уларҙы енәйәт яуаплылығына тарттырыу буйынса мөрәжәғәт иткән.

Шулай уҡ Флүр Әсәҙуллин әлеге сикләүҙәр осоронда бизнес вәкилдәре тәҡдимдәрен дә иҫәптә тотоуҙы һораны.

– Сикләүҙәр эшҡыуарҙарҙы бик борсой һәм ауырлыҡтар тыуҙыра. Эшҡыуарҙарҙың тәҡдимдәре лә бар, улар буйынса һөйләшергә кәрәк. Шуға күрә иҡтисадҡа ярҙам итеү һәм иҡтисад тотороҡлолоғон тәьмин итеү буйынса көрсөккә ҡаршы штаб эшен яңыртыу мөмкинлеген ҡарауҙы һорайбыҙ. Ул штаб былтыр үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте, – тине ул.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев йәнә “Күп фатирлы йорттар подъездарында комплекслы ремонт” программаһы сиктәрендә ремонт барышы менән таныштырҙы.

Мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин балаларға мәктәпкәсә белем биреүҙең дәүләткә ҡарамаған секторы, ябайыраҡ итеп әйткәндә, шәхси балалар баҡсалары тураһында һөйләне.

 

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас