Йәмғиәт
19 Октябрь 2021, 09:00

Яйлап булһа ла, проблема хәл ителә

Башҡортостанда октябргә ҡарата берҙәм реестрҙа 120 проблемалы торлаҡ төҙөлөшө объекты теркәлгән. Зыян күргән граждандар һаны – ете мең кеше.

Яйлап булһа ла, проблема хәл ителәЯйлап булһа ла, проблема хәл ителә
Яйлап булһа ла, проблема хәл ителә

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһында Республикаға идара итеү үҙәге һәм республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы менән берлектә тура эфирҙа алданған өлөшсөләр проблемаһына арналған брифинг үткәрелде. Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов белдереүенсә, Башҡортостанда октябргә ҡарата берҙәм реестрҙа 120 проблемалы торлаҡ төҙөлөшө объекты теркәлгән. Зыян күргән граждандар һаны – ете мең кеше.

Төбәктә алданған өлөшсөләр проблемаһы системалы хәл ителә. Был маҡсатта 2019 йылда өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау буйынса фонд та булдырылды. Шул саҡтан алып бөгөнгә тиклем республика көсө менән 26 проблемалы йорт төҙөлөп бөттө, был 2824 өлөшсөнөң хоҡуғын тергеҙеү мөмкинлеген бирҙе.

Ағымдағы йылда ғына реестрҙан ун объект төшөп ҡалды һәм 724 кешенең хоҡуғы тергеҙелде. Ә ҡалған кешеләргә ярҙам итеү өсөн юл картаһы эшләнгән, уға ярашлы 2023 йылға тиклем проблемалы объекттарҙы төҙөп бөтөү, был мөмкин булмаһа, өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау фонды йәки республика көсө йәки төҙөүселәр иҫәбенә аҡса түләү ҡаралған.

Фонд ярҙамында 80 объектты төҙөп бөтөргә планлаштыралар. 18 проблемалы объектта төҙөлөш республика йәки төҙөүселәр көстәре менән тамамланасаҡ тип көтөлә. Туғыҙ йортто ағымдағы йылда төҙөп тапшырмаҡсылар. Ҡалған туғыҙ йорт буйынса эштәр 2023 йыл аҙағына тиклем тамамланасаҡ. Бының өсөн инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла, шулай уҡ төҙөүсене алмаштырыу варианты ла ҡарала.

Шулай “Стройвертикаль” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ун йортон проблемалы объекттар реестрынан төшөрөргә итәләр, сөнки йорттар төҙөлөп бөткән йәки төҙөлөштә ҡатнашҡан граждандар икенсе ергә күсерелгән. Шулай уҡ “КилСтройИнвест”, “БашСтройКомплект” һәм “Кедр” компаниялары ла реестрҙан төшөп ҡалырға тейеш.

2020 йылдан алып Башҡортостанда “Садовое кольцо” компанияһы эшләй, улар “Госстрой” объекттарын тамамлауға 550 миллион һумдан ашыу аҡса тотонған. Компанияның беҙҙә эшләй башлау осоронда 850-нән ашыу кеше фатирҙарынан асҡыс алған.

“Алданған өлөшсөләр проблемаһын хәл итеүҙә беҙҙең ике вариант бар: йорттарҙы төҙөп бөтөү йәки индексацияны иҫәпкә алып аҡсаны кире ҡайтарыу. Был осраҡтарҙа өс механизм файҙаланыла – федераль фонд механизмдары, республика механизмдары, йәки ғәмәлдәге төҙөүселәрҙе дәртләндереү, уларҙы үҙ объекттарын төҙөп бөтөргә мәжбүр итеү. Берҙәм реестрҙағы һәр объект буйынса беҙ нимә булырын аңлайбыҙ – түләүҙәр атҡарырға йәки төҙөп бөтөргә. Ҡарар ҡабул итеүҙең төп күрһәткесе булып иҡтисади яҡтан маҡсатҡа тура килеү һәм Рәсәй Президенты йөкләмәһенә ярашлы төҙөлөштө тамамлау сроктарын үткәреп ебәрмәү. Әгәр беҙ өлгөрә алмайбыҙ икән, түләүе ҡиммәтерәк булһа ла, шуға күсәсәкбеҙ, – тине Артем Ковшов.

Фото: eanews.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас