Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Октябрь 2021, 17:00

Ҡараяр халҡын ниҙәр борсой?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡариҙел районында эш сәфәрендә булды.

Ҡараяр халҡын ниҙәр борсой?
Ҡараяр халҡын ниҙәр борсой?

Урындағы халыҡ төбәк етәксеһенән үҙәк урамдағы юлды төҙөкләндереүҙә ярҙам һораны.

– Киләһе аҙнала юл техникаһы асфальт түшәй башлай, авария хәлендәге 1,8 километрлыҡ участка төҙөкләндереләсәк, – тине Радий Хәбиров. – Абдулла ауылындағы юлды ла ремонтлайбыҙ.

Бынан тыш, ауыл халҡы Ҡараярҙа дарыухана асыуҙы, амбулатория төҙөүҙе, иҫке ашығыс ярҙам һәм янғын хеҙмәте машиналарын алмаштырыуҙы үтенде.

– Амбулатория төҙөлөшөн 2023 – 2024 йылдарға планлаштырайыҡ, шунда уҡ дарыухананы ла күҙ уңында тотайыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Ашығыс медицина ярҙамы машинаһына килгәндә, республикаға ошондай автомобилдәрҙең сираттағы партияһы килеү менән береһен урындағы табиптарға тапшырырбыҙ.

Төбәк етәксеһе Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетына урындағы янғын дружинаһының тәьминәт кимәлен тикшерергә һәм автопаркты яңыртыу юлдарын тәҡдим итергә ҡушты.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ “Газпром” программаһы буйынса 2022 йылда Ҡариҙел районында Магинск – Абдулла – Ҡараяр – Комсомол – Яңы Бәрҙәш – Әтнәш ҡасаба-ара газ үткәргесен проектлау тураһында хәбәр итте. Төҙөлөш-монтаж эштәре 2024 йылда башлана. Радий Хәбиров, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһенә ярашлы, зәңгәр яғыулыҡтың йорттарға тиклем бушлай еткерелеүен билдәләне.

– Хәҙер барыбыҙ өсөн дә төп бурыс – коронавирустан вакцинация, – тине Радий Хәбиров, урындағы халыҡҡа мөрәжәғәт итеп. – Иртә һайын һаулыҡ һаҡлау министры күпме кешенең сирләүе, күпмеһенең ковидтан вафат булыуы хаҡында миңә хәбәр итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һандар арта бара. Иң аяныслыһы, өлкәндәр, прививка яһатмағандар китә. Шуға күрә прививка һалдырмаған булһағыҙ, уны мөмкин тиклем тиҙерәк яһатығыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.

Ҡараяр ауылында Башҡортостан Башлығы урындағы мәктәпте ҡарап сыҡты. Уның тарихы 1954 йылда башлана. Яңы мәктәп бинаһы 2001 йылда һалынған. Бында алты ауылдан 148 бала белем ала. Көн һайын өс мәктәп автобусы 90 уҡыусыны Ҡараярға алып килә һәм алып ҡайта.

Быйыл “Һәр баланың уңышы” федераль проектына ярашлы мәктәптең спорт залында ағас тәҙрәләр пластикка алмаштырылған, спорт кәрәк-ярағы һатып алынған. Был маҡсатҡа 500 мең һум самаһы аҡса бүленгән. “Һанлы белем биреү мөхите” проекты нигеҙендә Ҡараяр мәктәбе компьютер ҡорамалдары алған. Директор Гөлнара Ҡаҙрасова әйтеүенсә, быйыл уҡыу йорто Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән ғәмәлгә индерелгән федераль программа буйынса капиталь ремонт яһалған мәктәптәр исемлегенә индерелгән.

Мәктәптең ҙур ғорурлығы – республикалағы төп рәссамдарҙың 60-тан ашыу эше тупланған художество галереяһы. Уны асыу башланғысын ошо мәктәпте тамамлаған Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, скульптор Фирдант Нуриәхмәтов тәҡдим иткән.  

– Иҫ киткес музей. Минеңсә, бында бай коллекция тупланған, – тине Радий Хәбиров. – Ғөмүмән, тап ауыл мәктәптәрендә бөтә нимә саф һәм йәнле. Бында ысын милләт рухы һаҡлана, шуға күрә бындай мәктәптәргә һәр саҡ ярҙам итәсәкбеҙ.

Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/146996.html

Сығанаҡ: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/146996.html

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: