Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Октябрь 2021, 22:00

“Башҡортостан” гәзите – Көйөргәҙелә

Район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов урында матбуғатҡа яҙылыу барышы буйынса ниҙәр һөйләне?

“Башҡортостан” гәзите – Көйөргәҙелә
“Башҡортостан” гәзите – Көйөргәҙелә

Бөгөн “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары Самат Азаматов Көйөргәҙе районында командировкала булды.

Самат Булат улы урындағы хакимиәт башлығы Юлай Ильясов менән осрашты, төрлө тармаҡҡа бәйле һөйләшеү ойошторолдо.

"Көйөргәҙе районы уңғандары көҙгө урып йыйыу эштәрен ваҡытында бөтөрҙө, ерҙе туңға һөрөүҙе тамамланы, – ти Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов. – Шулай уҡ төбәктә төҙөлөш йылдам бара, биләмәләрҙе төҙөкләндереүҙә алдынғылыҡты бирмәйбеҙ".

Юлай Талха улы көйөргәҙеләрҙең матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙа һәр саҡ әүҙем булыуын, әле 4-14 октябрҙә ойошторолған гәзит-журналға яҙылыуҙың ташламалы осоронда ла уңайлылыҡтан файҙаланғанын билдәләне.

Фото: Самат Булатов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: