Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Октябрь 2021, 11:00

Күршеңде һатып ал, тиҙәр бит...

Тыныслана алмаған хужа пистолетына сөй ҡуйып, күршеһенең түшенә төбәп яңынан атып ебәрә.

Күршеңде һатып ал, тиҙәр бит...
Күршеңде һатып ал, тиҙәр бит...

Күмертауҙа ике күрше араһындағы низағ бик аяныслы тамамланған. Ыҙғыштың төп сәбәпсеһе - эскелек, икенсеһе - бер-берен тыңларға, аңларға теләмәү.

Иҫерек ир яңылыштан күршеһенең тәҙрәһен яра. Ныҡ йәне көйгән өй хужаһы, эскән кешегә һүҙ әрәм итеп тормайынса, зарядһыҙ пистолетын алып сығып күршеһенә ата.

Бынан ғына эш боҙоусының бер ниндәй зыян күрмәҫен аңлап, тыныслана алмаған хужа пистолетына сөй ҡуйып, күршеһенең түшенә төбәп яңынан атып ебәрә. Был юлы инде тәҙрә ярыусының хәле үтә мөшкөлләнә: сөй уның күкрәк ситлеген йыртып инеп, тән ағзаларын йәрәхәтләй. Ирҙең ғүмерен ҡотҡарып ҡалыу өсөн дауаханала бер нисә аҙна көрәшәләр.

Ә уға атҡан иргә ҡарата енәйәт эше асалар. Ярай ҙа уныһы үҙ ғәйебен шунда уҡ танып, зыян күреүсегә дауаланыу өсөн егерме мең һум аҡса түләй.

Ғәйепләнеүсенең ошо аҙымдары, ҡылғанына үкенеүе, өйҙә ике сабыйы булыуы һәм зыян күреүсенең уға ҡаты сара күрмәүҙәрен һорауы иҫәпкә алынып, енәйәтсене һынау мөҙҙәте менән өс йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итергә тигән хөкөм ҡарары сығарыла.

Икәү-ара һөйләшеп килешә алғанда был күңелһеҙлектәрҙең береһе лә булмаҫҡа мөмкин ине бит.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: