

Бөгөн, 20 октябрҙә, Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров “Йәш һөнәрмәндәр” IX милли чемпионаты финалын ойоштороу һәм үткәреүҙә айырыуса тырышлыҡ күрһәткән кешеләргә Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
"Был сара масштабы һәм ҡатнашыусылар һаны буйынса үҙенсәлекле булды. Чемпионат тамамланғас, ярыштарға тип алған өс мең берәмектән ашыу яңы ҡорамалды һәм инструменттарҙы үҙебеҙҙең колледждарға тапшырҙыҡ. Ошо арҡала белем усаҡтары матди-техник базаһын 70 процентҡа яңырта алды. Республиканың һөнәри мәғариф учреждениеларында яңы йөҙ оҫтахана барлыҡҡа килде, һөҙөмтәлә хәҙер уларҙа уҡытыу донъя стандарттары буйынса заман талаптарына ярашлы башҡарыласаҡ. Был сара, бер шикһеҙ, Башҡортостанда урта һөнәри белем биреү үҫешенә ҙур өлөш индерҙе", – тине Андрей Назаров.
Премьер-министр белдереүенсә, чемпионаттың эшлекле программаһында 14 килешеүгә ҡул ҡуйылды. Уларҙың иң ҙуры – республикала пилотһыҙ авиация кластеры булдырыу тураһында, уның эсенә биш яңы предприятие инде.
"Алдыбыҙға ҡуйған бөтә бурыстарға ла өлгәштек. Төп һөҙөмтә шул: әле Өфөлә урта һөнәри белем биргән педагогтарҙың квалификацияһын күтәреү йәһәтенән федераль үҙәк булдырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Был ҡаҙаныштарҙың барыһында ла әлеге сараны ойоштороу өҫтөндә эшләгән команданың өлөшө ҙур", – тине Андрей Назаров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Йәш һөнәрмәндәр” милли чемпионаты финалы Өфөлә 25 - 29 августа үтте һәм илдең 76 төбәгенән 1800 бәйгесене йыйҙы. Башҡортостан командаһына 280 ҡатнашыусы һәм 218 эксперт инде. Дөйөм иҫәп йомғаҡтары буйынса, беҙҙекеләр Санкт-Петербург командаһы менән икенсе урынды бүлеште.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53107