Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Октябрь 2021, 21:00

Мостай Кәримде иҫкә алып

Бөгөн арҙаҡлы яҙыусыбыҙ иҫтәлегенә бағышланған саралар үтте.

Мостай Кәримде иҫкә алып
Мостай Кәримде иҫкә алып

Бөгөн – Башҡортостандың халыҡ шағиры, олуғ шәхес Мостай Кәрим тыуған көн. Уны хәтергә алыу уңайынан саралар үтте.

Көндөҙ шәхестең һәйкәленә сәскә һалынды. Хәтер сараһында Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы, М. Кәрим исемендәге фонд, Милли йәштәр театры, Өфөнөң Ленин районы хакимиәте, Яҙыусылар союзы вәкилдәре, БДУ студенттары һәм әҙиптең ижадын үҙ иткән кешеләр ҡатнашты.

Бөйөк яҙыусының тыуған көнө айҡанлы стипендиаттарҙы М. Кәрим исемендәге фонд гранттары менән бүләкләү ҙә уҙҙы.

Бынан тыш, көндөҙ театрҙа "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" спектакле ҡуйылды, ә YouTube-каналында артистар тарафынан әҙип әҫәрҙәрен уҡыған, һөйләгән видеороликтар күрһәтелде.

Кис шул уҡ YouTube-каналында Мостай Кәримдең трагедияһы буйынса ҡуйылған "Салауат" спектаклен ҡарарға мөмкин булды (рәссамы – О. Ғималетдинова, композиторы – С. Низаметдинов, балетмейстеры – Р. Ғәбитов). Тағы ла театрҙың кафеһында актер Шәһит Хамматовтың Мостай Кәримдең тыуған көнөнә бағышланған "Уфтанма" проекты үтә.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.

Мостай Кәримде иҫкә алып
Мостай Кәримде иҫкә алып
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: