Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Октябрь 2021, 20:00

Пенсионер мәктәп уҡыусыһын ниңә туҡмаған?

Ҡыҙҙы үтеп барған ир аралап ҡала. Ныҡ ҡурҡҡан бала мәктәпкә йүгерә. Асыҡланыуынса...

Пенсионер мәктәп уҡыусыһын ниңә туҡмаған?
Пенсионер мәктәп уҡыусыһын ниңә туҡмаған?

Был күңелһеҙ ваҡиға 19 октябрҙә Өфөләге Ладыгин урамында булған: пенсионер ҡатын бесәйҙәрҙе ашатып ултырған ун йәшлек ҡыҙҙы туҡмаған.

Ваҡиға буйынса бына ниҙәр билдәле: мәктәп уҡыусыһы дәрестәр башланыр алдынан ҡарауһыҙ бесәй балаларын ашатырға уйлай, тик аҙыҡ һалынған һауытты асып та өлгөрмәй, ҡайҙандыр әрләшеп бер ҡатын килеп сыға (уның 72 йәшлек пенсионер булыуы аҙаҡ асыҡлана). "Ниңә минең бесәйҙәрҙе ашатаһың?" - тип ҡысҡырып, әбей баланың башын бер нисә тапҡыр стенаға бәрҙерә.

Ҡыҙҙы үтеп барған ир аралап ҡала. Ныҡ ҡурҡҡан бала мәктәпкә йүгерә. Уға тәүге медицина ярҙамы күрһәтәләр. Инцидент тураһында ата-әсәһенә хәбәр итәләр. Ә улар үҙ сиратында полицияға ғариза яҙа.

"Был эш буйынса тикшереү башланды. Ғариза нигеҙендә суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнәсәк, уның һөҙөмтәһе буйынса тейешле ҡарар ҡабул ителәсәк. Балаға ҡул күтәргән ҡатындың кемлеге билдәле", - тигәндәр Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтендә.

Фото: "Бәйләнештә".

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: