Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Октябрь 2021, 14:00

Ҡунаҡҡоловтарҙа ниндәй яңылыҡтар бар?

Яҙмыш һынауҙарын сабыр уҙғарған туғандарҙың өйөнә йылы һыу үтте. Тағы ла...

Ҡунаҡҡоловтарҙа ниндәй яңылыҡтар бар?
Ҡунаҡҡоловтарҙа ниндәй яңылыҡтар бар?

Әбйәлил районының Йәнекәй ауылынан өс бер туған Ҡунаҡҡоловтарҙың йорттарында санузел бүлмәһе эшләп бөтөрөү өҫтөндә. Хәҙер уларҙың бөтә уңайлыҡтары булған махсус йыуыныу урыны, йылы һыуы бар. Раковина ла түбәнәйтеп урынлаштырылған. Кухняла ла һауыт-һабаны эҫе һыуҙа йыуыу мөмкинлеге булдырылды.

Бынан тыш, республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм социаль ярҙам министры күрһәтмәһе буйынса ағайлы-ҡустылыларға инвалид коляскалары, Рәфискә 1-се төркөм инвалидлыҡ юллау буйынса ла эштәр бара.

Фото һәм видео “Бәйләнештә” социаль селтәренән.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: