Йәмғиәт
20 Октябрь 2021, 18:30

Уникаль хеҙмәт донъя күрҙе

Азат Бадранов: "Шәхестәребеҙҙең башҡарған эштәре хаҡында замандаштарыбыҙ белергә тейеш".

Уникаль хеҙмәт донъя күрҙеУникаль хеҙмәт донъя күрҙе
Уникаль хеҙмәт донъя күрҙе

Бөгөн Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапханала рус телендә нәшер ителгән “Башҡорт республикаһын төҙөү башында торған дәүләт эшмәкәрҙәренең ғилми мираҫы” китабының 1-се томының исем туйы үткәрелде.

Уникаль тип аталырға хаҡлы был баҫмала Әхмәт Байышев, Кәрим Иҙелғужин, Шәриф Манатов, Сәғит Мерәҫов, Нуриәғзәм Таһировтарҙың башҡорт халҡының тарихына, этнографияһына, Башҡортостанда революция осорона, Граждандар һуғышына арналған эштәре баҫылған. Күпселеге беренсе тапҡыр башҡортсаға транслитерланып, рус теленә тәржемә ителгән.

Сарала фән өлкәһе вәкилдәре, саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашып, тарихи тәжрибәне өйрәнеү буйынса фекерҙәре менән уртаҡлашты. Үткән быуаттың 20-се – 30-сы йылдарында сыҡҡан китаптар, журналдар күргәҙмәһен дә ҡарарға мөмкин булды. Уларҙа Башҡорт республикаһын төҙөү башында торған дәүләт эшмәкәрҙәренең ғилми эшмәкәрлеге сағылыш тапҡан.

Китаптың исем туйында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов та ҡатнашты. “Был баҫманың донъя күреүе бөтәбеҙ өсөн дә бик шатлыҡлы хәл", – тине ул һәм проектты башлау тарихы хаҡында һөйләп үтте. Вице-премьер билдәләүенсә, китап үткән ваҡиғаларға икенсе төрлө күҙлектән ҡарау мөмкинлеген дә бирә.

Китаптың артабанғы өлөштәрен әҙерләү өсөн Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалалары архивтарына ла экспедициялар планлаштырыла. Уникаль шәхестәрҙең башҡарған эштәре хаҡында замандаштарыбыҙ белергә тейеш, тип билдәләне Азат Бадранов.

Беренсе том өҫтөндәге эш барышы хаҡында тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, баҫманың яуаплы мөхәррире Зөһрә Сабирова бәйән итте. Гөлнара Абдрафиҡова, Рәшит Аҡкөбәков, Әхәт Сәлихов, Рәмил Рәхимов, Азат Ярмуллин һәм башҡа авторҙар ҙа фекерҙәре менән уртаҡлашты.

Китаптың исем туйында республиканың Конституция суды рәйесе Зөфәр Йәнекәев, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай комитеты рәйесе урынбаҫары Әлфис Ғаязов, мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов ҡатнашты.

А. Нурмөхәмәтов фотолары.

Уникаль хеҙмәт донъя күрҙе
Уникаль хеҙмәт донъя күрҙе
Уникаль хеҙмәт донъя күрҙе
Уникаль хеҙмәт донъя күрҙе
Уникаль хеҙмәт донъя күрҙе
Уникаль хеҙмәт донъя күрҙе
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас