Башҡортостан
+21 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Йәмғиәт
21 Октябрь 2021, 12:45
Ете баланы яңғыҙ үҫтергән атай
"Юҡ, юҡ, балаларымды бирмәйем!” - тип ҡыр талашты ул райондан килгән комиссия ағзалары менән.
Ете баланы яңғыҙ үҫтергән атай
“Ауыҙығыҙҙы ла асмағыҙ, башҡаса килеп тә йөрөмәгеҙ, йәтимдәр йортона биреп ултырмаға ней балаҡайҙарымды! Атайһыҙ түгелдәһәң улар, бар ҡайғымды ошо балаларыма баҫтым, үҙем көтәм!” - тип нисәнсе тапҡыр район үҙәгенән килгән комиссия ағзаларын ҡыуып тигәндәй ҡайтарып ебәрә ете бала менән ултырып ҡалған атай кеше Зияитдин Фәттәхов. Ул арала балаҡайҙар, иң бәләкәс кенәләрен төрөп алып, тиҙ генә эргәлә ятҡан Иҙәш йылғаһы аръяғына ҡаса һалалар, таш ышығында йәшенеп ултырып ҡалалар. Тыуған йорттан, атайҙан һис кенә лә айырылаһы килмәй уларҙың да.
Ошо әсәйһеҙ атай менән генә ни тиклем ауырлыҡтар күреп үҫкән балалар, шулай уҡ уларҙы үгәй ҡулына бирмәй, тешен ҡыҫып балаларын тормош юлына аяҡ баҫтырған Зияитдин ағай хаҡындағы уйҙарым күңелемдә ғүмерем буйына тынғылыҡ бирмәй ине. Ниһайәт, атайҙар көнөн булдырыу Указы сығыу менән, ҡулыма ҡәләмемде алып, улар хаҡында аҡҡа ҡара менән яҙырға булдым.
“Ир - тыуған ерендә” - ти башҡорт мәҡәле. Күптән бөткән Ғөбәйт Ҡусҡары ауылынан сыҡҡан Зияитдин ағай 3-сө бүлексәнән 60-сы йылдар башында дүрт балалы ғаиләһе менән үҙенең тыуған яғына ҡайтып төшә. Күсәр ауылынан булған һылыу ҡатынының шәп сағы. Икәүләп бер йәй эсендә тирәк ағастарын урталай ярып, бәләкәй генә өй эшләп сыға улар. Балсыҡ соҡоронан килтерелгән балсыҡты әсә кеше яланаяҡ баҫып, өйҙө эстән-тыштан һылап, ҡалыпҡа һалып, кирбес һуғып, мейесен дә үҙе сығара.
Дүрт балаға иш булып тағы өс ҡыҙыҡай донъяға килә. Иң бәләкәс Камила тыуғас та, әсә кеше ныҡ ауырый башлай, имсәк кенә баланы өйҙә ҡалдыртып, Раҡия апайҙы дауаханаға һалалар. Ул ваҡыт медицинаның ныҡ көслө ваҡыты тип әйтмәҫ инем. Яман сир апайҙы бөтөнләй аяҡтан йыға. Янында булмаған имсәк кенә Камилаһы өсөн өҙгөләнә әсә кеше. Өйҙәге өлкәнерәк ҡалған Наҡия ҡыҙы йә икенселәре сәңгелдәктә генә ятҡан һеңлеһен төрөп алып, "Беларусь"та һөт ташыған Әхмәлитдин Ҡаһармановтың арбаһында бидондар араһына ултырып, әсәһенә алып барып, 1-2 көнгә бер тапҡыр булһа ла имеҙеп алып ҡайта.
Ҡайҙан ғына тейһен инде әсәй тәрбиәһе был балаҡайға... “Печенье ебетеп ашатып, һыйыр һөтө имеҙеп үҫтерҙек инде һеңлебеҙҙе”,- ти апайы. Нихәл итмәк кәрәк, бәпәй генәһенә 1,2 йәш тулып ҡала, 39 йәшлек кенә әсә матур йәй ваҡытында яман сирҙән донъя ҡуя. Күҙ алдына килтереүе лә, хатта уйлауы ла аяныс. Раҡия апай көн-төн шул ете бәлиғ булмаған балаҡайҙары, шулай уҡ Камилаһы өсөн ҡайғырып, һуңғы һулышында ла хатта йөрәк өҙгөс әсе һыҡтау менән йән биргәндер бахырҡай ...
Оло ҡайғы төштө атай кеше иңенә. Тормош ауырлыҡтарына ҡаршы барырға, бирешмәҫкә, балаларҙы аяҡҡа баҫтырырға ынтылды ул. Заманында тимер өҙөрҙәй һыу һөлөгө кеүек ир-егет илен һаҡлап, үҙе лә кеше көнлөгә әйләнгән ине. Һуғышта янбашынан ғүмерлеккә ауыр яра алып, таяҡһыҙ йөрөй алманы. Контузия алып, ҡолаҡҡа ла ҡатты, баш та тынғылыҡ бирмәй йонсотто уны. Фин һуғышын, Ленинград блокадаһын кисергән, Мәскәү, Сталинград өсөн барған ҡаты һуғыштарҙа ҡатнашып, биш тапҡыр яраланып, батырлығы өсөн 3-сө дәрәжә Дан, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән наградланған батыр яугир булды. Заманында районыбыҙҙа Эске эштәр органында милиционер булып та эшләй Зыяитдин ағай.
Үҙ яҙмышына әсе һынау булып төшкән ауырлыҡты үҙәк кенәләренә үткәндә лә, һыр бирмәй, теш ҡыҫып йәшәргә тырыша атай кеше. Ете бала, әйтеүе генә анһат... Шул кескәйҙәрен ашатыр-эсерер, кейендерер, саф-таҙа хәлдә мәктәпкә оҙатырға ла, хужалыҡ эштәрен дә миҙгеленә ярашлы атҡарыр кәрәк... Йәшәүҙәре ай-һай еңелдән булманы. Ҡапҡала һыу юҡ, алыҫ Киндер йылғаһынан һыуын ташып эсер кәрәк. Керҙе ҡул менән йыуырға, икмәкте ҡомалаҡтан әсетке эшләп мейестә бешерергә, ут яғып, ҡаҙанда сәйлек һыуын ҡайнатырға - барыһы ла мәшәҡәтле ҡатын-ҡыҙҙың, әсәнең эше. Етмәһә, 60-сы йылдар башында электр энергияһының әле булмауы, шәм яҡтыртып көн күреүҙәрен бөгөн әкиәт һымаҡ ҡабул итәсәктәре көн кеүек асыҡ.
Ошо үрҙә әйтелгән эштәр бер аҙ эшкингән ҡыҙыҡай булған Наҡия иңенә, шулай уҡ атайға төшә. 5-6 саҡрымда ятҡан Ярлыҡапҡа 5-6-сы класҡа йөрөп уҡығанда күмәк кешегә икмәкте өлгөртөп тә булмағандыр инде, 14-15 йәшлек Наҡия иртә менән тороп, сөсө икмәк баҫа һалып ҡалдырып китһә, атай кеше бешереп алыр булған. “Әсәйемдәй булып, әле лә ҡомалаҡ әсеткеһенә икмәк бешереүемде ташламайым, барлыҡ әсәй эштәрен бала саҡтан эшләп үҫтем: һыйырын да һауҙым, һөтөн дә айырттым, икмәген дә бешерҙем, ҡусты-һеңлеләремде лә ҡараным инде”, -ти бөгөн Рауил ауылында йәшәгән Наҡия. Күмәк кешегә мейестә әсетеп тә, ҡулға ла икмәк бешереүҙәре ҡыҙҙарҙың үҙәктәренә үтер шөғөл булһа ла, бөгөн тик йылы хәтирәләр менән иҫкә алалар улар.
Ни инвалидлыҡ, ни пособие, ни берәй пенсияһы ла юҡ, атай кеше объездчик, бары колхоздан алған әҙ-мәҙ генә аҡсаға, биргән игендәренә ҡарап көн күрә был ғаилә. Йәй көндәрендә емеш-еләген, муйылын бергәләшеп йыйып, ҡалала һатырға әлеге лә баяғы Наҡия йөрөр булған. Ул ваҡыттар бар нәмәнең дә наҡыҫ сағы ине. Атайлы-әсәйле балалар ҙа әллә ни муллыҡ кисереп йәшәмәгәндер. Ашарыңа картуфың, итең, һыйырыңдың ағы, сәйең-шәкәрең,үҙең бешергән икмәгең булһа, һәр ғаилә шуға ҡәнәғәт булып йәшәне. Тамаҡ аҫырауҙан башҡа кейеме лә кәрәк, етмәгәнен ямап булһа ла кейҙе кеше.
Был балаҡайҙарҙың ямау һалып кейҙереп ултырырлыҡ әсәй генәләре юҡ бит. Анау бәләкәй генә Камилаға йүргәклек сепрәк-сапрағы ла юҡ һанында, балалар уҡыуҙа саҡта атай кеше ул баланы нисек кенә ҡарағандыр, ҡайҙа ул хәҙерге памперстар... Бары-барынса, юғы-юғынса, әсәй наҙынан мәхрүм булып үҫтеләр беренән-береһе бәлиғ булмаған балалар. Үкенесле үткән баласаҡтарын, атай менән ауыр тормош шарттарында йәшәгәнлектәрен көрһөнөп, әсенеп күҙ йәштәре менән хәтергә ала Фәттәховтар.
15-16 йәшлек Зәйнитдин менән 14 йәштә ҡалған Наҡия уҡыуҙы бөтөр-бөтмәҫтән эшкә төшөргә мәжбүр булалар. Зәйнитдин, өлкән ул булараҡ, аҡса эшләү ниәте менән ауыл көтөүен көтә, Борисовкаға барып һарыҡсылыҡҡа эшкә урынлаша. Наҡия ла төрлө урындарҙа һыйыр һауа башлай. Атай кешегә биш баланы яңғыҙына ҡарауы бигерәк ауырлаша. Ситтә эшләгән Наҡияһын Ҡусҡар фермаһына ҡайтартып ала, ике ауыл араһын йүгереп йөрөп, эшенә лә өлгөрә, өйҙә әсәйҙәй ҡусты-һеңлеләренең тамағына хәстәрләй. Ҡара таңдан тороп, ҡыш көндәре Ҡусҡарға һыйыр һауырға йөрөй. Бүре-фәләндең, эт-ҡоштоң тап булыуы бар бит әле, Зыяитдин ағай ике этен эйәртеп, үҙе зыяратты үткәнсә ҡыҙын эшкә оҙатып ҡуйыр була. Эттәре көн һайын ҡыҙыҡайҙы оҙатып килеп, һөт эсеп ҡайтып китәләр. Атай кеше эттәрен кис етеү менән: “Барығыҙ инде, апайығыҙҙы алып килегеҙ”, - тип сығарып ебәрһә, улары фермала Наҡияны иптәш булып, ҡараңғы төндә алып ҡайтып йөрөй.
Тора-бара өлкән апайҙарының һеңлеләре лә ҡул араһына инеп, турбашта тамаҡҡа әҙерләргә, һауыт-һаба йыуырға, атаһына ярҙамлашырға ла эшкинә. Ғәрип булһа ла, атайҙары утын-бесән әҙерләү эшен үҙ иңенә алып, мохтажлыҡ кисертмәне. Һылтыҡлап, ғәрип ҡулы менән бесәнде шәп сабыр, утынды ла уландары менән бергә хәстәрләр ине. Өлкән ҡыҙы Наҡияның әйтеүе буйынса, атай кеше бер ҡасан балаларына һуҡранып, ҡыйырһытып, рәнйетеп йәшәтмәй. “Бәлки, ундай хәлдәр булғандыр ҙа, хәтерләмәйем, тормош бит ул, насар яҡтар онотолоусан, күңелдә тик матур хәтирәләр бар тулылығы менән иҫтә ҡала икән ул”,- ти ул саҡ әсәй хәстәрлеген үҙ иңендә күтәргән Наҡия.
Атайҙары балаларын етемдәр йортона бирмәйем тигән һүҙен ныҡ тота, анау тиклем өй тулы балаларын, ыҙалаһа-ыҙаланы, етешмәһә-етешмәне, әммә үҙе көтөп, әҙәм итте. Күңеле йомшаҡ ағай, бәлки, илап-һыҡтап та алғандыр, әммә тормошоноң ауырлығына зарланып, етәкселәр тупһаһын тапамай, зарланып ярҙам һорап инстанциялар буйлап йөрөмәй. Үҙенең көсөнә, балаларының һәр нимәгә ынтылышлы, тырыш булыуына ышанып йәшәй.
Әсәй наҙына мохтаж булған ете бала атаһы ҡосағына һыйынып, буй еткереп, ояһынан ҡош балалары һымаҡ тарала башлайҙар. Бәләкәстән эшләп, ҡаршылыҡтарҙы еңеп өйрәнгәнгә лә, улар ҡайҙа ғына булһа ла һынатмай. Өлкән ағалары механизатор һөнәрен һайлап,ғүмерен тыуған колхозына бағышлай. Уға етә Наҡия һауынсы һөнәрен һайлай, 22 йәшендә Рауил ауылы егете Шаһивәлиев Әҡсән Ислам улы менән яҙмышын бәйләп, бәхетен таба. Ғаиләлә алаһы ла, ҡолаһы ла була тигәндәре бик дөрөҫ, ҡустыһын Наҡия күпме генә үҙенә һыйындырһа ла, уның ғүмерен һаҡлап алып ҡала алманы. Быйыл йәй Нуритдин фани донъянан китеп барҙы.
“Ҡыҙҙар - кеше балаһы” тигәндәй, атайҙарын ҡалдырып, ғаилә ҡороп ситтә йәшәй башлайҙар. Ана шул балаларҙың һәр береһен атай кеше эйәле-башлы итеп, ижәптәрен уҡытып, туйҙарын яһап, бирнәләре менән оҙатып ҡуя. Әле генә донъя көтә башлаған Наҡия иптәше менән һеңлеләренең ижәбенә лә, туйына ла күп көсөн һалып, атаһына терәк-таяныс була. Түшәк-юрғандарын әҙерләп, тормош өсөн тәүге кәрәк-яраҡты теүәлләшеп, әсәйҙәй хәстәрләп, һеңлеләрен кейәүгә оҙата.
“Әсәй үлһә - атай еҙнә, атай үлһә - әсәй ҡаҙна” тиҙәр. Зыяитдин ағайға был мәҡәл һис кенә лә ятышлы түгел, сөнки ул балаларына һөйөклө атай ҙа, әсәй ҙә, шулай уҡ ҡаҙна ла. Мал-тыуарҙан да өҙөлмәй, барлыҡ балаларына борондан ҡалған йола буйынса һыйырын, һарыҡ-кәзәһен, парландырып йорт ҡоштарын да биреп оҙата. Ә туйға килгәндә туғандарҙың бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙып тороуына, атаһының ҡустылары, һеңлеләренең туйҙан ҡалмауы, Рәйсә еңгәһенең, Фәүзиә инәһенең һ.б. яҡындарының туған тип тартып тороуҙарын нисек кенә онотмаҡ кәрәк инде, ти Наҡия.
Шулай, ана шул Иҙәш Ҡусҡарындағы ошо ғаилә, ғәрип атай ҡарамағында үҙалдына эшкинеп, бөгөн районыбыҙҙың төрлө ауылдарында атайҙарының изге фатихаһынан матур ғүмер итәләр. Гусевта ағайҙың өлкән улы Зәйнитдин, Сәкинә, Таҡыя, Әбделғәзе ауылында Айытбикә апайы менән әсә наҙын бөтөнләй генә күрмәй үҫкән иң кеселәре Камила ғаиләләре менән барына өлгө булып, бынамын итеп йәшәйҙәр. Бәхеттәрен тапҡандар, үҙҙәре лә кесе йәштән эшләп, табып, үҙ йүндәрен үҙҙәре күреп үҫкән был балаҡайҙарға Хоҙай ҙа ыңғайлығын биргән. Барыһының да йәшәйеше шәп, етеш, ни ашайым, ни эсәйем тимәйҙәр. Бары ла бар, ә шулай ҙа үткән әсәйһеҙ ауыр бала саҡ һағышландырып,күңелдәре кителеп ҡуя шул.
Балаҡайҙарын ояһынан осороп бөткән ағай үҙенә йәтеш кенә йорт төҙөп ала, яңғыҙы мал-тыуары, эттәре-бесәйе менән көңгөр-ҡаңғыр килеп донъя көтөүен дауам итә.Әле йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит, күрәһеләрҙе күрмәйсә гүргә инеп булмай шул... Һуғыштан күпме ғазаптар күреп тә иҫән ҡайтҡан атайҙарының 72 генә йәшендә Асҡар урамында фажиғәле үлеп ҡалыуы балаларының йөрәген әле лә әрнетә.
Ағайҙы автобус туҡталҡаһында гелән генә Тузик тигән эте оҙатып, хужаһының әйләнеп ҡайтыуын көтөп алыр ине. Һуңғы тапҡыр Асҡарға икмәккә киткән ағайҙы оҙатып, туҡталҡала нисә көндәр буйы көтөп ала алмай зарыға, олой башлай, әммә хужаһы мәңгелеккә ҡайтмаҫ ергә китә шул... Наҡия ҡайғыһынан ашамай ғазапланған этте Рауилға алып ҡайтып та ҡарай, әммә ул сит-ят ерҙә толҡа тапмай, Бейәғаҙа тауы буйлап ҡайтып китә. Хужаһын көтөп ала алмаған эте лә һағышынан үлеп ҡала. Оло Шарик та китеп юғала.
Бына ошо ине инде минең һөйләр геройым Фәттәхов Зыяитдин Хөснитдин улы. Һәйкәлгә торошло әсе яҙмышлы ете бала атаһын бөгөн барыһына өлгө булырлыҡ үҙ заманының геройы тип әйтер инем. Етемдәр булмаһын, һәр бала атайлы-әсәйле, арҡалы булып, һөйөү-наҙға күмелеп, бәхеттә генә йәшәһен!
“Әсәй генәмдең Ҡөрьән аяттарын кем генә уҡытһын инде үҙебеҙ бәләкәй саҡта, 50 йыллығына уның рухына ҡорбан салып, барлыҡ туғандарымды аятҡа йыйып алдым. Ике кейәүем, ике ҡустым, муллалар, атай ғынам менән әсәкәйем рухына аят бағышланы, күңелемдә бурыс итеп һаҡлаған уйымды үтәп ҡуйып, әрүахтарымды ризалыҡҡа ҡалдырғанымдыр!” - ти ғорурлыҡ менән өлкән ҡыҙы.
Йәшләй генә мәрхүмә булған һөйөклө әсәй генәләренең наҙын күрмәй үҫкән, ауырлыҡтар аша яҙмыш ҡосағына ташлап ҡуймай ете балаһын аяҡҡа баҫтырып әҙәм иткән атайҙарының рухтарына балалары аят уҡытып, хәтергә алып торалар. Башҡаса мөмкин дә түгел! Балаларығыҙ һеҙҙең фатиха менән барыһы ла бәхетлеләр, тыныс йоҡлағыҙ, Зыяитдин ағай, Раҡия апай!
Мөнирә КИРӘЕВА.
Әбйәлил районы.
Фото:
industry-standard.ru
Автор:
Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Ни инвалидлыҡ, ни пособие, ни берәй пенсияһы ла юҡ, атай кеше объездчик, бары колхоздан алған әҙ-мәҙ генә аҡсаға, биргән игендәренә ҡарап көн күрә был ғаилә. Йәй көндәрендә емеш-еләген, муйылын бергәләшеп йыйып, ҡалала һатырға әлеге лә баяғы Наҡия йөрөр булған. Ул ваҡыттар бар нәмәнең дә наҡыҫ сағы ине. Атайлы-әсәйле балалар ҙа әллә ни муллыҡ кисереп йәшәмәгәндер. Ашарыңа картуфың, итең, һыйырыңдың ағы, сәйең-шәкәрең,үҙең бешергән икмәгең булһа, һәр ғаилә шуға ҡәнәғәт булып йәшәне. Тамаҡ аҫырауҙан башҡа кейеме лә кәрәк, етмәгәнен ямап булһа ла кейҙе кеше.