

Әлеге ваҡиға Баймаҡта булған: 31 йәшлек ир дуҫының йыназаһында башҡа һыйғыһыҙ енәйәт ҡылған - ҡайғынан аңҡы-тиңке йөрөгән әсәне талап сыҡҡан.
68 йәшлек пенсионер ҡатын улын ерләгәндән һуң 15 мең һум һаҡлам аҡсаһының юҡҡа сығыуын аңғара. Оперативниктар бурҙың эҙенә тиҙ төшә: ул - мәрхүмдең элек тә хөкөмгә тарттырылғаны 31 йәшлек дуҫы.
Тәфтишселәр билдәләүенсә, ир ҡалғандар зыяратҡа киткәс, өйҙө йыуышыу һылтауы менән тороп ҡала һәм кеше юҡлыҡты үҙенең ҡара ниәтендә файҙалана: пенсионер ҡатындың 15 мең һумын сәлдереп сығып ҡаса.
Хужабикә хоҡуҡ һаҡсыларына ғаризаны шунда уҡ яҙмай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, енәйәтсе тотолған һәм әле һаҡ аҫтында.
Фото: sobkor02.ru