Йәмғиәт
21 Октябрь 2021, 16:00

Йәмәғәт палатаһында - үҙгәрештәр

"Был ҡарарым өсөн ғәфү итегеҙ". Ростислав Мырҙағолов рәйеслектән ни өсөн киткәнлеген аңлатты.

Йәмәғәт палатаһында - үҙгәрештәрЙәмәғәт палатаһында - үҙгәрештәр
Йәмәғәт палатаһында - үҙгәрештәр

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының 6-сы составы рәйесе Ростислав Мырҙағолов рәсми рәүештә вазифаһын ҡалдырҙы, әммә палата ағзаһы булыуын дауам итә.

“Мине бер йыл элек кенә һайлағайнылар, шуға әле уңайһыҙ кеүек. Был ҡарарым өсөн ғәфү итегеҙ. Миңә ышаныс бағлаған кешеләрҙең өмөтөн аҡлай алманым. Әммә бөгөн мине һуңғы тапҡыр ҙур начальник кейемендә күрәһегеҙ. Пинжәктәр һәм галстуктарҙа йөрөгәндәрҙең ҙур компанияһын уларҙы кеймәгәндәрҙең тағы ла ҙурыраҡ компанияһы менән дуҫлаштырырға теләгәйнем. Минеңсә, улар араһындағы айырма бик ҙур. Уны кәметер өсөн нимәлер эшләргә тырыштым, тик бер нәмә лә килеп сыҡманы. Хатаны танырға һәм сәйәси эшмәкәрлекте тормошомдоң ошо этабында туҡтатырға кәрәк. Йәмәғәт палатаһы ағзаһы булып ҡалам, даими эшкә “Өфө” футбол клубына күсәм. Унда инде ике йыл хәл ябай түгел һәм эш күп”, – тине Ростислав Мырҙағолов.

Күпселек уның палатаға ағзалыҡҡа күсерелеүен хупланы, ике кеше ҡаршы булды, бишәү битарафлыҡ күрһәтте.

Журналистар менән аралашып, Ростислав Мырҙағолов ҡарарының уйланған икәнлеген аңлатты. Китеү тураһында ғаризаны май аҙағында уҡ яҙған һәм уйларға ваҡыты булған. Шулай уҡ ул буласаҡ Йәмәғәт палатаһы рәйесенә был вазифаға иллюзияһыҙ, уйлап килергә саҡырҙы.

Әлегә Ростислав Мырҙағоловтың вәкәләттәре өс урынбаҫарға - Рәмил Рәхимов, Лида Иҫәргәкова һәм Кристина Недорезоваға йөкмәтелгән.

Шулай уҡ бөгөн рәсми рәүештә палата составынан Ольга Панчихина сыҡты, ул Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил итеп тәғәйенләнде. Шулай уҡ Өфө ҡалаһы Советы депутаты булып һайланған Ирина Сухарева ла китте. Йәмәғәт палатаһының мәҙәниәт, милләт-ара һәм дин-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү буйынса комиссия рәйесе Ғәлим Яҡупов та рәйеслек вазифаһын ҡалдырыуы тураһында ғариза яҙҙы, әммә палата составында ҡалды.

Шулай итеп, Йәмәғәт палатаһында 28 кеше ҡалды. Ирина Сухарева менән Ольга Панчихина урынына ике яңы кеше киләсәк, уларҙы республика Башлығы тәғәйенләйәсәк. Шунан һуң ғына тулы составта палата яңы рәйес һайлай аласаҡ.

Фото: Йәмәғәт палатаһы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас