Йәмғиәт
22 Октябрь 2021, 12:30

13,5 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән

Октябрь башынан йылылыҡ бүлеүгә ҡағылған мөрәжәғәттәрҙең кәмеүе күҙәтелә.

13,5 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән13,5 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән
13,5 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән

Өфөлә көҙгө-ҡышҡы осорҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһы эше буйынса оператив штабтың ҡала колл-үҙәге тәүлек әйләнәһенә эшмәкәрлеген дауам итә. Уның белгестәре 13,5 меңдән ашыу мөрәжәғәтте ҡабул иткән.

Өфөләрҙе йылылыҡ биреү, торбаларҙан һауаны сығарыу, йылыны артыҡ күп бүлеү, йылылыҡ өсөн хаҡ, шулай уҡ системалағы йылының һауаға сығып тороуы мәсьәләләре борсой. Октябрь башынан йылылыҡ бүлеүгә ҡағылған ғаризаларҙың кәмеүе күҙәтелә. Шул уҡ ваҡытта түләү документтарында күрһәтелгән йылылыҡ хаҡы буйынса мөрәжәғәттәр артҡан.

– Әлегә тиклем көн һайын ғаризалар 1300-гә етә торғайны, һуңғы аҙнала тәүлегенә 200-ҙән артмай. Тиҙҙән ике яҡлы элемтә хеҙмәтен күрһәтә башлайбыҙ. Роботлаштырылған система мөрәжәғәт иткән граждандарға шылтыратып, уларҙың үтенесен ҡәнәғәтләндереү сифатын асыҡлаясаҡ, – тине Өфө хакимиәтенең ҡала йәшәйешен тәьмин итеү идаралығы начальнигы урынбаҫары Антон Тристан.

Әле колл-үҙәктә 79 кеше эшләй. Шылтыратыуҙар район хакимиәттәре, ресурстар менән тәьмин итеүсе һәм идарасы ойошмалар менән берлектә тикшерелә. Мәсьәләне хәл итеү өсөн идарасы ойошма белгесе урынға барырға тейеш булһа, мөрәжәғәт район хакимиәттәрендәге штабҡа үтәү өсөн ебәрелә.

Мәғлүм булыуынса, шылтыратыуҙар 8 (347) 277-09-11 телефон номеры буйынса тәүлек әйләнәһенә ҡабул ителә.

Йылылыҡ бүлеү мәсьәләһе буйынса шулай уҡ түбәндәге ойошмаларға мөрәжәғәт итергә мөмкин:

– ресурстар менән тәьмин итеү ойошмаларына:

– “БашРТС” йәмғиәте – 8-800-511-30-15;

– Өфө инженерлыҡ селтәрҙәре – 8-800-250-52-80;

– Берҙәм иҫәп-хисап-касса үҙәге – 8-800-775-7761;

– үҙегеҙҙең идарасы ойошмаға йәки торлаҡ милекселәре ширҡәтенә – квитанцияла йәки йорттарға эленгән стендтарҙа күрһәтелгән телефон номеры буйынса.

Бынан тыш, Өфө хакимиәте сайтындағы интерактив карталар бүлегендәге “Өфө-йылы” сервисы (ufacity.info/teplaya-ufa) ярҙамында мөрәжәғәт итергә була.

 

Фото: https://www.ufacity.info/press/news/419698.html

Сығанаҡ: https://www.ufacity.info/press/news/419698.html

 

 

13,5 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән
13,5 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас