

Атай – шундай ғорур яңғыраған, күңелдәргә ышаныс һәм көс-ғәйрәт өҫтәгән һүҙ. Атай тәрбиәһе, абруйы һәм кәңәше баланың үҫешендә бик ҙур роль уйнап ҡына ҡалмай, ул һәр ваҡыт ярҙамға әҙер булған дуҫ та, остаз да.
Солтанбәк ауылында йәшәгән Данис Вәлинур улы Суфиянов та үҙенең балалары өсөн тормош юлын маяҡ кеүек яҡтыртыусы, бик күптәргә үрнәк булырҙай атайҙарҙың береһе.
Ул Солтанбәк ауылында ғүмер иткән Рәйсә менән Вәлинур Суфияновтарҙың биш балалы ғаиләһендә дүртенсе булып донъяға килгән. Бәләкәйҙән тырыш, зирәк, эшһөйәр һәм спорт менән дуҫ булған. Әйткәндәй, Вәлинур ағайҙың дүрт улы ла бөгөн Солтанбәк ауылында төпләнеп, ғаилә ҡороп, яңы йорттар һалып сығып, иманлы, игелекле, талантлы балалар үҫтерә.
Данистың ғаиләһе лә һоҡланырлыҡ. Тормош иптәше Ләйсән менән ауылға йәм, ҡот, бәрәкәт өҫтәп, гөрләтеп етеш донъя көтәләр. Уларҙың татыу ғаиләһендә береһенән-береһе теремек алты бала үҫә. Атай-әсәй һөйөүенә төрөнөп үҫкән балалар ололарҙы хөрмәт итергә, туғанлыҡ ептәрен – шәжәрәһен белергә, йәшәгән ереңде данлап, тыуған телеңде ҡәҙерләп ғүмер итергә өйрәнә.
Данис Вәлинур улы эш-ғәмәлдәре менән балаларына һәр яҡлап өлгө булып тора. Үҙ-ара хеҙмәттәшлек, дуҫлыҡ, иғтибарлылыҡ, балаларҙың эштәре менән ысын күңелдән ҡыҙыҡһыныу – бына ошолар ныҡлы ғаилә нигеҙе. Атай балалары менән дуҫтарса мөнәсәбәт булдырған, балалары уның тормошондағы хәлдәрҙең атаһы өсөн ҡыҙыҡлы булғанын белә.
“Балалар өсөн атай өлгө булырға тейеш. Эштәрҙе балалар менән бергәләп башҡарырға тырышырға кәрәк: аңлатырға, өйрәтергә, күрһәтергә иренмәҫкә. Уларҙың шөғөлдәре, мауығыуҙары менән ҡыҙыҡһынырға, кәрәк ерҙә дәртләндерергә, ярҙам итергә. Алдашмаҫҡа, кешене кәмһетмәҫкә. Әсәйҙе хөрмәтләргә, яратырға. Ата-әсәләргә ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә булыу минең тормош девизым булып тора”, – ти Данис Вәлинур улы.
Мәктәптә бала нисек кенә яҡшы тәрбиәләнмәһен, барыбер ҙә тормош һабағын үҙ ғаиләһендә – ата-әсәһе өлгөһөндә ала. Шуға ла нәҡ һеҙ, хөрмәтле атайҙар, иң яҡшы тәрбиәсе булырға тейешһегеҙ! Атайлы йорт – нурлы йорт, атайлы бала – арҡалы бала икәнен онотмағыҙ!
Наилә ИМАЕВА.
Асҡын районы.